RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Еңеүҙе яҡынайтыуҙа олатайымдың да өлөшө бар

23.08.2011 Еңеүҙе яҡынайтыуҙа олатайымдың да өлөшө бар

Еңеүҙе яҡынайтыуҙа олатайымдың да өлөшө бар
Олатайым тураһында уйлана торғас, уның үткәндәренә төшөп киттем. Уй-фекерҙәремде бер төйөнгә төйнәп, осон табырға тырышам. Еңел түгел икән шул һуғыш тураһында яҙыуы. Сөнки уның тураһында нимә беләм инде? Кинофильмдарҙа күрһәтелгән ҡурҡыныс кадрҙарҙы күҙ алдына килтерә алам, уҡыған китаптарым был мәхшәр тураһында бер аҙ күҙаллау бирә. Ә бына һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәреп, уларҙы йырып сыҡҡан олатайымдың үҙ ауыҙынан ишеткәндәрем күңелемә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Юҡ, ул фронтта, ут эсендә, булмаған, әммә шул мәлдә быуыны ла нығынып өлгөрмәгән үҫмер тыл михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән. Шуның өсөн дә, моғайын, «һуғыш» һүҙе ҡолағыма салын­һа, кесерткән менән балтыр­ғандан аш бешереп ашаусылар ҡылт итеп иҫкә төшә.

... Ашарға яраҡлы булһа ла, ҡайһы берҙә уларҙы ауыҙға ҡапҡандан һуң ирендәр күберсеп сыҡҡан. Үлән-тамырҙарҙы йыйыу өсөн ун йәшлек Әнүәргә, таң менән тороп, ауылдың эргә-тирәләрен ҡыҙырып сығырға тура килә. Ярай әле, беҙҙең яҡтарҙа тупраҡ уңдырышлы: кишергә оҡшап торған үлән тамырын табырға була. Тамырҙарҙы ҡаҙып алып, йыуып, ҡыҙыу мейестә киптереп алаһың да, таш тирмәндә көлсәлек он тартып алаһың. Был көлсәләрҙең тәме һигеҙ тиҫтәһен тултырған Әнүәр олатайымдың һаман да тел осонда...
Эйе, олатайыма 80 йәш тулды. Һуғыш осоро тураһында ул бик һөйләп бармай: әллә хәтере юйыла төшкән, әллә инде был хаҡта иҫенә төшөргөһө килмәй. Бик һирәк кенә һүҙ ҡуҙғатҡылап ала.
Олатайымдың күҙҙәренән күҙемде ала алмайым – улар шул тиклем яғымлы ҡарай. Тормошонан ҡәнәғәтлегенән киләмелер, һис ҡасан бер кемде лә бер нәмәлә лә ғәйепләмәҫ, әрләмәҫ. Ауырлыҡтарға ул бер ҙә генә бирешмәгән, һәр нәмәне нисек бар, шулай ҡабул итә белә.
Тын ҡалған минуттарында уны ситтән генә күҙәтәм. ҡарашын алыҫҡа төбәп, оҙаҡ ҡына уйланып ултыра. Әллә үткәндәрен иҫләй, әллә бөгөнгөһөн хәтеренә төшөрә. Һорашырға ҡыймайым. Бәлки, үҫмер генә сағынан һуғыш афәте ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән ир уҙаманы ғәзиз ата-әсәһен иҫләп ултыралыр. Һөйләгәндәре буйынса шуны беләм: атаһы, йәғни минең ҡарт олатайым, сәләмәтлеге һәм йәше буйынса хеҙмәт армияһына эләккән. Олатайым атаһын борҡоп ятҡан туҙанлы ауыл юлынан әллә ҡайҙа тиклем илап оҙатып барған. Бәлки, булған ризығын төйнәп, әллә ҡайҙарҙа ятҡан Урал аръяғына хеҙмәт армияһындағы ире янына барған әсәһен иҫләйҙер. Унда күреп ҡайтҡан аслыҡ-яланғаслыҡтан ирен йәлләп, аҙаҡ оҙаҡ ҡына илам­һырап йөрөгән ҡартәсәйем...
Нимә тураһында уйлайҙыр олатайым, белмәйем. Әммә уның хәтер тигәне үткәндәрҙән әсәһенең илап-һыҡтауҙарын, яҡындарының, ауылдаштарының үлеме тураһында бер-бер артлы килгән «ҡара ҡағыҙ»ҙарҙы тартып килтереп сығара. Алты баланан иң кинйәләренең, Венера һеңлеһенең, муйын һөйәген һындырып, һәләк булыуы хәтеренә ныҡ уйылып ҡалған. Ә ҡышҡы төндәрҙә ас бүреләрҙең ауылға килеп, ҡорбанын көтөп, өйҙәре тирәләй олоп йөрөүен онотоу мөмкинме һуң?! Иртән тороу­ға бисара эттәренән тик ҡойроғо ғына тороп ҡалған...
Бына ҡураныс ҡына кәүҙәле малай баҫып тора. Уға барлығы 11 генә йәш. Уйнап, шаярып, уҡып туймаҫ сағы. Тик уның уйнарға ла, уҡыр­ға ла ваҡыты юҡ. Уға бик яуаплы эш ҡушылған – элеваторға иген ташырға. Ат юҡлыҡтан (һуңғыһына тиклем фронтҡа ебәргәндәр) үгеҙҙәрҙе еккәндәр. Улары бала-сағаға бик буйһоноп бармай. Шулай, бер ҡыш көнөндә, санаға иген тейәп, малайҙар Стәр­летамаҡҡа ашлыҡ алып барырға сыға. Әптек ауылында үгеҙ сығынлап китеп, бер кешенең ағас ҡайырыһынан ғына эшләнгән соланын емереп барып инеп китә. Киреләнгән үгеҙҙе соландан сығарып алыр өсөн ауыр тоҡтарҙы сананан бушатып, ҡайтанан тейәргә тура килә...
Стәрлетамаҡтан төндә генә ҡай­тыр­ға сығалар. Сатнама һыуыҡ елеккә үтеп инеп килә. Эстә олоған ас бүреләрҙе әҙ генә булһа ла баҫыу өсөн малайҙар туңған икмәк киҫәген кимерә-кимерә бара...
Үҙ башынан үткәргәндәрен һөйләгән саҡта олатайым бер ҡасан да бер нәмәгә лә зарланмай. Эйе, улар көнө-төнө эшләгән. Яҙғы баҫыу эштәре башланыу менән үҫмерҙәр ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ менән бергә ҡырҙа уҡ йоҡлаған, сөнки эш төн уртаһына тиклем һуҙылған. ҡара таңдан тағы ла эшкә тотонғандар.
1945 йылдың ҡышы бик ҡаты килә. Олатайыма ҡатын-ҡыҙҙар баҫыу­ҙарға сығарған тиреҫтең иҫәбен алып барырға ҡушыла. Ул көнө буйы баҫыуҙа. Унда-бында ғына ары-бире әтмәләп ҡуйылған ҡыуыш эсенә инеп, йылынып ала ла, тағы ла ҡағыҙ менән ҡәләменә тотона. Был эҙһеҙ үтмәй – март айында ул аяғынан йығыла һәм ике ай буйы урынынан тора алмай. Ауылда ул саҡта табип тигәнең ҡайҙан булһын инде. Унда-бында ғына күршеһе Итҡол дауаханаһында эшләгән Полина исемле табип (ҡайһы яҡтандыр эвакуацияланған) килеп китер булған. Май башында олатайыма әҙерәк хәл ингән һәм мәктәпкә уҡырға бара. Нәҡ шул Итҡол ауылында радионан күптән көткән шатлыҡлы хәбәрҙе – һуғыш тамамланыуы тураһында ишетә. Был көндә мәктәптә дәрес­тәр­ҙе туҡтаталар. Балалар ауылдаштарына, яҡындарына һөйөнсөләр өсөн урман аша тыуған ауылдарына йүгерә...
Еңеү көнөн иҫкә алған сағында олатайым ул көн ваҡиғаларын ҡайтанан кисергәндәй. Һәр һүҙендә тулҡынланыу һиҙелеп тора. һуғыш арҡаһында һәләк булған атаһын, ауылдаштарын, ирен, ҡыҙын юғалтҡан әсәһенең күҙ йәштәрен бер ҙә онота алмай – күҙҙәре сылана. Тыны ҡыҫыла башлай һәм ул ирек­һеҙҙән тынып ҡала...
Олатайыма былтыр «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы» тигән юбилей миҙалын тапшырҙылар. ҡәҙерлебеҙ, ысынлап та, был наградаға лайыҡ. Ул һәм уның кеүек үк малайҙар иген үҫтереп, фронтҡа ебәреү өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгән. Аслыҡ-яланғаслыҡ тип тормағандар, ә «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!» тигән лозунг аҫтында тырышып тир түккәндәр.
Олатайым Әнүәр Сөләймән улы Ғиләжетдинов 1931 йылдың 17 авгусында Ишембай районының ҡарлар ауылында тыуған. Бөтә ғүмере ата-бабалары йәшәгән ошо ауылда үткән. Бик хөрмәтле, ихтирамлы кеше һанала был яҡтарҙа. 40 йылдан ашыу «Коммунар» колхозында электрик булып эшләгән. Тырыш хеҙмәте өсөн колхоздың, «Башсель­хозэнерго» берекмәһенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән, «Коммунистик хеҙмәт геройы» исеменә лайыҡ булған. Юбилей миҙалдары менән йыш бүләкләнгән.
ҡартәсәйем Роза Әхмәт ҡыҙы менән бергә 40 йылдан ашыу бик татыу ғүмер итеп, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Рәзилә – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, икенсе ҡыҙҙары, минең әсәйем Рәйхана – мәғариф өлкәһендә, кеселәре Гөлнара РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы булып эшләй. Хәҙер инде беҙ ҙә, ейән-ейәнсәрҙәре, үҫеп еттек һәм кемебеҙ юғары уҡыу йортонда, кемебеҙ мәктәптә уҡып йөрөй.
Тормош дауам итә, һәр нәмә үҙ сираты менән бара. Ә ҡасандыр кешеләр һуғыш тамамланыуын тү­ҙем­һеҙләнеп көтөп, көндәрен һана­ған. Олатайым атаһын көткән, тик ғәзиз кешеһе ҡайта алмаған. ҡартәсәйемдең атаһы ла Сталинград өсөн барған һуғышта һәләк булған. Улар Тыуған иле өсөн нисек һуғышҡан? ҡайҙа ятып ҡалғандар? Ауылдан кире ҡайтыу өмөтө менән сығып киткән бит был егеттәрҙең барыһы ла. Әле мин уларҙың тере образын тик бер аҙ һарғая төшкән фотоһүрәттәре аша ғына тергеҙәм. Шундай йәштәр, матурҙар. Һәм ошо рәүешле мәңгелеккә ҡалырҙар минең күңелдә. Илебеҙгә килтергән Еңеү өсөн рәхмәтлемен барыһына ла. Олатайыма иһә ҡаһарманлығы, тырышлығы өсөн рәхмәтлемен. Нәҡ уның кеүек кешеләр арҡаһында илебеҙ күгендә тыныс ҡояш балҡый һәм балҡыр!

Альбина МӘҡСҮТОВА.
Ишембай районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»