НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 21(2011) » Страница 2

ЕР – БЕҘҘЕҢ ӨЙ
Рубрикалар // 19-03-2011, 15:38


ЕР – БЕҘҘЕҢ ӨЙЕр көнөн йылына ике тапҡыр билдәләй­ҙәр – 21 мартта һәм 22 апрелдә. Ошонан ғына ла ерҙең кешелек тормошонда ҙур ҡиммәт булыуын аңларға була. Әлбиттә, был көн – тупраҡты ғына түгел, тотош Ер шарын ҡәҙерләргә, һаҡларға һәм яратырға кәрәклеген күрһәткән матур йола. Тәүге тапҡыр Ер көнөн 1970 йылда ҙур итеп билдәләгәндәр. Ә инде 1971 йылда, астронавтар һәм космонавтар беҙҙең планетаның ни тиклем матур икәнен күреп, «Ер көнө прокламацияһы» документын ҡабул иткәндәр....

Заманалар үҙгәреп торор, ләкин...
Әҙәбиәт // 19-03-2011, 15:34


Заманалар үҙгәреп торор, ләкин...Рәлис Ураҙғоловтың исеме «Йәшлек»те уҡыусыларға таныш, бик ныҡ таныш. Уның көнүҙәк һәм йәмғиәттә оло һөйләшеүҙәр тыуҙырыу көсөнә эйә «елле» мәҡәләләрен халыҡ көтөп алып уҡый торғайны. Әле лә уның сығыштары башҡа матбуғат баҫмаларында күренеп тора. Әҙәбиәттә лә Рәлис үҙ уҡыусыларын тапты. Былтыр ул «Йәшлек»тә үткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы еңеүсеһе булды. Билдәле яҙыусы-публицист менән әңгәмәбеҙ бөгөн әҙәбиәт һәм йәмғиәттәге рухи кимәл хаҡында....

Аҙна аптыратҡыстары
Рубрикалар // 19-03-2011, 15:32


Күрәҙәселәр күрәме?

Япониялағы ер тетрәү һәм дәһшәтле цунами боронғо күрәҙәселәр өсөн бер ҙә сер булмаған.
Нострадамус был афәтте бик теүәл итеп әйтеп биргән, тип уҡыйбыҙ бер үҙәк гәзиттән. Ә Нострадамус нимә тигән һуң? «Оҙаҡламай ер һелкенер, бөтә ерҙе һыу баҫыр», – тигән. Бик дөрөҫ әйткән, тик күрәҙәсе йәшәгән урта быуаттарҙан һуң бындай афәттәр йыш булғылаған түгелме һуң?
Ә замандашыбыҙ, Рәсәйҙең иң «текә» астрологы Павел Глоба 2011 йылдан нимәләр көткән?...

Һүҙҙән бутҡа бешмәҫ
Махсус бит // 19-03-2011, 15:30


йәки Ниңә беҙҙе төрлө декларациялар һәм вәғәҙәләр күбеге баҫа?
Шәмсе күктәге сәфәрен элекке рәүешле дауам итһә лә, елдәр әүәлгесә иҫеп торһа ла, донъя тамам буталды. Ҡайһы бер миҙгелдәрҙә ҡыш тигәнебеҙ ни көҙ, ни яҙ булмай сыға, йылы яҡтарҙа рәхәтләнер ҡоштар беҙҙең менән ҡалыуҙы хәйерлерәк күрә. Тәбиғәт тә аймылыш булып киткәс, әҙәм балаһына ни ҡала?..
Бына әле лә телевизорҙан иртәнән кискә тиклем әллә ниндәй процент ставкалары, котировкалар, бивалюта кәрзине кеүек ябай кешенең аңына яҡын да килмәҫлек нәмәләр тураһында һөйләйҙәр. Бөгөн бында, иртәгәһен тегендә меңәрләгән мөкабәрә баш иҡтисади форум тип йыйылып ултыра. Шул ҡәҙәр зиһен, тау хәтлем белем менән финанс һәләкәтенә, иҡтисад ҡыйралышына нисек юл ҡуйылалыр?...

Йондоҙнамә 21-27 март
Рубрикалар // 19-03-2011, 14:50


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы мәл. Үткән ваҡиғаларҙың шауҡымы һа­ман да беленеп торор, моғайын. Кесе йомала һеҙҙе һиҙелерлек сығымдар көтә....

