НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 19-06-2017, 12:21


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)– Һаҡ эттәре араһында беренсе урынды алған этегеҙҙе күрергә мөмкинме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ… Шул көндө үк уны урлап киттеләр…...

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.06.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 13-06-2017, 10:18


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.06.2017)
Ғүмерҙәрҙе Аллаһ бирә,
Ғазраилдан алдырта.
(“Бәндәләрҙең йәшәүҙәрен...”).

* * *
Ғәҙел һүҙ әйткәндең
йә бал-май менән,
йә ялған менән
томаланды ауыҙы,
йә буш дан менән,
йә ришүәт менән,
йә ситлек-рәшәткә менән
ҡапланды күҙе.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”)....

Хәйер (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 8-06-2017, 11:25


Хәйер (хикәйә)Төшкө ашҡа Илдар эргәләге кафеға йөрөй. Бында үзбәктәр бик тәмле әҙерләй. Ҡиммәт, әлбиттә, бер барыуға 150 тәңкә китә. Ләкин һис үпкә юҡ, туйғансы ашап сығырға була. Һәр хәлдә, бүтән ашханалар­ҙағы кеүек, аҙаҡ үҙәк көйөп ыҙалатмай, бер һүҙ менән әйткәндә, ашҡаҙанға байрам...
Бөгөн йома, аҙнаның иң күңелле көнө. Төштән һуң эш ҡайғыһы китә, офиста дәртле көлөү, ҡысҡырып һөйләшеү, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөү тауыштары ишетелә башлай. Алда ике көн ял! Рәхәт!...

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 5-06-2017, 13:48


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)
Ваҡыт – аҡсалыр.
Ҡәҙерен белмәһәң,
Ташлап ҡасалыр.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).

* * *
Ваҡыт ҡәҙере бигерәк арта,
Үтеп киткәс ваҡыттарың!
(“Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм...”)....

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (26.05.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 29-05-2017, 13:36


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (26.05.2017)
Быуаттарҙы быуаттарға бәйләй
Бер минут.
Быуаттарҙы юҡ итергә мөмкин
Бер минут!
(“Заман! Бирсе пульсыңды...”).

* * *
Быуаттарҙы быуаттарға әйҙәй
Өфө ҡаяһында Салауат.
(“Көндәлектәр”. 23. 02.2014)....

“Ит киҫәген кире алған”
Әҙәбиәт / Юмор // 27-05-2017, 14:34


“Ит киҫәген кире алған”
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында беҙҙең ауылда йәшәгән Миңлеғәле бабай әбейе менән күрше Эткөсөк ауылына ҡунаҡҡа барған. Табында, йола буйынса, ит һоғондорошоу башлана. Мәрәкәсел ҡарт ит киҫәгенә алдан еп таға ла, уны ҡаршыһында ултыр­ған урындағы муллаға ҡаптырып: «Һин ғүмерең буйы хәрәм аҙыҡ ашаның», – тип ауыҙынан кире тартып ала. Ныҡ асыуланған дин әһеле яуап итеп ашлы тәрилкәһен уға бәрә. Ошо хәлдән һуң йорт хужаһы шунда уҡ атын егеп, Миңлеғәле ҡартты хәләл ефете менән ауылдарына оҙата. Шул хәлгә бәйле, ауылдаштары унан: «Эткөсөктә нисек ҡунаҡ булып ҡайттың?» – тип һорап мәрәкәләр булды....

Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
Әҙәбиәт / Проза // 23-05-2017, 11:17



Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
1946 йылдың йәйе. Июль ҡояшы аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Ике үҫмер ҡыҙ, Йәмилә менән Рәүиә, тырышып картуф күмә. Бер ыҙандың осона барып сығырға күп тә ҡалмаған. Ошо ыҙанды күмеп сыҡһалар, улар Рәүиәләрҙең картуфына тотонасаҡ. Шулай ҡул алмаш эшләһәң, эш тә ырай, бергә-бергә күңеллерәк тә.
Йәмилә нимес каскаһындағы ҡул йыуыр өсөн алып йөрөгән, көндөң эҫелегенән инде йылып бөткән һыуға ынтылғайны ғына, «Ҡыҙҙар!» тигән тауышҡа терт итеп ҡалып, башын күтәрҙе. Рәүиә лә турайып баҫты. Ҡараһалар, ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырған бер кеше бәләкәй генә ҡапҡанан быларға ҡарап тора. Ҡыҙҙарҙың, эштән туҡтап, үҙенә иғтибар итеүҙәрен күргәс, теге кеше:
– Ҡыҙҙар, аҡсағыҙ бармы? – тип ҡысҡырҙы.
– Бар, – тине лә Йәмилә өй яғына ыңғайланы. Өй беренсә йөрөп һалым йыйыусы кешене ул танып алғайны инде. Хатта исем-фамилияһын да белә. Рәүиә лә уға эйәр­ҙе. Һалымға тигән аҡса сәй ҡурғашына ҡат-ҡат төрөлөп, мейестең йүшкәһе буйына ҡыҫтырып ҡуйыл­ған. Айҙар буйы тинләп кенә йыйып тултырылған аҡсаны шулай төпкәрәк йәшермәһәң, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булырын көт тә тор. Өй хужаларының эшкә киткәнен аңдып ҡына йөрөгән уғрылар аҙаҡ был урынды ла белеп алды.
Йәмилә, һәндерә башына менеп, йүшке буйына ҡыҫтырылған төргәкте алып төштө, тышындағы ҡоромон өрҙө. Шунан һаҡ ҡына тағатты ла эсендәге аҡсаны урындыҡтағы балаҫ өҫтөнә ҡойҙо....

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.05.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 22-05-2017, 14:20


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.05.2017)
Был донъяға, был бинаға
Индек төрлө ишектәрҙән.
Тик сыҡҡанда сығып китә
Бер ишектән һәммә бәндә.
(“Был донъяға, был бинаға...”).
...

Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
Әҙәбиәт / Проза // 17-05-2017, 11:55


Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
– Зәлифә! Зәлифә, тим! Туҡта!

Тротуар буйлап йүгерә-атлай китеп барыусы ҡатын, үҙ исемен ишетеп, туҡтап ҡалды. Уға өндәштеләр түгелме? Кит, булмаҫ. Яңылыш ишетте шикелле. Бында уны кем белһен? Мәркәз тиклем ерҙә, анау саҡлы кеше араһында әллә кем уны шәйләп ҡалған, ти. Аҙ, ти, бында Зәлифәләр!

– Зәлифәү, тим, ишетмәйһеңме ни? Туҡта! Һин бит был?!

– Эйе, мин…- тип әйтергә лә өлгөрмәне, янына әзмәүерҙәй ир килеп тә баҫты....

Өсөнсө дәрес (булған хәл)
Әҙәбиәт / Проза // 12-05-2017, 16:00


Өсөнсө дәрес (булған хәл)
Класта немец теле дәресе башланды. Уҡыусылар үрә баҫып, уҡытыусы Нәҙхәт Насировты ҡаршы алды. Дүшәмбе көндө күптәр, ауыр, ти. Уҡыусылар өсөн дә шулай­ҙыр. Ул көндө, зиһен таралмаһа ла, бер нимәгә лә күңел ятмай. Күптәр кисәге көн менән йәшәй бирә. Нәҙхәт немец теле дәфтәрен партаға алып һалды, ә уйы кисә Үргелә йәш йүкә эҙләгәндә ҡышҡы тәбиғәт менән наҙлан­ған сағында ине. Көнө буйы урманда булып, өйгә ҡайтҡас, сабата үрергә ваҡыты ҡалманы. Йүкә ҡабығынан 14 таҫма телде, сабата башы иште, ә бына үрергә өлгөрмәне....


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
  • Бахыр бала. Йәне йәннәттә булһын...
  • Хәйер (хикәйә)
  • “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)



  • Радио Юлдаш FM