RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

15.05.2015 «Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Йылдар үтеү менән, үҙебеҙ ҙә олоғайып бөткәс, атай-әсәй хаҡында, уларҙың тормошо, нисек йәшәгәндәре тураһында йышыраҡ уйландыра.
Атайыбыҙ Рамаҙан Фәтҡулла улы Насиров Санъяп ауылы кешеһе ине. Әсәйем Мәғрифә Нәбиулла ҡыҙы менән йәшләй генә яратышалар. Тик уларҙың китаптарҙа ғына һүрәтләнгән матур хистәре, мөхәббәте хаҡында бик һуңлап, атайыбыҙ вафат булғас ҡына уның яҙмаларынан уҡып белдек.
Үҫкән саҡта (беҙ ғаиләлә өс бала) атаймы – атай, әсәйме – әсәй, улар беҙгә һәр ваҡыт шулай булғандыр кеүек тойола ине. Уларҙың йәшлеге, мөхәббәте тураһында һорашыу әҙәпһеҙлек кеүек һанала ине.
Атайыбыҙ 1921 йылда тыуған, әсәйебеҙ 1923 йылғы. Әсәйебеҙ иртәрәк китте. Атайыбыҙ уны бик юҡһынып, күңелендә булған һағыш-һағыныуҙарын ҡағыҙға теркәп, яҙмалар итеп ҡалдырған (хәтирәләр үҙгәртеүһеҙ бирелә – ред.).
“Миңә 15 – 16 йәш самаһы булғандыр (1936 – 1937 йылдар) Мәғрифәгә танышыу өсөн хат тапшырҙым. Июнь айы ине. Унан ыңғай яуап алдым. Шул көндән башлап беҙҙең аранан ел дә үтерлек булманы. Йәштәр беҙҙең һөйөү тураһында белде, араға инеүсе булманы. Ул ваҡытта инде һөйөшөү – ара-тирә күрешеү һәм хат алышыу ғына булды. 1940 йылдың май айында тәүге тапҡыр үбешеү эләкте. Шул уҡ йылдың октябрендә армияға повестка килде. Армиянан баш тартып булмай, Мәғрифәне лә ҡалдырып китеүе ауыр булды. Вәғәҙәләшеп айырылыштыҡ.
Алыҫ Көнсығышҡа эләктем. Дүрт йылдан ашыу фронт штабын һаҡлауҙа хеҙмәт иттем. Япон самурайҙарынан ҡурҡманыҡ, хатта улар­ҙы пленға алған саҡтар ҙа булды.
Мәғрифә менән хәбәрләшеп торҙоҡ. Ул тыл михнәттәре хаҡында яҙа ине. һуғыш башланыу менән трактористкаға уҡытҡандар. Уҡытыуҙары арлы-бирле генә булғандыр инде. һүнгән тракторын ҡабыҙа алмай, илап ултырғандарын яҙа ине.
“Нимәһен генә борайым,
Ҡайһы ерен һүтәйем?
Тоҡанмай бит ҡороғор,
Инде ни хәл итәйем?
(Ы)стартеры, карбюратор,
Иск(ы)раһыҙ магнето,
Һөрөп булмай, сәсеп булмай,
Аптыраттың, йонсотто, тип йыр сығар­ҙыҡ”, – тигәйне бер хатында.
Алһыҙ-ялһыҙ, аслы-туҡлы эшләүҙәрен, минең иҫән-һау ҡайтыуымды Хоҙайҙан ялбарыуын яҙа ине. Ул бик динле кешеләрҙең балаһы булды. Япондар капитуляция иғлан иткәс, беҙ Сахалин утрауына сыҡтыҡ. Штабҡа “Сахалинский” тигән исем бирҙеләр. Сахалинға “Балхаш” тигән ҙур карапта сыҡтыҡ. Унда дүрт эшелон йөк тейәлде. Татар боғаҙында тәүлек буйы һыуҙа бәүелдек. Кире ҡайтҡанда “Плеханов” карабында сыҡтыҡ. Көн матур, диңгеҙ тыныс ине.
6 йыл да 10 көн тигәндә өйгә ҡайтып индем. Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, унан һуңғы аслыҡ та, яланғаслыҡ та еңә алманы. 1947 йылда өйләнештек. Ең һыҙғанып эшләнек, донъя ҡорҙоҡ. Өс балаға ғүмер бирҙек. Улыбыҙ Исмәғил, уҡып бөтөп, өйләнеп, тормош көтә башлағас, фажиғәле һәләк булды...
Мәғрифәм менән 54 йыл ғүмер иттек, дүрт көн һымаҡ та булманы. Унан башҡа бер көнөм дә йыл һымаҡ тойола.

Мәғрифәмә

һағындырыр инде, һағындырыр
Көтөп-көтөп алған был көндәр.
Араларҙа тауҙар ятҡанда ла,
Бергә булды беҙҙең күңелдәр.
Был донъяла мәңгелеккә ҡалыр һине
уйлап янып-көйөүем.
Ысын микән, әллә хыял микән һине генә,
һине һөйөүем?”
Ошо юлдар менән атайымдың яҙмалары тамамлана.
81 йәшендә ошондай иҫтәлектәр яҙып ҡалдырғас, уларҙың йәшлектәгеләй саф хистәренә, ҡайнар мөхәббәтенә һоҡланмау мөмкин түгел. Аҙ һүҙле атайым беҙгә мөхәббәт, яратыу тураһында бер ҡасан да һөйләмәне. Ә тормошта улар өлгө алырлыҡ пар булды.

Нәйлә НАСИРОВА.
Мәләүез ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары