RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Икенсе тайм тамам, һуңғыһына әҙерһегеҙме?

19.03.2011 Икенсе тайм тамам, һуңғыһына әҙерһегеҙме?

Шулай итеп, хоккей һөйөүселәребеҙ өсөн ойошторолған викторинаның икенсе таймына ла һығымта яһарға ваҡыт етте. Нисауа, был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙың әүҙемлеге бер аҙ кәмей төшһә лә, уҙған, йәғни беренсе тайм ҡатнашыусыларының барыһы ла тиерлек яуап ебәргән. Сөнки еңеүселәребеҙ ошо өс тайм һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк. Икенсе тайм һорауҙарына тулыһынса дөрөҫ итеп өс уҡыусыбыҙ яуап биргән – Өфө ҡалаһынан Динара Дилмөхәмәтова-Ғәйнет­динова, Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынан студент Фәнил Торомтаев һәм Бөрйән районының Нәби ауылынан Айсар Нәбиуллин. ҡырмыҫҡалы районының Яңы ҡыйышҡы ауылынан Гөлнур ҡолшәрипованы ла улар араһына индерергә булыр ине. Әммә һуңғы һорауҙы аңламағанмы икән, ул, хоккей менән 7 – 8 йәштән махсус хоккей мәктәптәрендә шөғөлләнә башлайҙар, тигән. Дөрөҫ кеүек, тик һүҙ унда тарихы тураһында бара. Тимәк, яуап: хоккейҙы, спорт төрө булараҡ, Канадала үҙләштерә башлайҙар. Тәүге рәсми уйын 1875 йылда уҙғарыла.
Шулай уҡ Мәсетле районының Йыланыш ауылынан Рәмил Муллабаев һүрәттәге билдәле уйынсы Игорь Кравчукты, Ирек Гимаев менән бутап, бер хата ебәргән. Учалы районының Ураҙ ауылынан Булат Заһитов, Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Вилә Ишҡыуатова, адресын яҙырға онотҡан Илнур Бохармәтов менән Учалы районынан Гөлназ Йомағужина, викторинаның өс һорауында яңылышып, конкурста юлын дауам итә. һуңғы өсөнсө тайм­ға ла сират етте.
Өсөнсе тайм 19 марттан 4 апрелгә тиклем барасаҡ. Викторина һорау­ҙарын www.ye02.ru һәм nur-sport.ru сайтында ла ҡарай һәм яуапты беҙҙең редакция адресына йә электрон адресҡа – еshlek@ufa.agidеl.ru. – ебәрә алаһығыҙ.
Cудья Нур ҡӘҘЕРБАЕВ.

Викторина һорауҙары
Ill тайм


1. Донъя беренселегендә иң ҙур иҫәп ҡасан һәм ниндәй командалар араһында булған?
2. Заманында «Салауат Юлаев» командаһы етәкләгән баш тренерҙарҙың исемлеге.
Икенсе тайм тамам, һуңғыһына әҙерһегеҙме?3. Һүрәттә кемдәр (исемдәре)?
4. Ниндәй команда 1970 – 1977 йылдар­ҙа донъя чемпионаттарында ҡатнашмай?
5. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тәүге донъя чемпионаты ҡасан һәм ҡайҙа уҙған?
6. Данлыҡлы ҡапҡасы Владислав Третьяк нисә тапҡыр донъя һәм Олимпия уйындары чемпионы булған?
7. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәренән нисә хоккейсы НХЛ-да үҙен һынап ҡарай?
8. Яңыраҡ Өфөлә үткән «Сәм кубогы»нда («Кубок Вызова») «Толпар» командаһынан нисә хоккейсы уйнаны? Исемдәрен һәм уйын амплуаһын атағыҙ.
Икенсе тайм тамам, һуңғыһына әҙерһегеҙме?9. «Салауат Юлаев» командаһының атаҡлы көйәрмәне, күренекле башҡорт шағиры (фото).
10. Быйыл уҙған Бөтә донъя ҡышҡы универсиадала Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы еңеүсе булды. Унда Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Улар кемдәр?










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!

Ильяс
29 марта 2011 01:58: Ильяс
Я болельщик Салавата Юлаева Стрёх летним стажом ...... winked