RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Планета ниңә тыныс түгел?

19.03.2011 Планета ниңә тыныс түгел?

Һуңғы йылдарҙың тәбиғәт ҡазаларын, һәр төрлө башҡа һәләкәттәрҙе, ҡайһы бер ил­дәр­ҙә ҡупҡан болаларҙы бәғзеләр, бигерәк тә сит ил кешеләре, «2012 йыл репетицияһы» тип атай. Нимә буласаҡ һуң был йылда? Эш шунда: майя ҡәбиләһе индеецтары үҙ календарҙарында 2012 йылда ҡояштың сираттағы һүнеүен фаразлаған. Быны тотош донъя бөтә, тип аңларға кәрәкмәйҙер. Цивили­зациялар алмашынып торғанын хәҙер иҫбат иттеләр инде. Нух бәйғәмбәр ваҡытынан тере ҡалған кешелек һанай әле мәңгелек йылъяҙмаһын. Миллиондарса кешенең ғүмерен өҙгән бәлә-ҡазаны – ер тетрәүҙәр, һыу баҫыуҙар, терроризм, янғын, аслыҡ, эпидемияларҙы – заман ахыры менән бәйләмәй ҙә булмай шул. Унан килеп, Ер планетаһы кешенең артыҡ эшмәкәрлегенән күп кенә зыян күрҙе, күрә. Был ҡасанға тиклем дауам итәсәк? Билдәһеҙ. Әлегә Ерҙең эсен аҡтарыуҙы дауам итәбеҙ. Урынына нимә тултырабыҙ һуң? Иҫ киткес бер тәртип менән йәшәгән Йыһан ҡайғыртырға тейешме был турала? Ерҙең дә күсәре юҡҡа ғына урынынан шылмағандыр... Япония фажиғәһен әйтәм, илдә хаос һәм мәхшәр бит. Ә уның эҙемтәһе донъя илдәрендә сағылыш табасаҡ, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә.

Рәсәйгә ер тетрәү янаймы?

Рәсәйҙә ер тетрәүҙәр һирәк күренеш түгел. 90-сы йылдар һуңынан алып ҡына ла 7 балл менән иҫәпләнгән 30-ға яҡын тетрәү теркәлгән. Сейсмик яҡтан хәүефле төбәктәргә Алыҫ Көнсығыш, Көнсығыш Себер, Яҡут Республикаһы, Кавказ, Каспий һәм ҡара диңгеҙ ярҙары, Карпат тирәһе инә. Дөйөм алғанда, илдә ер тетрәү янаған биләмәләрҙә 20 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Белгестәр билдәләүенсә, беҙҙә сейсмик һыҙат Кавказдан алып Камчаткағаса тотош көньяҡты биләй. Ә инде атом, йылылыҡ һәм гидроэлектростанциялар, экология йәһәтенән хәүефле булған башҡа объекттар урынлашҡан төбәктәрҙең 20 проценты ошо зоналарға тап килә. Миатли, Чирют, Саян-Шушен, Иркутск, Колыма ГЭС-тары, Билибин АЭС-ы ошо иҫәптә. Тағы ла һандар теле менән әйтһәк, Рәсәйҙең 330 эре тораҡ пункты, шул иҫәптән Владикавказ, Иркутск, Улан-Удэ, Петропавловск-Камчатский кеүек 103 ҡалаһына ер тетрәү хәүефе янай. Еңелсә ҡурҡыныс янаған урынға, үкенескә күрә, Көньяҡ Урал да инә. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, ер һелкенеүҙәр 1–5 мең йылға бер генә ҡабатланырға мөмкин.

Ә беҙҙә?..

Япониялағы ҡот осҡос фажиғәне телевизор­ҙан ҡарап тетрәнгәндә, баҡһаң, беҙҙең республикала ла ер һелкенеүен тойоусылар булған, имеш. Үткән аҙнаның бер көнөндә, дөрөҫөрәге, төнөндә Мәләүез ҡалаһында, уның янындағы бер нисә ауылда өйҙәрҙә өҫтәл-ултырғыстар «ҡалтыранған», люстра «бәүелгән». Урындағы МЧС-ҡа байтаҡ «шаһит» шылтыратҡан. Смаҡ, Шәрип, Үжә, Воскресенское ауылдары, Кочкарь утарында ерҙең хатта ике-өс тапҡыр һелкенеүен тойоусылар бар.
Мәләүездән Зилә Кәбирова (фатиры бишенсе ҡатта) төндә быяла ватылған тауышҡа уяна. Баҡһаң, форточкаһы ҡапыл асылып киткән. Ул, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ер һелкенеү тураһында уйламай, иртән күршеһе өй йыһаздарының төндәге сәйер «ҡылығы» хаҡында әйткәс кенә, аптырана башлай. Ә Смаҡ ауылында йәшәүсе Разалия Дауытова (ауыл хакимиәтендә бухгалтер булып эшләй) һөйләүенсә, ул төндә шарт-шорт иткән тауышҡа уяна. «Тәҙрә быялалары вис кенә ҡойолоп төшөр тип ҡурҡтым. Люстра ла һелкенде. Дивандан тороп ултырғайным, үҙемде шар өҫтөндәге кеүек хис иттем – бәүелеп тик ултырам. Күрше-тирәлә лә бер-бер артлы ут тоҡандырҙылар. Тынысланғас, ҡараһам, сәғәт төнгө 4.17 ине», – ти апай, был төн ваҡиғаларын хәтерләп. Ауылдағы ҡайһы берәүҙәрҙең мөрйә төбө ҡупҡан, стеналағы штукатурка сатнаған. Күрше Арыҫлан ауылында һелкенеү тағы ла көслөрәк булған, МЧС хеҙмәткәрҙәре килеп тикшергән хатта. ҡыҫҡаһы, был тирәлә йәшәүселәр байтаҡ хәүефләнгән.
Был хәлде нисек аңлатырға мөмкин? Япония «шаңдауы» килеп еткән тиер инек, ул беҙгә бик алыҫ. Бәлки, Нөгөш, Йомағужа һыу һаҡлағыстарының яҡын булыуы сәбәпселер, унда тупраҡ тоҡомдары йомшаҡ, карст бушлыҡтары ла бар.
Шул уҡ көндә, йәғни 11 мартта, баш ҡалала ла «ниҙер» булған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы студенттары ла, ер һелкенеүен тойоп, дәррәү рәүештә өйҙәренә таралышҡан. Бындағы хәлде белгестәр академия бинаһының элекке һыу тирмәне урынында ултырыуы менән аңлата («КП-Уфа» гәзите сайтынан).
Республикала ер ваҡыты-ваҡыты менән еңелсә һелкенеп тора, тик ҡеүәтен үлсәүсе махсус сейсмология ҡорамалы юҡ. Күрше Ырымбурҙан, Татарстандан йә Пермдән тиҙ генә алып килеп тә булмай шул. Станция ҡороп ҡуйыр өсөн өс миллион һум тирәһе аҡса кәрәк.

Һандар, фараздар

Ер тетрәүҙәрҙең байтағы ҡот осҡос фажиғә килтереүе менән тарихҡа инеп ҡала. Кешелек хәтерендә ХVIII быуаттан һуң булғандарының иң ҡурҡыныстарын иҫәпләгәндә генә лә, донъя илдәрендә ҡаза күреүселәр йөҙҙәрсә, меңдәрсә. Мәҫәлән, 1732 йылда Һиндостандағы һәләкәт 300 мең кеше ғүмеренә торошло була, ә 1755 йылда Лиссабон ҡалаһы тотош емереклек аҫтында ҡала. 1811 йылда АҡШ-тың Нью-Мадрид ҡалаһындағы биналарҙың барыһы ла зыян күрә. 1897 йылда Һиндостандың 23 мең квадрат км майҙанын ялмаған ер тетрәү иң емергесе булған, тип баһалайҙар. 1970 йылда Перуҙа 63 мең кеше һәләк була, ә 600 меңе йорт-ерһеҙ ҡала. 1988 йылда СССР-ҙың Ленинакан менән Спитак ҡалалары емерелә, үлеүселәр һаны 45 мең кешегә етә, шул сама тиерлеге йәрәхәттәр ала. 1999 йылда Төркиәнең ярты миллион самаһы кешеһе йортһоҙ ҡала, 17 меңдән күберәге һәләк була.
Яңы быуатта ла ҡурҡыныс ер тетрәүҙәр булып өлгөрҙө. 2004 йылда Һинд океанында ер тетрәп, цунами барлыҡҡа килде, һәм 250 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлдө. ҡытайҙа 2008 йылда, Гаитиҙа һәм Чилиҙа былтыр булған һәләкәттәр күп ҡайғы һәм хәүеф килтерҙе. Хәҙер килеп Япониялағы ер тетрәүҙең эҙемтәһе хатта тотош планетаның күсәре шылыуына сәбәпсе булды.
Сейсмологтар алдағы хәүефле һәләкәттәрҙе лә фаразлай. Улар күҙаллауынса, 2050 йылға тиклем Сахалинда 8 – 9 балл ҡеүәте менән ер тетрәйәсәк. Сан-Франциско менән Лос-Анджелесҡа 2038 йылғаса хәүеф янай. Таһранда, Бенгал ҡултығында 2050 йылға тиклем ер тетрәүҙән бер нисә миллион кеше һәләк буласаҡ. Токиола ла тыныс булмаясаҡ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы