Баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холда “Шаяндар һәм отҡорҙар” клубының финал уйынында булыусылар үҙҙәренә бик оҙаҡҡа етерлек көс-дәрт тупланы. Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. КВН-дың йәштәрҙең яратҡан тамашаһына әйләнеүен залда энә төртөрлөк тә урын булмауы асыҡ дәлилләне. Ҡыҙҙар һәм егеттәр уйын башланмаҫ элек үк ҡыҙыҡ тамашаға өмөт итеп тулҡынлана ине. Ә көйәрмәндәр командаларының исемен телдәренән төшөрмәне.
Миҙгел башында ун биш команда уйын башлағайны, шуларҙың өсәүһе генә финалға барып етте. 2011 йыл чемпионы исеменә Стәрлетамаҡ физик культура институты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (“3Ко”), Нефтекама ҡалаһының йыйылма командалары дәғүә итте. Шулай уҡ РФ Эске эштәр министрлығы институты егеттәре (“Ацетон”) ҡатнашты.
Командалар бик етди әҙерләнгән. Һәр береһе тамашасыларҙы шаҡ ҡатырырға, көлдөрөргә тырышты. Бик бай фантазиялы, үткер телле уйынсылар залды шаулатты ғына, көлә-көлә һындар ҡатты. Нефтекаманың йыйылма командаһы “Владимир Путин”ды саҡырһа, “Ацетон”дар “Арғымаҡ” этнотөркөмөн сәхнәгә сығарҙы.












