RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

19.06.2015 Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ғас, Учалы районының Һөйөндөк ауылынан алтмыш кеше фронтҡа киткән. Ни бары егерме дүрт кенә ир-егеткә кире әйләнеп ҡайтырға насип иткән. Һуғышҡа китеүселәрҙең унауһы Камаловтар нәҫеленән булып, етеһенең ғүмере сит-ят ерҙәрҙә өҙөлгән, ә өсәүһе яраланып ҡайтҡан.
Ҡайтыусыларҙың береһе – минең атайым, 1920 йылғы Шәйхәйҙәр Шәйхетдин улы Камалов. Ул 1943 йылдың 6 мартында һуғышҡа алына. Бессарабия, йәғни хәҙерге Молдавияла, НКВД штабында хеҙмәт итә, бандерасыларға ҡаршы көрәшә. Ауыр һуғыш йылдарында бер кемгә лә еңел булмаған. Мине, туғыҙ көнлөк сабыйҙы, өләсәй ҡарамағына өйҙә ҡалдырып, әсәйем мәктәпкә эшкә сыҡҡан, балалар уҡытҡан. Тәнәфес ваҡытында йүгереп ҡайтып, мине имеҙеп йөрөгән.
Атайым, һуғыштан яраланып ҡайтҡас, зоотехникка уҡыны, тыуған ауылында эшләне. Беҙҙе, балаларын, эсмәгеҙ, тартмағыҙ, ҡомарлы уйындар уйнамағыҙ, урлашмағыҙ, кешелекле, эшсән, тоғро булығыҙ, тип өгөт-нәсихәттәр биреп үҫтерҙе. Үҙе лә шундай юғары кешелек сифаттарына эйә ине. Һүҙе эшенән айырылманы. Кешенең хатаһын кисерергә кәрәк, тигән яратҡан һүҙе бар ине. Ауылыбыҙҙа уға ҡаршы сыҡҡан, эшен тартып алырға ниәтләгәндәр ҙә булған, ләкин ул ошо кешеләргә лә кенә тотманы, хәленән килгәнсә ярҙам итте. Үзбәкстанға эшкә килгәс, унда ла атайымды халыҡ ифрат хөрмәт итте, Камал әкә, тип кенә өндәштеләр. Гел етәксе вазифаларын башҡарһа ла, атайыбыҙ кеселекле булып ҡалды. Үҙ илемдә үләйем, тип, ғаиләһен Учалыға күсереп алып ҡайтҡан атайыбыҙ, бер йыл да үтмәне, йөрәк сиренән китеп барҙы. Уны тыуған Һөйөндөк ауылы зыяратында ерләнек. Әсәйебеҙ егерме ете йыл үткәс вафат булды. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙе онотмайбыҙ, ҡәберҙәренә барып, тәрбиәләп торабыҙ.
Атайҙың 1925 йылғы Харис ҡустыһы 1943 йылдың көҙөндә армияға алына. Рокоссовский етәкселегендә фашистарға ҡаршы алыша. Бер яуҙа уң ҡулы яралана һәм һушын юғалта, етмәһә, янында шартлаған снаряд уны балсыҡ менән күмеп ҡуя. Уның яғынан атыу тауышы ишетелмәгәс, иптәше, Учалы ауылы егете Рауил Хәлимов, борсолоп, Харис ятҡан ергә шыуышып бара һәм балсыҡты соҡоп, райондашын ҡаҙып сығара. Иҫһеҙ егетте госпиталгә оҙаталар. Рауил ағай хәҙер был яҡты донъяла юҡ инде, шулай ҙа уның яҡындарына, бала-сағаһына, ейәндәренә ағайыбыҙҙың ғүмерен, тимәк, уның нәҫел ебен өҙмәй һаҡлап алып ҡалғаны өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Харис ағай госпиталдән ата-әсәһенә һул ҡулы менән хат яҙа. Шәйхетдин олатайымдың һуғышта булыуына ишаралап, атай, һинең ат тояғың эҙенән мин дә киләм «максим»каны һөйрәтеп, Рокоссовский етәкселегендә, Днепр ярында, тип яҙған: «Бына шулай данлы Киевты беҙ алып бирҙек украиндарға. Гөрһөлдәтеп яуап бирә фашистар­ға ҡара күҙле башҡорт егете. Бала сағым иҫкә төшә, күлдәк менән балыҡ һөҙгәнем… Атай, әсәй! Иҫән булһам, бер көн ҡайтырмын! Көтөгөҙ һеҙ мине илемдә!» 1944 йылда, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип, уны һуғыштан ҡайтаралар.
Ағайым бик шаян кеше ине. Хәбәре менән кеше көлдөрөргә яратты, тормошҡа һис бер ҡасан һуҡранманы. Әүҙем булғас, спектаклдәрҙә ҡатнашырға атлығып торҙо. Тәнҡит мәҡәләһе, шаян шиғыр, ҡыҙыҡ һүрәттәр менән стена гәзитен дә «һә» тигәнсе сығарып ҡуйыр ине. Хәтеремдә, яҙғы сәсеү мәлендә Көсөк ауылынан Кәрәмәт исемле ағай ер һөрөп йөрөгәндә арып йоҡлап киткән. Ағайым, шуға төрттөрөп:
Эй, Кәрәмәт, Кәрәмәт,
Китәһең бит тәгәрәп.
Яҙғы сәсеү эше бөткәс,
Йоҡлар инең тәгәрәп! – тип дүрт юллыҡ яҙған.
Яралы ҡулы менән скрипкала ла уйнарға өйрәнде ул. Өйләнде, дүрт бала үҫтерҙеләр. Дүрт балаһы ла тормошта үҙ урынын тапты, тырышып донъя көтәләр. Харис ағайҙың да ҡәбере тыуған ауылы зыяра­тында.
1917 йылғы Ситдиҡ Рахманғол улы Камалов 1940 йылда хеҙмәткә алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уҡсы Ситдиҡ ҡамауҙа ҡалып, әсирлеккә эләгә. Һуғыштан һуң уны тура Колымаға лагерға оҙаталар. 1955 йылда ғына үҙ ауылына кире ҡайта ала ул. Был ваҡытта ҡатыны Үлмәҫбикә вафат булып, улдары Камил менән Әмир өйләнгән була. Ситдиҡ Биби исемле ҡатын менән сәстәрен-сәскә бәйләп, дүрт балаға ғүмер бирәләр.
Ә ҡалған ете Камаловтың нәҫел ебе ҡәһәрле һуғыш арҡаһында мәңгегә өҙөлөп ҡалды…

Зәкиә КАМАЛОВА.
Учалы ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары