RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тәбиғәт өсөн ҡыш уңышлы булған

19.03.2011 Тәбиғәт өсөн ҡыш уңышлы булған

Хәтерегеҙҙә булһа, былтырғы эҫе йәй, ҡоролоҡ кеүек катаклизмдар бөтөн кешелекте хәүефләндерҙе. Белгестәр хатта был тиклем дә эҫелектең һуңғы 35 йылда күҙәтелмәүен телгә алды. Хәйер, ҡыш та бүтәнсәрәк килде кеүек. Миҙгел сатнама һыуыҡтары менән хә­тер­ҙә ҡалды. Әммә ул һауа шарттарының тотороҡлоғо арҡаһында ғына аномаль булып күренә икән. Ғәмәлдә иһә тәбиғәт өсөн был бик яҡшы, файҙалы осор, имеш.
Баҡтиһәң, беҙ бары тик ысын ҡышҡы һыуыҡтар­ҙың һәм мул ҡарҙың нисек булғанын онотҡанбыҙ. Шунлыҡтан ҡыш ныҡ һыуыҡ булғандай тойола. Әгәр һауа торошон күҙәтеүсе «Башҡортостан» ҡурсаулығы мониторинг секторының инженерҙарынан һуңғы биш йылдағы мәғлүмәтте алһаҡ, ошондай күҙәтеүҙәргә юлығырбыҙ: 2005 йылда ҡар 21 апрелдә иреп бөткән, ә сана юлы 15 декабрҙә генә һалынған. Был ваҡытты биологтар вегетатив осор тип атай, һәм ул 2005 йылда – 239, 2006 йылда – 235, 2007 йылда – 238, 2008 йылда – 259, 2009 йылда – 217, 2010 йылда 223 көн тәшкил иткән. Ә күп йыллыҡ уртаса күрһәткес – 199 көн. Күреүегеҙсә, был ҡыштың яҡынса ике аҙнаға һуңлап килеүен, ҡыҫҡараҡ була барыуын, ҡарҙың аҙыраҡ яуыуын аңлата.
Быйыл ҡар күп яуҙы. Был, үҙ сиратында, ҡоштар­ҙың сатнама һыуыҡтарҙа ҡарҙа «йәшенә» алыуын аңлата. Үҫемлек һәм ағастарға ла көрт аҫтында йылы. Ғөмүмән, 30 – 37 градуслыҡ һыуыҡтар тәбиғәт өсөн ҡурҡыныс түгел. Бары тик көндәрҙең йылытып, яңынан һыуытыуы ҡурҡыныс. Ошонан сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: беҙҙең киҫкен континенталь климатлы Көньяҡ Урал тәбиғәте өсөн быйылғы ҡыш бөтә күрһәткестәр буйынса ла уңышлы һәм яҡшы булған. «Башҡортостан» дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә һыуыҡтан үлгән ҡош-йәнлектәрҙең теркәлмәүе, ағастарҙың туңып ауыуы, ботаҡтар һыныуы күҙәтелмәүе лә шуны дәлилләй.

Р. ИШБИРҘИНА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”