RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һүҙҙән бутҡа бешмәҫ

19.03.2011 Һүҙҙән бутҡа бешмәҫ

йәки Ниңә беҙҙе төрлө декларациялар һәм вәғәҙәләр күбеге баҫа?
Шәмсе күктәге сәфәрен элекке рәүешле дауам итһә лә, елдәр әүәлгесә иҫеп торһа ла, донъя тамам буталды. ҡайһы бер миҙгелдәрҙә ҡыш тигәнебеҙ ни көҙ, ни яҙ булмай сыға, йылы яҡтарҙа рәхәтләнер ҡоштар беҙҙең менән ҡалыуҙы хәйерлерәк күрә. Тәбиғәт тә аймылыш булып киткәс, әҙәм балаһына ни ҡала?..
Бына әле лә телевизорҙан иртәнән кискә тиклем әллә ниндәй процент ставкалары, котировкалар, бивалюта кәрзине кеүек ябай кешенең аңына яҡын да килмәҫлек нәмәләр тураһында һөйләйҙәр. Бөгөн бында, иртәгәһен тегендә меңәрләгән мөкабәрә баш иҡтисади форум тип йыйылып ултыра. Шул ҡәҙәр зиһен, тау хәтлем белем менән финанс һәләкәтенә, иҡтисад ҡыйралышына нисек юл ҡуйылалыр?.. Әллә барыбыҙ бер юлы аҡылға зәғифләндекме, өс ағас араһында аҙашып, ике тауыҡҡа ем бүлеп бирә алмай ҡаңғырып йөрөйбөҙмө? Был һорауҙарҙы бирһәк тә, яуап юҡ, әммә яңылышлыҡтар көсәйә, тәрәнәйә барған һымаҡ.
Әйткәндәй, финанс йәһәтенән донъябыҙҙың пыран-заран килеүе тиҙ генә үтеп киткәндәй түгел. Ғүмер баҡый шул эштә йөрөп теше ҡойол­ған белгестәр ҙә уның айышына төшөнә, тамырҙарының ҡайҙан шытып сығыуын күрә алмағас, беҙҙең ише зарир кешеләр ни хәл ҡылырға тейеш? Сиреңдең тәбиғәтен белмәгәс, уны дауалау сараларын нисек тапмаҡ кәрәк? Беҙ инде, рәхәттән бигерәк, михнәтле тормошта йәшәүгә күнеккән, әлеге көрсөктө лә, билде һығыбыраҡ быуып үткәреп ебәрергә тырышабыҙ ҙа ул, тик хакимдарыбыҙ хәлдең айышын аңлата барһын ине. Боронғолар: «Сирен йәшергән – үлгән», – тигән. Тимәк, халыҡҡа дөрөҫөн һөйләмәүҙән, күҙ буяуҙан ғына ҡараның аҡҡа әйләнмәгәнлеге мәғлүм. Әммә, совет сәйәси ҡоролошондағы ғәҙәтте дауам итеп, халыҡ һаман билдәһеҙлектә тотола. Хакимиәт шуның менән уның дөрөҫ мәғлүмәт алыуға конституцион хоҡуҡтарын боҙоуын ғына түгел, бәлки ябай кешене кәмһетеүен дә аңламай. Әгәр идара итеүсе даирәләр менән халыҡ араһында ышаныс юҡ икән, йәмғиәттең берҙәмлеге хаҡында һүҙ алып барыу ҙа урынһыҙ.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың яңы етәкселегенең көндәлек эшмәкәрлегендә халыҡты хәбәрҙар тотоу йәһәтенән һиҙелерлек үҙгәрештәр бар. Аңлауымса, Президент даими үтә торған ултырыштарҙа ла, төрлө кәңәшмә-осрашыуҙарҙа ла элегерәк бигүк асылып бармаған мәғлүмәт­тәр­ҙе лә халыҡтан йәшермәҫкә тырыша. Бындай асыҡлыҡтың йәмғиәттә ышанысты нығытыу йәһәтенән әһәмиәте бик ҙур. Әйткәндәй, урындағы телевидениеның «Асыҡларға ваҡыт», «Пора разобраться» кеүегерәк тапшырыуҙарында юғары власть вәкилдәре һәр ваҡыт ҡатнаша килһә, һөйләшеүҙәр, сафсата һатыуҙан күтәрелеп, эшлеклерәк төҫ алыр ине.
Рәсәйҙең иң юғары властары, бәлки, халыҡты хафаландырмау ниәтенәндер, йәки эш менән мәшғүл булыуҙарын күрһәтер өсөнмө, көн дә үтә торған кәңәшмәләрҙе, осрашыу­ҙарҙы телевизорҙан күрһәтеү, илдең алтын-валюта запастары, банк котировкалары тураһында һөйләү менән ифрат мауыға. Төптәнерәк фекерләгәндә, Президент менән хөкүмәттең бөгөн ниндәй директива сығарыуы, мәҫәлән, мөғәллимә Мария Ивановна менән тракторсы Абдуллаға мөһим дә түгел. Илдең идара итеү механизмы кем тарафынан һәм нисек хәрәкәткә килтерелә, уныһы – техник мәсьәлә. Мөғәллимә менән тракторсы тормошоноң иртәгәһе көнө тураһында уйланмай эшләһен һәм йәшәһен. Улар, бала тәрбиәләү һәм иген игеү кеүек, үлсәүҙәргә һыймаҫ эштәр менән мәшғүл. Хеҙмәт хаҡы, йорт-ҡаралты, дауалау-ял итеү һымаҡ мотлаҡ әйберҙәр тураһында эш кешеһе юллап йөрөү түгел, уйланырға ла тейеш түгел.
Һүҙ ҡуйырғанда, ғәҙәттә, эш туҡтай. Беҙ был хәҡиҡәтте 20 – 25 йыл элек, ил башында Михаил Горбачев торғанда татығайныҡ инде. Ил хакимдарына әле лә шул зәхмәт ҡағылманымы икән? Бындай шик-шөбһәләргә хәбәр күп булған һайын иҡтисадта, тимәк, халыҡтың көнитмешендә эштәрҙең мөшкөлләнә барыуы сәбәпсе. Көрсөккә ҡаршы көрәштә Д. Медведев, В. Путин, А. Кудрин, Э. Нәбиуллина Көнбайыш илдәренең тәжрибәһен инҡар итте, иҡтисадтағы ауырлыҡтарҙы, олигархтарҙан алып, йәнә ябай халыҡ иңенә һалды. Бер үк ваҡытта, халыҡтың ғәжәпләнеүенә, иҡтисадсы-белгестәрҙең тәҡдимдәренә ҡарамаҫтан, хөкүмәт алтын-валюта запастарын, тотороҡлоҡ, резерв фондтарын, киләсәк быуын­дар фондын олигархтарҙың сит ил банкыларынан алған кредиттарын ҡаплауға тотондо. Предприятиеларҙы ҡотҡарып ҡалыуға йүнәлтелгән гигант суммалар байҙарҙың банк иҫәптәренә күсте.
Төрлө ташламалар, өҫтәп түләүҙәр туҡтатылған, сабый өсөн айлыҡ пособие 150 (!) һум булған, бюджет күҙгә күренеп ҡыҫҡарған ваҡытта ла банкирҙар, газ-нефть өлкәһе топ-менеджер­ҙары, дәүләт корпорациялары башлыҡтары миллиондарса доллар «хеҙмәт» хаҡы ала, үҙҙәренә үҙҙәре төрлө бонустар түләй. Был йәһәттән беҙҙекеләргә АҡШ та, Европа ла өлгө түгел. Һалым системаһында миллиардер Вексельберг өсөн дә, әлеге меҫкен Мария Ивановна өсөн дә берҙәй үк һан – 13 процент. Байҙың төшөмөнән күберәк һалым түләнергә тейешлеген халыҡта аңлау бар, әммә власта ғына сәйәси ихтыяр, дөрөҫөрәге, теләк юҡ. Беҙгә тағы Алман менән Франция ла, Швеция ла үрнәк була алмай.
Йәмғиәттә бер-береңә ышанысты һаҡлау өсөн, власть, халыҡты хөрмәт итмәгән сүрәттә лә, һис юғында уны кәмһетмәҫкә бурыслы. Мин быны идара итеү органдарында эшләүселәр һанын ҡыҫҡартыу тураһында һүҙҙең ваҡыт-ваҡыты менән ҡуйырып алыу уңайынан әйтәм. Чиновниктар ғәскәрен ҡыҫҡартыу Рәсәйҙә, коррупцияға ҡаршы көрәш кеүек үк, өмөтһөҙ нәмә. Сөнки ул идея тыуыр-тыумаҫтан уҡ һүҙ бутҡаһына батырыла, формаллек ҡосағында тонсоҡторола килде. Аппарат ҡыҫҡарған хәлдә лә, эштән ата бюрократ ҡуҙғатылмай, күбеһенсә йыйыштырыусы, курьер, сәркәтип һымаҡ йомош-юлсы ҡыуыла. Үҙәк гәзиттәр Президент хакимиәтендә йөҙ кешенең эштән китеүен, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы аппаратындағы вакансия­лар­ға кешеләр алынмаясағын ҙур сәйәси ваҡиға итеп яҙҙы. Шул ваҡытта төрлө дәрәжәләге депутаттарҙың тыйнағыраҡ йәшәргә тейешлеге хаҡында – ләм-мим. Ғөмүмән, депутаттарҙың эшмәкәрлеге һәм һаны бюджет мөмкинлектәре һәм ижтимағи ихтыяж менән бәрәбәрме икәнлеге матбуғатта ниңәлер ябыҡ тема булып ҡала килә. Көнбайышта иһә йәмғиәт тормошона ҡағылышлы һәр тема асыҡ һәм фекер алышыуҙарҙа һис ниндәй сикләүҙәр юҡ.
Ысындан да, илдә, халыҡ әйтмешләй, «һүҙе һүҙгә оҡшамай, ауыҙы һүҙҙән бушамай» һымағыраҡ сир аҙа бара. Уның төп билдәһе – иҡтисад закондары менән нығытылмаған һәм финанс йәһәтенән тәьмин ителмәгән төрлө башланғыстарҙың күбәйеүендә һәм, шуға бәрәбәр, декларациялар һәм вәғәҙәләрҙең күбек булып күтәрелешендә. Бөтә донъя, ил иҡтисадының төп терәге булараҡ, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юл асҡанда беҙ дәүләт корпорациялары тип аталған монстр-монополиялар булдырабыҙ. Урта һәм бәләкәй эш- ҡыуарлыҡ тамам бөлөү хәленә еткерелде, уларҙың аһ-зарын ил башлыҡтары ишетмәй һәм, әгәр май айы аҙаҡтарында ошо тармаҡта эшләүселәрҙең бөтә Рәсәй забастовкаһы ғәмәлгә ашһа, был илдәге иҡтисади һәм социаль хәлдең сараһыҙлығын аңлатасаҡ. Ҙур монополистик структураларҙың көрсөктән тиҙерәк һәм нығыраҡ зыян күреүе иҫбат ителһә лә, беҙ аңлашылмаған үжәтлек менән елгә ҡаршы барабыҙ. Ошо буталсыҡ осоронда нанотехнология, йөҙөп йөрөүсе атом электр станциялары һымаҡ хыялый-авантюристик проекттар дәүләт программалары төҫөн ала. Был йәһәттән белгес-ғалимдар­ҙың иҫбатлауҙары, хәүефләнеүҙәре инҡар ителә, уның ҡарауы А. Чубайс, С. Кириенко кеүек сәйәсмән «белгестәр» өсөн бюджет кеҫәһе һәр саҡ асыҡ.
«Аҙ һүҙҙән мәғәнә сығыр, күп һүҙҙән бәлә сығыр», – тигән әйтем дә бар. Горбачевтың хайран күп һүҙлелеге илде ниндәй хәлдәргә төшөрөүе әле онотолмаған. АҡШ Президенты Барак Обама иптәш тә властағы тәүге осоронда йәш Михаил Сергеевичты хәтерләтеп алғайны. Халыҡ алдында сығыш яһау әүәҫлеге һәм һәләте, теләһә ҡайһы аудиторияла ла ҡаушамау һәм иркенлек, һәр мәсьәләне асылынан ситкә алып китеү маһирлығы – демократия принциптарына нигеҙләнеүсе дәүләт башында, бәлки, шундай сифаттарға эйә булған кеше торорға тейештер. Әммә АҡШ иҡтисады менән финанс системаһы ҡыйралған хәлдә уның харабалары аҫтында беҙҙең дә ҡалыуыбыҙ ихтималлығы ҙур.
Сәйәсәт – үҙ юлы менән, тормош – үҙ яйынса, тип раҫлаһаҡ та, көнкүрешебеҙгә сәйәсәттең йоғонтоһо һәр аҙымда үҙен һиҙҙерә. Хакимдар ант итеүгә һәм сауҙа хеҙмәткәрҙәренә янауға ҡарамаҫтан, кибет кәштәләрендә хаҡтар көндән-көн күтәрелә, республикала ғына тиҫтәләрсә мең яҡташыбыҙ конторалар тупһаһын тапап, эш эҙләй. Күптәренең ҡулында дипломы бар, әммә йә белеме, йә һөнәри квалификацияһы юҡ. Матди етештереү тармаҡтарында, төҙөлөштәрҙә егәрле, оҫта ҡулдар етешмәй, ә сәләмәт, йәш егеттәр менән ҡыҙҙарға мотлаҡ офис, компьютер, персональ автомашина кәрәк. Бында ла беҙ эске сәйәсәттәге танауҙан ары күрә белмәүҙең емештәрен тирәбеҙ. Һәр үҫмер урта мәктәпте тамамлаһын, юғары уҡыу йортона инһен, тигән әхлаҡи доктрина механизатор, токарь, балта оҫтаһы һ. б. кеүек тормош һөнәрҙәренә ғафиллыҡҡа алып килде. Был хаталарҙы декрет менән дә, БДИ ярҙамында ла төҙәтеп булмай. Элекке рухи һәм хеҙмәт традицияларын тергеҙергә тура киләсәк.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә