RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кәбеҫтәне ҡара бөрсә баҫһа, нимә эшләргә?

28.07.2019 Кәбеҫтәне ҡара бөрсә баҫһа, нимә эшләргә?

Уларға ҡаршы көрәшеүҙең ябай ғына ысулы бар. Көндәр эҫетә башлау менән баҡсалағы гөрләп үҫкән йәшелсәләрҙе ҡара бөрсә, күбәләк ҡорто кеүек зарарлы бөжәктәр баҫа башлай. Һыуһыл, йәшел кәбеҫтә япраҡтарын ваҡ ҡына ҡара бөрсәләр һырып, тишкеләп бөтөрә. Ҡоротҡостар һөжүменән ыҙа сиккән йәшелсә япраҡтары йәмһеҙләнә, шиңә, үҫә алмай. Шуға уға ҡаршы ваҡытында көрәш башларға кәрәк.

Бының өсөн химия ҡулланмайынса элек-электән килгән ғәҙәти ысул менән йәшелсәне ҡотҡарып була. 5 литр һыуға 250 грамм көл һәм бер ҡалаҡ ҡырылған кер һабынын ҡушырға. Яҡшылап болғатып, бер тәүлек тоторға һәм иртән кәбеҫтәләргә һибеп сығырға. Ҡайһы бер баҡ­сасылар кер һабыны урынына дегет ҡушып яһалған шыйыҡсаны ҡуллана. Был осраҡта 5 литр һыуға 1 ҡалаҡ ғына ҡушалар.
Кәбеҫтә япраҡтарына утын йәки тәмәке көлө һибеп сығыу ҙа ҡара бөрсәләргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә