RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

27.08.2019 Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Маринадланған патиссон


Бер литрлы банкаға: 600 г патиссон, 450 г маринад, 2 г ваҡ ҡына туралған керән тамыры, 4 г сельдерей һәм петрушка япрағы, самалап ҡуҙаҡлы ҡыҙыл борос, 2 лавр япрағы, 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ, 0,3 г дәрсен (корица), 10 бөртөк ҡәнәфер, 3 бөртөк хуш еҫле ҡара борос.
Маринад өсөн: 400 г һыу, 20 г тоҙ, 20 г шәкәр, 6 г 9 процентлы аш һеркәһе.


Маринадлау өсөн патиссондарҙың бәлә­кәйерәктәрен, йомшағыраҡтарын һай­лай­ҙар. Уларҙы йыуып, кәрәкмәгән урындарын ҡыр­ҡып таҙартырға. Йәшелсәне тәүҙә ҡай­нар һыуҙа 3 – 5 минут бешекләп, һалҡын һыуҙа һыуытырға.
Бынан һуң йәшел тәмләткестәрҙе йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға, шул уҡ ваҡытта маринад әҙерләнә. 1 литрлы банка өсөн эмалле кәстрүлгә һыу, тоҙ һәм шәкәр һалырға, 10 – 15 минут ҡайнатырға, 3 – 4 ҡат марля аша һөҙөп, ҡабаттан ҡайнатып, аш һеркәһе өҫтәргә.
Банканың төбөнә йәшел тәмләткестәрҙе һалғас, патиссондарҙы теҙергә. Ҡайнар маринад ҡойғандан һуң, тимер ҡапҡас ме­нән ҡаплап, ҡайнап торған һыулы кәстрүлгә ҡуйып стерилләргә.
Банкалағы йәшелсәне яйлап һыуытырға, бының өсөн йылы әйбер менән ҡаплап торорға кәрәк.

Маринадланған һарымһаҡ


Маринад өсөн: 1 литр һыуға – 50 г тоҙ, 50 г шәкәр, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе.
Һарымһаҡты әрсеп, таҙартып, 3 – 4 минут ҡайнар һыуҙа тотоп, банкаға һалырға. Маринад өсөн ҡайнар һыуға шәкәр һәм тоҙ һалып, ике минут тирәһе ҡайнатырға, уттан алыр алдынан ғына аш һеркәһе өҫтәргә. Ҡайнар тоҙлоҡто банкаға ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ҡаплап, әйләндереп, йылы әйбер менән ябып, һыуытырға ҡуйырға.


Помидорҙан салат


1 кг башлы һуған, 2 кг татлы борос, 2 кг помидор, ярты стакан үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ.
Һуған менән боросто турап, майҙа ҡыҙҙырырға. Помидорҙарҙы дүрт өлөшкә бүлеп, яртыһы ҡалғанға тиклем бешерергә, тоҙ, шәкәр, май ҡушырға. Тоҙ менән шәкәр ирегәндән һуң ҡыҙҙырылған борос менән һуғанды өҫтәргә. Ошо массаны ҡайнау хәленә еткергәндән һуң банкаларға һалырға ла стерилләргә. 1 литрлыҡ банкалар 40 минут тирәһе стерилләнә.

Маринадланған ҡыяр


10 кг ҡыяр, 500 г башлы һуған, 10 – 15 г укроп йәки әнис орлоғо.
Маринад өсөн: 6 литр һыу, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 100 – 150 г тоҙ, 1 кг шәкәр, ҡара борос.
Ҡыярҙы йыуып таҙартырға ла, түңәрәкләп ҡырҡырға. Тоҙ, шәкәр, укроп йәки әнис, ваҡлап туралған һуған, борос һибеп, ҡыяр киҫәктәрен банкаларға тултырғас, маринадты ҡойоп, стерилләргә. Ярты литрлыҡ банкалар – 10, литрлыҡтары 15 минут утта тотола.

Тиҙ әҙерләнә торған ҡышҡы салат


2 кг помидор, берәр килограмм башлы һуған, кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, татлы борос.
Бөтә йәшелсәне лә ваҡлап турап, 8 балғалаҡ тоҙ һәм бер стакан үҫемлек майы өҫтәргә. Ярты стакан һыуға 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе ҡушып болғатырға ла, йәшелсәгә ҡойорға. Әҙер массаны утта 5 минут тирәһе ҡайнатырға, стерилләнгән эҫе банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ҡапларға.


Итле аҙыҡтар өсөн тәмләткес


1 кг крыжовник, 200 г йәшел әнис, 300 г һарымһаҡ.
Йәшел, өлгөрмәгәнерәк крыжовникты йыуып, укроп, һарымһаҡ ҡушып, ит үткәргес аша үткәрергә лә, банкаларға тултырырға. Был тәмләткесте һалҡынса урында һаҡларға.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә