RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 Бар яҡтан да килгән ул

Бар яҡтан да килгән ул

Биология уҡытыусыһы Эльвира Ишморатованы ял көнөндә лә, отпуск мәлендә лә
мәктәп баҡсаһында йәки теплицала осратырға була


Башланғыс кластарҙа бергә эшләгән коллегам Ишһылыу апай Әминеваның бер көндө: “Бынау Эльвира килендең уңғанлығына, сослоғона, әрһеҙлегенә иҫең китерлек! Кеше әле йүнләп бесәнгә төшмәгән, ә ул, яңғыҙым тип тормай, әллә ни арала кәбәнен дә ҡойҙороп ҡуйған!” – тип ғәжәпләнеп һөйләгәне әле булһа ҡолағымда сыңлай...

1980 йылда Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән Эльвира Миңлебай ҡыҙы, урындағы мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, 1998 йылда Сибай дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ уҡыу менән бер рәттән бала саҡтан үҙ иткән бейеүҙән дә ситләшмәй, төрлө сарала әүҙем ҡатнаша. Әсәһе Гүзәл апай – Һәмән ауылы ҡыҙы. Ял, каникул мәлдәрендә уның һеңлеһе – Альбина апайҙарына ҡунаҡҡа килеп йөрөгән сағында Эльвира ошо ауыл баһадиры Әсләм Ишморатов менән таныша, һәм 2001 йылда йәштәр өйләнешеп тә ҡуя. 2002 йылда тәүге ҡыҙҙары Эльмира донъяға ауаз һала. Балаға һылтанып, уҡыуын ташламай йәш әсә, ситтән тороп уҡыуға ла күсмәй, ятаҡтан еңгәләренә күсеп, төркөмдәштәренән ҡалышмай, шул йылда ҡулына диплом алыуға өлгәшә. Муллаҡай урта мәктәбендә биология һәм химия предметтарын алып барыусы, нәҡ ошо фәнгә ҡыҙҙа һөйөү уятыусы, уны юғары уҡыу йортона әҙерләүсе Гөлсөм Рафиҡ ҡыҙы Мазһарова ауырып, ваҡытһыҙ донъянан китеп бара. Йәш белгесте уның урынына эшкә алалар. Бер йылдан һуң Эльвира килен булып төшкән ауылына – ҡайны-ҡәйнәһе янына ҡайтып төпләнә. Ул саҡта иптәше ҡырҙа була. Бына шул ваҡытта яңғыҙының ирле кешеләрҙән алда бесән саптырып, күбәләп, кәбәнгә һалыуы хаҡында һоҡланып һөйләгән икән Ишһылыу апай! Ҡайныһы Әбүзәр ағай ғүмере буйы бик күп умарта тотто, ҡортсолоҡ серҙәренә тилбер киленен дә өйрәтә. Үҙ фәне буйынса эш урыны булмағас, Эльвира Миңлебай ҡыҙы Билал мәктәбендә тәүҙә лаборант, һуңыраҡ Йәш натуралистар станцияһының өҫтәмә белем биреү йүнәлеше буйынса “Йәш баҡсасы” һәм “Ҡортсолоҡ” түңәрәктәрен алып барҙы. Йыл һайын апрель баштарында баш­ланғыс кластарҙың декаднигы уҙғарыла. Мәктәптең өлкән вожатыйы Сөмбөл Бөрйән ҡыҙы менән Эльвира Миңлебай ҡыҙының ҡош­тарға арнап үткәргән байрамда ике командаға ла: “Һеҙгә беҙҙән “тәмле приз!” – тип йыбанмай бешергән тәмле бәлештәре менән балаларҙы һый­лау­ҙары әле­геләй күҙ алдында.
Эльвира Миңлебай ҡыҙы менән миңә лә яҡындан танышып, эшләргә тура килде. Өҫтәмә курс үткәс, 2014 – 2016 йылдарҙа башланғыс кластарҙа уҡытты. Ул балалар әлеге мәлдә 8-селә уҡып йөрөй. Ошо кластың етәк­сеһе хәҙер апайҙары. 10 йыл буйы өйрәнгән бер уҡы­тыу­сының ҡулы аҫтында белем алып тәрбиәләнеү үҙе бәхет тү­гелме һуң?!
Бергә эшләгән йылдарҙа коллегамды тағы ла нығыраҡ белдем. Һәм әле лә уның тынғыһыҙлығына, бел­мәгә­нен белергә тырышып өйрәнеүенә, алдына алған берәй эшкә теше-тырнағы менән йәбешеп, аҙағынаса алып барып еткермәйенсә туҡтамауына, сәмле, егәрле, ярҙамсыл, киң күңелле, талапсан булыуына һоҡланып туймаҫлыҡ. Ике йыл инде ул биология һәм химиянан уҡыта. Уҡыу­сылары БДИ буйынса ла яҡшы һө­ҙөмтәләргә өлгәшә. Тәбиғи фәндәр буйынса мәктәп берекмәһе етәк­сеһе эше лә уның нескә иңенә йөк­мәтелгән. Ғилми-тикшеренеү эш­тәренән дә ситтә ҡалмай. Ауыл ерлегенә, үҙ­ҙәренең шәхси ху­жалығына нигеҙләнеп башҡарылған тикшеренеү эштәре буйынса уҡыусыһы А. Кинйә­булатова (2013 йыл), ҡыҙҙары Эльмира (2015 йыл), Айдинә Ишморатова (2016 йыл) призлы урын­дарҙы яуланы. 1 категориялы уҡытыусы мәктәп яны участкаһы өсөн дә яуаплы. Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән Эльвираның тын­ғыһыҙ көндәре башлана һәм ҡара көҙгәсә дауам итә. Ялмы, отпуск мәле булһынмы, көн һайын уны йә йәшелсә баҡсаһында, йә сәскәләр майҙансығында, йә теплицала осратырға була. Тупраҡта соҡсоноп, уҡыусылары менән тәжрибә үткәрһенме, йә булмаһа уңышты арттырыу маҡ­сатында берәй ашлама индерһенме – һәр саҡ нимә ме­нәндер мәшғүл. Ваҡыт менән иҫәп­ләшмәй, бар күңелен биреп, яратып башҡара коллегам үҙенә тапшырылған эште. Шуға ла баҡсабыҙ йыл да мул уңышы менән ҡыуандыра. Ашханала балалар йыл әйләнәһенә оҫта ҡуллы ашнаҡсы Фариза апай Шәмсетдинова шул уңыштан әҙерләгән тәмле аш-һыуҙы яратып ашай. Мәктәп етәкселеге һәм район мәғариф бүлеге Эльвира Миңлебай ҡыҙының тынғыһыҙ эшен бик күп Рәхмәт хаты, Маҡтау ҡағыҙы менән баһалай. Кино йылына арналған 2017 йылғы август конференцияһында сәс­кәләр байрамында мәктәбебеҙҙең 1-се урын яулауында ла Эльвираның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Һәр класҡа бүлеп бирелгән сәскәлектә күҙ яуын алырлыҡ аллы-гөллө гөлдәрҙең көҙҙөң һуңғы айында ла, ҡаты ҡырауҙарға бирешмәй, балҡып ултырыуҙары һәр кемдең күңелен күтәреп, байрам кәйефе бирә.
“Байыҡ” гала-концертынан һуң Эльвира дуҫтары менән.
Мәктәбебеҙ ике йыл рәттән «Иң яҡшы уҡыу-тәрбиә участкаһы» исемлегенә инә. Былтыр үткән «Мәктәптең йәшел биҙәге» конкурсында ла биология һәм химия уҡытыусыһы Эльвира Ишморатова етәк­селегендәге мәктәп яны участкаһы еңеү яуланы. Билал мәктәбенең йәш уҡытыу­сыларынан торған “Ынйы” бейеү ансамбле быйыл “Байыҡ” конкурсының гала-концертында уңышлы сығыш яһап, 1-се урынға лайыҡ булды. Ошо ансамблдең әүҙем бейеүсеһе лә ул Эльвира. Бала саҡтан бейеү сәнғәтенә битараф булмаған уҡытыусы башланғыс кластарҙа эш­ләгәнендә лә уҡыусыларына бейеүҙе үҙе һала торғайны.
Эльвираның тылы ла ныҡлы. Ире Әсләм – фермер. Ул йылҡысылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнә, пай ерҙәрен эшкәртә. Бер нисә йыл элек шәхси хужалығына ситтән герефорд – ит тоҡомло баш­маҡтар ҡайтарғайны, хәҙер улар ярайһы үрсем бирә. Мал ҡарашырға аталарына ике ҡыҙы һәм Ислам улы ярҙамлаша. Буш ваҡыт­тарында Әсләм ғаиләһе менән балыҡҡа йөрөй. Кәләше лә балыҡ тоторға ярата. Бер саранан да ҡалмай, гел сәхнә түрен биҙәгән һандуғас тауышлы оҫта йырсы, дәртле бейеүсе ҡәйнәһе Мәҙинә апай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт йыл элек фани донъяға күсте. Олоғайған ҡайныһын Эльвира бик ҡәҙерләп ҡарай. Ауылдың берҙән-бер һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 92 йәшлек уҙаман Әбүзәр ағай­ҙың аяҡтары ауыртып, йыш хәрә­кәтләнмәһә лә, ҡулынан гәзит-журнал төшмәй, һәр яңылыҡ менән хәбәрҙар. Эльвираның атаһы ауырып, үлеп ҡалғас, әсәһе Гүзәл апай ҙа алты йыл элек ике улы менән тыуған нигеҙенә күсеп ҡайтты. Әсә менән ҡыҙ дуҫ һәм серҙәш, бер-береһенә терәк-таяныс бу­лып, яр­ҙамлашып йәшәй.
Туған йәнле коллегам менән Әсләм йыл һайын тигәндәй ике яҡтан да күп һанлы туғандарын йыйып, тәбиғәт ҡосағында төрлө ярыш-уйын уйнатып, ҡаҙан аҫып, һыйлап, матур итеп байрам ойоштора. Бына ошондай һоҡланғыс, татыу ғаилә йәшәй тәбиғәттең иң йәмле ерендә урынлашҡан Һәмән ауылында.




Автор: Илүзә ӘФЛӘТУНОВА
Фото: vk.com
Район/Город: Баймаҡ районы, Билал ауылы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек

© 1917 - 2023 «Йәшлек» гәзите
Все права защищены.
При использовании материалов ссылка на сайт «Йәшлек» обязательна.