RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Иң шәп сырҙар – Башҡортостанда

19.03.2011 Иң шәп сырҙар – Башҡортостанда

Бәләбәй һөт комбинаты был юлы ла яңы продукцияһы менән һөйөндөрҙө
Иң шәп сырҙар – БашҡортостандаРеспублика етештереүселәре Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән ойошторолған «Агроком­плекс – 2011» күргәҙмәһендә, ҡулланыусылар яратып өлгөргән аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, өр-яңы продукцияһын да тәҡдим ит­те. Бигерәк тә Бәләбәй һөт комбинаты етештергән сырҙар иғти­бар­ҙы йәлеп итә ине. Әйткәндәй, уларҙы Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе, Һамар, Сверд­ловск, Пермь һәм Омск өлкәләрендә лә һатып алып була.
Өфөнөң Спорт һарайында ойошторолған «Агрокомплекс – 2011» халыҡ-ара махсуслаш­тырыл­ған күргәҙмәһе быйыл да бик бай булды. Сараға Рәсәйҙең 25 төбәгенән ҡатнашыусылар йыйылды. Илдең 200 предприятиеһынан тыш, Белоруссия, Польша, Герма­ния, Канада һәм башҡа сит илдәр вәкилдәре лә килде. Беҙҙең республика майҙанында Башҡортос­тандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең, сит илдәр­ҙең дә иң шәп ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим иткән күргәҙмәлә аҙыҡ-түлек, орлоҡтар, перспективалы тоҡомло мал-тыуар һәм заманса техниканы һайлау мөмкинлеге булды. Ауыл хужалығы ойошмалары, хеҙмәтсәндәре өсөн был күргәҙмә бик мөһим. Ни тиһәң дә, бер урынға килеп, үҙеңә кәрәк мал-тыуарҙы, техниканы һайлап алыу мөмкинлеге һәр ваҡыт булып тормай.
«Агрокомплекс – 2011» Баш­ҡортостанда үткән берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе булараҡ та әһәмиәтле. Күргәҙмә менән танышыр­ға килгән Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөс­тәм Хәмитов, сараның мөһимлеген билдәләп, беҙҙең республика етештереүселәре тәҡдим иткән продукция менән танышты. Ул «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятие­һы әҙерләгән техника өлгөләрен дә юғары баһаланы. Беҙҙең техника ситтән килтерелгәнгә ҡарағанда арзаныраҡ, әммә был уның сифаты түбәнерәк тигәнде аңлатмай.
Иң шәп сырҙар – БашҡортостандаӘлбиттә, ауыл хужалығы тураһында һүҙ алып барғанда, ауыл туризмы хаҡында ла билдәләп үтмәй булмай. Баш­ҡортостанда ла был тармаҡты әүҙем үҫтерергә ниәтләйҙәр. Республикала туризм, башлыса, тәбиғәт парктары һәм ҡурсаулыҡтарға бәйле үҫешә. Бигерәк тә туристарҙы Башҡортостандың иҫ киткес матур тәбиғәтен һыбай йөрөп ҡарау ҡыҙыҡһындыра. Туризм беҙҙә лә әүҙем үҫешә башланы, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
«Агрокомплекс – 2011» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡошсолоҡҡа ла ҙур урын бирелде. Уларҙың төрлө тоҡомлоларын табырға була ине, хатта экзотик ҡоштар ҙа Баш­ҡортостанды үҙ иткән. Тик шуныһы – финанс ҡытыршылыҡтары арҡаһында ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорттоң һаны кәмегән. Был проблемалар ҙа тиҙ арала хәл ителер, тип ышанғы килә.
Быйыл беренсе тапҡыр халыҡ-ара күргәҙмәлә сәнәғәт ҡошсолоғо өсөн инкубаторҙар һәм башҡа ҡорамалдар ҙа күрһәтелде. Шулай уҡ икмәк бешереү ҡорамалдары ла халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
«Агрокомплекс – 2011» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһенең фәнни өлөшө лә бай йөкмәткеле булды. Унда көнүҙәк проблемаларҙы ҡараған «түңәрәк өҫтәл»дәр, конкурстар, кәңәшмәләр ҙә ойошторолдо.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”