НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бысҡы сүбе - серетмә
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 5-08-2018, 07:00


Бысҡы сүбе - серетмә
Серетмә яһау өсөн бысҡы сүбен ҡатлам-ҡатлам итеп өйөгөҙ. Бер ҡатламдың яҡынса ҡалынлығы 30 см булырға тейеш. Беренсе ҡатламды яҡшылап еүешләйҙәр һәм ашлама иретмәһе һибәләр. Икенсе ҡатламға ла һыу һәм ашлама һибергә. Өйөмдөң дымлылығын даими һаҡларға кәрәк. Серетмә 3 – 4 айҙан әҙер була.
100 кг бысҡы сүбе өсөн 100 г суперфосфат, 700 г калий хлориды кәрәк.
Яҙ көнө серетергә ҡуйған бысҡы сүбе өҫтөнә 10 – 12 см ҡалынлыҡта тупраҡ һалып, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, хатта ҡыяр ҙа үҫтерергә мөмкин.
Тауыҡ тиҙәге ярҙамында ла серетмә яһарға була. Бының өсөн уларҙы бергә- бер күләмендә ҡушалар. Өйөлгән серетмәгә ризыҡ ҡалдыҡтары, сүп үләндәре, һалам, торф та өҫтәргә ярай.
...

Пион сәскә атһын өсөн
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 29-07-2018, 07:00


Пион сәскә  атһын өсөн
Баҡсалағы пиондарым сәскә атмай. Бының нилектән булыуы мөмкин?
Р. Вәлиева.
Иглин районы.

Пиондар күләгәле, артыҡ дымлы урынды яратмай. Шуға уларҙы ҡыйыҡ башынан һыу төшөп торған стена буйҙарына ултыртмағыҙ. Был сәскәне бүлеп ултыртһағыҙ ҙа, ул 1 – 2 йылдан һуң ғына сәскә атасаҡ.
Иҫке тамырҙан улар оҙаҡ көс йыя. Ултыртҡандан һуң 4 – 5 йыл теймәгеҙ. Азотлы ашламалар менән йыш туҡландырып торһағыҙ ҙа сәскә атыуҙан туҡтаясаҡ. Әсе тупраҡты ла яратмай. Йыл ҡоро йәки ямғырлы килгәндә лә үҫемлек сирләй. Сысҡандар тамырын зарарлаһа ла, үҫә алмаясаҡ....

Баҡсам тулы рауза гөл
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 22-07-2018, 07:00


Баҡсам тулы  рауза гөл
Рауза (роза) – баҡсасыларҙың иң яратҡан сәскәләренең береһе. Уның матурлығы, оҙаҡ сәскәгә күмелеп ултырыуы һоҡландыра. Төрлө төҫтәге сәскә атып ултырыусы үҫентеләр күңелде йәйгеһен генә түгел, көҙ ҙә ҡыуандыра. Беренсе сәскә атыу осоро июндә була. Сәскә атып бөткән ботаҡтарҙы ҡырҡып алырға кәрәк. Гөлдә яңы ботаҡтар үҫеп сығып, ул ҡабаттан сәскә атасаҡ. Розаларҙы яҙ ултыртһағыҙ, август уртаһына тиклем кипкән сәскәһен генә түгел, сәскәнең бөрөһөн дә ҡырҡығыҙ. Сөнки нығынып етмәгән үҫемлектең туҡлыҡлы матдәләре һәм көсө сәскә атыуға китәсәк. Былай эшләмәһәгеҙ, ҡыуаҡ үҫеүҙән туҡтарға мөмкин һәм насар ҡышлаясаҡ. Үҫентенең ботағын ҡыйыҡ итеп, иҫке бөрөнән 5 – 6 см юғарыраҡ киҫегеҙ. Ҡырҡҡан урынды баҡса ыҫмалаһы менән һылап ҡуйығыҙ. Үҫемлектә сәскә бөрөләренең һанын да тикшерегеҙ. Барыһын да ҡалдырһаң, сәскә ҙур булмай. Һәр ботаҡта бер үҙәк бөрө генә ҡалһын. Ҡалғандарын йолҡоғоҙ.
Сәскә атыу ваҡытын оҙонайтыу өсөн сәскәне ҡырҡыу ғына етмәй. Үҫкәндә, сәскәгә бөрөләнгәндә тупраҡты даими йомшартығыҙ, һыу һибегеҙ. Һыу йылы булырға, тамырға ғына ҡойолорға тейеш. Раузаларҙы ашламалар менән туҡландырырға ла онотмағыҙ. Миҙгел дауамында, ер ҡарҙан әрселгәс, сәскә атыр алдынан 2 – 3 мәртәбә тауыҡ тиҙәге төнәтмәһе лә ҡойоғоҙ. Был сәскә азотлы ашламалар­ҙы яратмай. Баҡыр, тимер, марганец булған препараттар менән эшкәртһәң, үҫентеләр сирләй башлай. Бөжәктәр зарарламаһын өсөн «Интавир» препараты менән эшкәртеү талап ителә. Рауза ҡыуағы ҡыш туңмаһын өсөн бысҡы сүбе, шыршы ботаҡтары менән ҡапларға кәрәк. Бесән, һалам үҫемлекте серетә....

Селтәрең матур, кем теккән?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 13-07-2018, 07:30


Селтәрең матур, кем теккән?
«Игеҙәктәр – биҙәктәр!» – был ихлас күңелле, эскерһеҙ ҡыҙҙар­ҙы күргәс тә башҡа килгән иң беренсе уй ошо булды. Көләс йөҙҙәр, осҡор күҙҙәр иғтибарҙы әллә ҡайҙан яулап тора, ҡыҙҙарҙың үтә алсаҡлығын иҫәпкә алғанда, күңел үҙенән-үҙе уларға тартыла.
Игеҙәктәр менән «ситтән тороп» күптән таныш инем. Сөнки Баймаҡ районының Ярат ауылынан Алина һәм Алита Хисмәтуллиналар бала саҡтан матбуғат ҡаҙанында ҡайнап үҫте, мәктәп йылдарында «Йән­шишмә», «Аманат»тың йәш хәбәрселәре булды. Тел, тарих, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған маҡсатлы ҡыҙҙар юғары уҡыу йортонда ла төрлө йәмәғәт эшендә, ғилми-ғәмәли конференцияла, конкурста әүҙем ҡатнаша, исемле стипендияларға лайыҡ була. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ - ны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тырыш ҡыҙҙарҙы университетта эшкә ҡалдыралар. Белемдәрен артабан камиллаштырыу маҡсатында улар аспирантураға уҡырға инә. Конферен­цияларҙа сығыш яһау, ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләр баҫтырыу менән бер рәттән, төрлө проект менән дә шөғөлләнәләр. Бөгөн улар икеһе лә филология фәндәре кандидаттары. Ә Алита йәш ғалимдарҙың ғилми эштәре конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡор­тостан Республи­каһы Башлығы грантына ла эйә булған....

Кәбеҫтә ярылмаһын өсөн
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 10-07-2018, 07:30


Кәбеҫтә ярылмаһын өсөн
Ҡайһы бер кәбеҫтәләрҙең күсәне үҫкән ваҡытта ярыла. Ваҡытында ҡырҡып алмаһаң, иртә өлгөрә торған кәбеҫтәнең ярылыуын көт тә тор. Сөнки уларҙың япраҡтары йомшаҡ. Әммә быға юл ҡуймаҫҡа мөмкин.
Кәбеҫтәне тейешенсә ашламалар менән туҡландырһаң, йылыла үҫһә, матур булып ҙурая. Көндәр һыуытҡан ваҡытта япраҡ туҡымалары тупаҫлана (һыуҙы һаҡлар, һалҡындар­ға ҡаршы көрәшер өсөн). Йылытып ебәрһә, эстән туҡымалар үҫә башлай һәм бына шулар арҡаһында иҫке япраҡтар ярыла. Кәбеҫтәгә даими рәүештә һыу ҙа һибеп тороғоҙ, үҫкән ваҡытында ғына ашлағыҙ. Күсәнләнә башлағанда әҙерәк туҡландырырға кәрәк.

...

Сәскәһен ниңә өҙәләр?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 8-07-2018, 08:00


 Сәскәһен ниңә өҙәләр?
Баҡсасылар араһында картуф сәскәһен өҙөү-өҙмәү тураһында бәхәстәр күп. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, былай эшләһәң, картуфта аҡһым һәм С витамины күп була. Икенселәр сәскәне түгел, ә емшәндәрен өҙөргә тәҡдим итә. Йәнәһе, уның урынына икенселәре үҫеп сығасаҡ, картуф көҙгә тиклем сәскә атып ултырасаҡ. Өсөнсөләр бөрөләрҙе асылырға ирек бирмәйенсә өҙөп алыу яғында. Ҙур майҙанда быларҙы эшләү ауырыраҡ, әлбиттә. Әммә бәләкәй баҡсала тәжрибә үткәреп ҡарарға мөмкин.
Ғалимдарҙың тәжрибәләре күрһәтеүенсә, сәскәләрҙе, бөрөләрҙе өҙөү картуф сорттарына төрлөсә йоғонто яһай. Уртаса өлгөргәндәренең уңышы арта, иртә өлгөргәндәрҙекендә үҙгәрештәр булмаған. Баҡсасылар картуфты алырға ике аҙна ҡалғас, һабағын сабырға тәҡдим итә. Былай эшләһәң, ҡабығы тиҙ ҡалынаясаҡ. Уңыш та оҙаҡ һаҡланасаҡ.
...

Картуф бесән аҫтында үҫә
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 4-07-2018, 08:00


Картуф бесән  аҫтында үҫә
Йортобоҙ һаҙлыҡлы урында ултыра. Шуға ла июнь айында ла баҡса еребеҙ кипмәй. Картуфты күп йылдар инде бесән аҫтында үҫтерәбеҙ. Был ысул баҡсалағы эште лә еңеләйтә. Сүбен утарға ла, күмергә лә кәрәкмәй. Картуфты 20 – 25 см ҡалынлығында бесән йәки һалам менән ҡапларға кәрәк. Алдан шыттырылғаны тиҙ сыға. Дым яҡшы һаҡлана. Көҙ еткәс, һаламын ғына йыйып алаһың, картуфты тупраҡтан таҙартырға ла кәрәкмәй. Һарай янында кәбән, эҫкерт ултыртылған урында һеҙ ҙә ошо ысул менән картуф сәсеп ҡарағыҙ.
В. НУРИЕВ.
Илеш районы.
...

Июлдә баҡса эштәре
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 3-07-2018, 08:00


Июлдә баҡса эштәре
Июль – баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле осор. Был айҙа улар түтәлдәрҙәге сүп үләндәрен утай, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшә, ултыртҡан йәшелсәһенә һыу һибә.
Июлдә еләк өлгөрә, ҡарағат, крыжовник, сейә бешә. Емеш ағастарына ике аҙнаға бер мәртәбә генә һыу һибергә мөмкин. Емештәрен йыйып алғас, фосфор-калий ашламалары менән туҡландырығыҙ. Еләкте йыйғандан һуң, мыйыҡтарын ҡырҡырға онотмағыҙ. Емеше өлгөргәндә зарарлы ҡорт төшкән ағастарҙы эшкәрткәндә химик препараттар ҡулланыу тыйыла. Тәмәке, һуған, һарымһаҡ төнәтмәләрен генә һибергә мөмкин.
Ҡыяр мул уңыш бирһен тиһәгеҙ, кесерткәндән үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн шыйыҡса әҙерләгеҙ. Ул тупраҡты файҙалы матдәләр менән байыта. Кишер, сөгөлдөргә бер биҙрәгә бер стакан иҫәбенән тоҙло һыу һибегеҙ. Сөгөлдөрөгөҙ баллыраҡ булыр. Помидорҙы тиреҫле тупраҡҡа ултыртмағыҙ, ундай тупраҡ япраҡҡа, ботаҡҡа күп көс бирә. Сәскә атҡас, әсетке һибегеҙ. Һыйыр тиҙәгенән яһалған әсеткегә һыу ҡушып, төптәренә һибеү ҙә файҙалы. Помидорҙа фитофтороз булмаһын өсөн йод иретмәһен ҡулланығыҙ. Баклажан менән борос мул уңыш бирһен һәм улар һеркәләнһен өсөн даими һелкетеп тороғоҙ.

...

Үҙе бәләкәй булһа ла, зыяны…
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 1-07-2018, 08:00


Үҙе бәләкәй булһа ла, зыяны…
Ҡырмыҫҡа урман санитары булһа ла, баҡсасылар өсөн ул баҡса ҡоротҡосо. Сөнки үҫемлектәрҙе сирләтеп, ерҙә иләүҙәр эшләйҙәр. Был мәшәҡәт тыуҙырыусы нәҙекәйбилдәрҙән нисек ҡотолорға?
1. Ҡырмыҫҡа ҡырҡыу еҫте яратмай. Уларҙы ҡурҡытыу өсөн ыҫланған балыҡ башы, помидор һабағы, һарымһаҡ һабағы һалырға ярай.
2. Ояларына эҫе көл һибегеҙ. Йөрөгән юлдарына көнбағыш майына шампунь, аш һеркәһе һалып эшләнгән шыйыҡсаны һалырға була. Һуңынан иләүҙе ҡаплап ҡуйығыҙ.
3. Тәмәке, эзбиз һалырға ла мөмкин.
4. Ҡырмыҫҡаларҙы юҡ итеү өсөн эҫе һыу йәки кәрәсин һибергә лә була.
5. Нәҙекәйбилдәргә татлы ҡапҡан эшләргә лә мөмкин. Бының өсөн бер ҡалаҡ шәкәргә ярты ҡалаҡ бор кислотаһы һалып, ярты литр һыуҙа иретегеҙ ҙә, ҡырмыҫҡалар йөрөгән урындарға ҡуйығыҙ....

Ни өсөн һарымһаҡ һарғая?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 24-06-2018, 08:00


Ни өсөн һарымһаҡ һарғая?
1. Көҙгөһөн һарымһаҡты иртәрәк ултырт­һағыҙ, ул һарғаясаҡ. Шуға ла уны октябрҙең икенсе яртыһында ултыртырға кәрәк. Шытып өлгөрмәҫкә тейеш.
2. Яҙғыһын ҡырау йыш булһа ла һарғая.
3. Көндәр эҫе торғанда йышыраҡ мул итеп һыу һибегеҙ. Дым етмәгәндә был үҫемлек һулый башлай.
4. Һарғайыуға һуған себене кеүек ҡорттар ҙа сәбәпсе. Шуға ла һарымһаҡҡа көл һибеп тороғоҙ. Янына кишер сәсһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы.
5. Бәшмәк ауырыуҙары булмаһын өсөн һарымһаҡты ултыртҡанда уны эшкәртегеҙ.
6. Калий етмәгәндә лә һарымһаҡ һарғая. Тупраҡты калий сульфаты менән туҡландырығыҙ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?
  • Хәниә Фәрхиҙең вафатына бер йыл...



  • Радио Юлдаш FM