«Ҡыҙыл паша – Кәрим Хәкимов»
Новости / Мәҙәниәт // 19-03-2011, 14:33


Халыҡтың кешелек донъяһында тотҡан булмышын ошо милләттең шәхестәре яҙа. Беҙҙең халыҡта бөйөк шәхестәр бик күп, әммә күптәре ваҡытында танылыу тапмай яҡты донъя менән хушлашҡан. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Көнсығыш илдәрендәге тәүге совет илсеһе Кәрим Хәкимов – шундай­ҙарҙың береһе.
Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы 25 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡыҙыл Паша – Кәрим Хәкимов» тип аталған ижад кисәһе үтәсәк. Программала бөйөк дипломатҡа арналған фильмдан өҙөктәр, Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдән күренештәр, К. Хәкимовтың үҙенең яҙмаларынан һәм хаттарынан инсценировкалар, тарихи факттар һәм тантаналы концерт көтөлә....

Әйтһәм, белеп әйтәм
Әҙәбиәт // 19-03-2011, 14:33


БАЛА
Арҡа терәр улдарым – килер көнгә юлдарым.
Хисмәтулла Юлдашев.

Бала ғәзиз, уны алыштырмай аҫыл таш та, тау-тау алтын да.
Шәриф Бикҡол.

Йәш сағында бала була белмәгән олоғайғас аға була белмәҫ.
Ғайса Хөсәйенов....

«Төрки телле фестивалгә әйләнәсәк»
Новости / Мәҙәниәт // 19-03-2011, 14:32


25 – 26 мартта Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҙур фестиваль көтөлә. Уны быйыл тәүге тапҡыр «Туған тел» каналы БР Мәҙәниәт, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтары менән берлектә ойоштора. Фестивалдең маҡсаттары тураһында «Туған тел» каналының директоры Рәмил Ғәниевтың фекерен белештек.
– Был фестивалде ойоштороу ниәте беҙҙең телеканал эшләй башлаған көнгә барып тоташа. Шул саҡта тыуған идея быйыл, Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында, тормошҡа ашасаҡ. Фестивалдә башҡорт-татар йырҙары башҡарыла. Конкурста «Иң яҡшы татар йырсыһы», «Иң яҡшы башҡорт йырсыһы», «Йыл асышы», «Иң яҡшы видеоклип» кеүек 11 номинация билдәләнә. Был байрам алдында байтаҡ бурыс тора – үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән бергә, яңы таланттар асыу, тамашасыларҙы яңы йырҙар, видеоклиптар менән таныштырыу, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу....

БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар уятты?
Рубрикалар // 19-03-2011, 14:24


Был етди документ киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа тиҙ арала барып етте. Ҡайһы берәүҙәр бигүк иғтибар итмәһә лә, бәғзеләр йыл һайын Мөрәжәғәтнамәгә әһәмиәт бирә, тыңлай, уҡый, өйрәнә, фекерҙәрен еткерә. Әле лә етәкселәр, зыялылар, белгестәр, ябай граждандар йәнле рәүештә уны баһалау, ниндәйҙер йомғаҡтар яһау, күҙаллауҙар алып бара. Бер нисәүһенә ҡолаҡ һалайыҡ....

«Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш йүнәлеше»
Новости / Башҡортостан // 19-03-2011, 14:22


«Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу –  уңышлы үҫеш йүнәлеше»Мөһим документта республика етәксеһе төбәктә власть үҙгәреүенә бәйле хәлдәргә баһа бирҙе, Башҡортостандың сәйәси системаһының был һынауҙы лайыҡлы үтеүен, республикала әүҙем ижтимағи дискуссия барыуын билдәләне. Рөстәм Зәки улы фекеренсә, сәйәсәт нәҡ шундай булырға тейеш – асыҡ һәм билдәле. «Президент булараҡ үҙемә шундай маҡсат ҡуям: власть – кешеләр өсөн. Граждандар власть алып барған сәйәсәтте төҙөүҙә ҡатнашырға тейеш. Беҙ кешегә республикалағы влас­тың намыҫ менән яуаплы эшләүен иҫбат итергә бурыслы. Властың дөрөҫлөгө, намыҫлылығы уның һөҙөмтәлелегенең беренсе шар­ты», – тине Президент Мөрәжәғәтнамә­һен­дә. Артабан ул бөгөн көн үҙәгендә торған мәсьәләләргә, проб­лемаларға һәм күҙаллауҙарға туҡталды....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM