НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йәнә бер балалар баҡсаһында – башҡорт төркөмө
Новости / Мәғариф // 10-04-2018, 07:00


Йәнә бер балалар баҡсаһында – башҡорт төркөмөАта-әсәләрҙең һорауы буйынса Шишмә районы Алкин шифаханаһы ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында “Ҡурай” башҡорт төркөмө асылды.

Төркөм асыуға балалар ҙа, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә етди әҙерләнгән. Төркөмдә башҡорт милли мөйөшө – тирмәнең бер күренеше эшләнгән. Биҙәлеш тә, шәжәрәләр эленеп тороуы ла башҡорт мөхитен булдырыуға ярҙам итә. Кескәйҙәр туған телдә шиғырҙар һөйләп, йыр йырлап ишеттерҙе, дәртләнеп бейене.
Ата-әсәләр төркөм асыу тәҡдимен күтәреп алған баҡса мөдире Регина Ильясоваға рәхмәт һүҙен еткерҙе. “Ҡурай” төркөмөн тәжрибәле тәрбиәсе Зәлифә Вәлиева етәкләй....

Яңы тыуған сабыйҙың сәсен ҡырып алыу мотлаҡмы?
Новости / Мәғариф // 29-03-2018, 06:30


Яңы тыуған сабыйҙың сәсен ҡырып алыу мотлаҡмы?
Баламдың сәсен һис тә ҡырҙыртҡым килмәй, ә ололар быны талап итә. Әлегә ныҡлап формалашмаған сәс тамырсаларына зыян килтереүҙән ҡурҡам.
Сәлимә.
Әбйәлил районы.

Баланың сәсен ҡырыу йолаһы борон замандан килә. Элек-электән башҡорттарҙа баланың тәүге сәсен алыуға етди ҡарағандар. Сабыйҙың сәсен тәүге тапҡыр алыу ҡарын сәсен алыу була. Быны яңы ай тыуғанда башҡарғандар. Уны атаһынан йәки күңелгә ятҡан кешенән генә алдырырға кәрәк. Ә бына сабый сағында ҡарын сәсе алынмаған кешене рәнйетергә ярамай, тигән юрау бар. Ҡарын сәсен утҡа яғырға ярамай, уны төрөп, ҡыҫтырып ҡуялар. Беҙҙең көндәрҙә бигерәк тә олатай-өләсәйҙәр сабыйҙың сәсен алырға ҡуша, йәнәһе, баланың сәсе ҡуйы һәм матур булып үҫәсәк. Са­быйҙың тәүге сәсен алыуҙың файҙаһы һәм зыяны хаҡында белгестәр ни һөйләй икән?...

«Уйнағым килмәй!»
Новости / Мәғариф // 25-03-2018, 07:30


«Уйнағым килмәй!»
Уйынсыҡтар менән өй тулған, ә баланың һис тә уйнағыһы килмәй. Магазинға барырлыҡ түгел – яңы уйынсыҡ талап итә башлай. «Көн дә тәтәй һорайһың, кисә һатып алғаны менән йүнләп уйнаманың да!» – тип әрләй ата-әсәһе.
Барлыҡ әйберҙең мул осоронда йәшәйбеҙ, аҡсаң ғына булһын. Беҙ бала саҡта бындай уйынсыҡтар төшкә лә инмәне. Шулай аҡланып, үҙебеҙ күрмәгәнде балаға һатып алырға тырышып, саманан тыш ҡыланабыҙ түгелме? Кәштәләге тәтәйҙәр күплегенән күҙ ҡамаша, түҙмәй, йә быныһын, йә тегеһен һатып алып ҡайтабыҙ. Ә бәләкәс бер-ике сәғәттән һуң уйынсыҡтан баш тарта…...

Һәр кешенең нәҫел ағасы – шәжәрәһе булырға тейеш!
Новости / Мәғариф // 21-03-2018, 12:47


Һәр кешенең нәҫел ағасы – шәжәрәһе булырға тейеш!
“Аҡбуҙат” журналы “Веселые картинки” журналы менән берлектә нәҫел ағасының макетын эшләгән. Уны балаларығыҙ менән тултырығыҙ. Ағас – тамыры, кеше нәҫеле менән көслө икәнен онотмайыҡ. Һәр бер кешенең нәҫел ағасы – шәжәрәһе булырға тейеш бит!
...

Һүрәте – һүрәт…
Новости / Мәғариф // 10-02-2018, 08:00


Һүрәте – һүрәт…
Күҙ генә тейәме?
Ата-әсәләр араһында баланың фотоһын интернетҡа элеү түгел, хатта башҡаларға сабыйын фотоға төшөрөргә рөхсәт итмәүселәр бар. Кемдер – дини ҡарашлы, икенсеһе – ғаиләһе тураһында мәғлүмәт таратырға теләмәгән йомоҡ кеше. «Бәләкәстең фотоһын интернетҡа ҡуйғайным, бик күп «лайк» йыйҙы. Тик икенсе көнөнә ул сәсрәп ауырып китте, әллә күҙ тейҙе инде?» – тип зарлан­ғандарын йыш ишетәһең. Бәлки, был осраҡлы хәлдер, ә бәлки, күҙһенгәндер.
Америка ғалимдары ла баланың фотоһын интернетҡа ҡуйыуға ҡырҡа ҡаршы....

“Әсәй, уҡыйыҡ әле!”
Новости / Мәғариф // 9-02-2018, 08:00


“Әсәй, уҡыйыҡ әле!”
Бала саҡта китапты күп уҡыным, китап “ене” ҡағылған бала булдым. Өйөбөҙҙә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”ы пәйҙә булғанда, хәреф танымай ҙа инем. Был әҫәрҙәр менән тиҙерәк танышыр өсөн уҡый белгән һәр кемгә инәлә торғайны: ағай-апай минән ҡасыу яғын ҡарай, эштән арып ҡайтҡан атай-әсәй бер-ике биттән һуң йоҡлап китә, ә өләсәйҙең күҙе насар күрә. Кемдән уҡытырға белмәй, китапты ҡосаҡлап үкһеп илап ултырғаным бала сағымдың оло бер хәсрәте булып иҫтә ҡалған. Ошо әҫәрҙәр арҡаһында биш йәшемдә уҡырға өйрәндем һәм, ашағанда ла китаптан айырылмағанлыҡтан, өлкәндәр­ҙән йыш ҡына эләгә ине. Хатта төнөн юрған аҫтында фонарь менән романдар уҡып, бәләкәй генә көйө күҙлеклегә әйләндем....

Оҫтахана
Новости / Мәғариф // 6-02-2018, 08:00


ОҫтаханаЙомшаҡ китап – сабый өсөн бына тигән бүләк. Ул ваҡ моториканы, уйлау һәләтен, иғтибарлылыҡты үҫтерә, төҫтәр һәм формаларҙы айырырға өйрәтә.
Йомшаҡ китап өсөн фетрҙы, флис туҡыманы, ептәрҙе, төймәләрҙе, муйын­саҡтар­ҙы, синтепонды, яһалма күнде, «молния» һәм йәбешкәк ҡаптырмаларҙы, әҙер аппликацияларҙы файҙаланырға була....

Психолог ярҙам итә
Новости / Мәғариф // 13-11-2017, 16:39


Психолог ярҙам итә
Улымды компьютерҙан айыра алмайым
Улыма 15 йәш. Ул күп ваҡытын компьютер алдында үткәрә башланы. Саф һауала йөрөмәй тиерлек, хәрәкәтле уйындар ҙа ҡыҙыҡтырмай. Өйгә эштәренә илке-һалҡы ҡарай. Уҡытыусылар зарлана, уҡыуҙағы өлгәше менән ҡәнәғәт түгелдәр. Улым шелтәләрҙе ишетергә теләмәй. Ошо хәлдән нисек сығырға, кәңәш бирегеҙсе, зинһар!
Зилә ВАҺАПОВА.
Көйөргәҙе районы....

Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
Новости / Мәғариф // 5-11-2017, 08:30


Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
Башҡортостанда йәш ғаиләләр өсөн ташлама, субсидия һәм пособиеларҙың тиҫтәләгән төрө бар. Шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә социаль пособиелар. Республикала федераль кимәлдә раҫлан­ған бөтә төр балалар пособиеһына 15 процент өҫтәмә ҡаралған. Бынан тыш, йәш ғаиләләр тағы ниндәй дәүләт ярҙамына өмөт итә ала һуң?...

Баланы нисек йыуатырға?
Новости / Мәғариф // 29-10-2017, 09:00


Баланы нисек йыуатырға?йәки Һигеҙ “кәйеф витамины”
Баланың кәйефе йыш ҡына насарайып тора. Уға күңел­һеҙ булғанда, арығанда йәки еңмешләнеп илай. Хатта буштан-бушҡа көйһөҙләнергә лә яраталар. Шулай ҙа өлкәндәр өсөн бәләкәстең иламауы мөһим. Ҡайһы бер баланың истерикаһын туҡтатыуы еңел түгел, шуға күрә ул башланмаҫ борон сараһын күрергә кәрәк. Әйҙә илаһын, ялҡһа, үҙе тымыр, тип ҡул һелтәп ҡуйыу дөрөҫ түгел. Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, берәй көн үҙегеҙгә лә иларға тура килер. Йыуатыу, әүрәтеү урынына ҙурайған балағыҙҙың битараф ҡына янығыҙҙан үтеп китеүе бар....


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM