RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

14.07.2019 Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

Ауырыуҙар – ҡыяр уңышының кәмеүенә төп сәбәпселәр. Уларҙы булдырмауҙың бер ысулы – сиргә бирешеп бармаған сорттарҙы ултыртыу. Был йәшелсә сирләмәһен тиһәгеҙ, ауырыуҙарын ваҡытында дауалағыҙ.

Антракноз (медянка)

Антракноз – ҡыяр өсөн иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе. Йәшелсәнең япраҡтары ҡорой, емеше серей. Был бәшмәк ауырыуы үҫентеләрҙе бөтөнләй юҡ итергә мөмкин. Уның барлыҡҡа килеүенә ысыҡ менән ямғыр йоғонто яһай. Сирҙең тәүге билдәләре япраҡтарҙа сағыла: уртаһында бәләкәй һары-алһыу йәки көрән таптар барлыҡҡа килә. Һабаҡтар һәм емештәр көрән йәки ҡара ҡутырлы яралар менән ҡаплана. Көн дымлы булғанда, ауырыу көсәйә бара, таптар алһыулана.

Ауырыуға ҡаршы саралар

Ерҙе тәрән эшкәртеп, сүп үләндәренән таҙартыу;
Саманан тыш еүешлек барлыҡҡа килеүҙе киҫәтеү;
Һыуҙы йәшелсәнең төбөнә һибеү, япраҡтарға һыу тейҙермәү;
Ауырый башлаған япраҡ-һабаҡтарҙы алып ташлау;
Ҡулланған инструменттарҙың таҙа булыуы.
Был саралар ярҙам итмәһә, махсуслаш­тырылған химик препараттарҙы ҡулланырға тура киләсәк. Мәҫәлән, «Ровраль», «Эупарен», «Цинеб», «Цирам» һ.б.

Мозаика
Мозаика – ҡыярҙың вируслы ауырыуы. Йәш япраҡтарҙа төрлө төҫтәге таптар барлыҡҡа килеүе менән билдәләнә. Ауырыған япраҡтар бәләкәй балдаҡтар һәм йәшел-һарғылт таптар менән ҡаплана. Артабан «ябай мозаика» үҫешә. Ныҡлы зарарланғанда, япраҡтар ҡатып йыйырсыҡ­лана. Ҡыярҙың үҫеше тотҡарлана, сәскә атыу һәләте кәмей. Тәүҙә мозаика йәшелсә һабағында барлыҡҡа килә, аҙаҡ бөтә уңышҡа тарала. Ҡайһы ваҡытта ҡыяр аҡ төҫкә инә. Ғәҙәттә, ҡуйы-йәшел урындар һөйәлле кеүек ҡалҡыу була.
Ҡыярҙы вируслы ауырыуҙарҙан һауыҡ­тырып булмай тиерлек, әммә сирҙең таралыуын киҫәтергә мөмкин. Бының өсөн түбәндәге ысулдар ҡулланыла:
Беренсе ауырый башлаған үҫентеләрҙе юҡҡа сығарыу;
Күп йыллыҡ сүп үләндәрен юҡ итеү;
йәшелсә бетенә (тля) һәм талпанына (паутинный клещ) ваҡытында ҡаршы тороу;
Ултыртыу алдынан орлоҡто калий перманганаты иретмәһендә (марганцовка) зарар­һыҙландырыу;
Ауырыуға дусар булған үҫентеләргә 10 процентлы шыйыҡ һөт ҡушымтаһы һибергә.

Кладоспориоз
Ул — бәшмәктән таралған иң зарарлы ҡыяр ауырыуҙарының береһе. Ҡыярҙың ер өҫтө өлөшөн зарарлай, әммә йәшелсәһенә зыяны күберәк тейә. Ауырыу япраҡтарҙа төрлө формалы тимгелдәр менән бил­дәләнә, күбеһенсә бөрөшә. Һабаҡ һәм япраҡтарында ҡутырлы яралар барлыҡҡа килә, көн дымлы булғанда улар зәйтүн төҫөнә инә. Емешкә төймәләнеү туҡтай, улар яйлап ҡороп ҡойола. Ҡыяр ҡутырланып үҫә, уңышы кәмей. Тупраҡта был инфекция ике-өс йыл буйы йәшәй.
Кладоспориоз ауырыуының беренсе билдәләре күҙгә күренһә, үҫентегә һыу һибеүҙе биш-алты көнгә туҡтатырға, уны 1 процентлы бордос шыйыҡсаһы менән эшкәртергә кәрәк. Ярҙам итмәһә – “Оксихом”ды ҡулланырға.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә