RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

Ҡарбуз-ҡауын тулыһынса август-сентябрь айында ғына өлгөрә. Уның 90 проценты һыуҙан тора. Был еләкте (!) йыш ҡына химикаттар менән тултыралар, яһалма ҡыҙарталар. Шуға күрә һатып алғанда, бик һаҡ һәм иғтибарлы булыу кәрәк.

Ҡарбузды үҫтергәндә химик матдәләр күп ҡулланылһа, зарарлы була. Был йәһәттән сифатын ябай ғына ысул менән тикшереп ҡарарға мөмкин: бер стакан һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡарбуз иҙмәһе һалырға. Һыу шунда уҡ ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инә икән – химикат күп. Әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ ғына тоноҡланһа, ҡурҡмайынса ашарға була.

Ҡарбуздың тышҡы “ҡиәфәте” лә күпте һөйләй. Иң мөһиме – ҙурлығына ҡыҙыҡ­мағыҙ. Ул ни тиклем ҙур була, татлылығы шул тиклем аҙыраҡ. Иң һәйбәт ауырлыҡ – 2,5 – 3 кг. Өҙөлгән һабағы, йәғни “ҡойроғо” ҡороған икән, тимәк, матур өлгөргән, оҙағыраҡ һаҡларға ла була. Тышын йәмһеҙләгән һары тап һәм һоро төҫтәге “ауҙар” – ҡарбуздың тәмлелегенә ишара. Тәүгеһе – уның ерҙә оҙаҡ ятыуын, тәбиғи шартта өлгөрөүен, икенсеһе бал ҡорттарының һеркәләндереүен иҫбатлай. Тап ни тиклем ҙурыраҡ, ә ауҙар күберәк – шул тиклем тәмлерәк буласаҡ. Күптәр ҡарбузды туҡылдатып ҡарап һайлай. Ысынлап та, тоноҡ тауыш сығарһа, ул өлгөрөп етмәгән.

Ҡарбуздың орлоғо күп булһа, ашауы уңайһыҙ. Әммә тап шундайҙар тәме менән айырылып тора. Шулай уҡ тышының ҡаты һәм бөтөн булыуына иғтибар итегеҙ. Унда эләккән бактериялар тиҙ үрсей. Шуға күрә бәләкәй генә серек, йә булмаһа, ярылған урыны булһа, һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе мөмкин.

Ҡарбуздың составында фолий кислотаһы, магний, аскорбин кислотаһы, тиамин, каротин, ниацин бар. Организмға фолий кислотаһы бигерәк тә кәрәк. Ул күҙәнәктәрҙең бүленеүенә ярҙам итә һәм аҙыҡты, аҡһымдарҙы эшкәртеүҙә мөһим роль уйнай. Шулай уҡ тиренең сәләмәтлеге лә уға бәйле. Ә мускулдарҙың эшмәкәрлеге магнийға бәйле. Уға ҡытлыҡ булғанда йөрәк ауырта, хатта инфаркт булырға мөмкин, ҡан баҫымы күтәрелә. Ҡарбуз организмды токсиндарҙан, ҡомдан, артыҡ тоҙҙан, хатта холестериндан таҙартыу өсөн файҙалы.

Йәйҙең тәмле-татлы емеш-еләген, йәшелсәләрен ашап, организмды витаминдарға, кәрәкле матдәләргә байытып ҡалайыҡ. Алда оҙайлы ҡыш, уны һау-сәләмәт үткәреү өсөн көс-ҡеүәт кәрәк. Әммә һаҡ булырға ла онотмағыҙ. Шифа эҙләп, зыян табып ҡуймайыҡ.



Автор: Г. Вәлитова
Фото: Юлай КӘРИМОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә