RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

13.05.2016 “Хәтер – мәңгелек”

“Хәтер –  мәңгелек”Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ яҙмышында күп яҡлы яҡтыртылған тарих. Ул яуҙа ҡатнашыусылар һәм тыл ветерандары, шул осор балалары үҙҙәре кисергән-күргәндәр хаҡында һөйләй, яҙа, кинотаҫмалар­ға төшөрә, ҡылҡәләм менән һүрәтләй, ҡыҫҡаһы, кешелек тарихына теркәүен дауам итә. Бөйөк Еңеү хаҡына ҡанын түккән, ғүмерен һалған батырҙар, көндө төнгә ялғап хеҙмәт фронтында тир түккән тыл хеҙмәтсәндәре, уйнап-көлөп йөрөр саҡтарында уҡ иңдәрен ил хәстәре баҫҡан һуғыш дәүере балалары тураһында хәтирәләрҙе яҙып алып, тыңлаусыға еткереү “Юлдаш” радиоһында изге бурыс булараҡ атҡарыла. 2014 йылда күмәк тырышлыҡ менән “Хәтер – мәңгелек” тип аталған эсселар шәлкеме эфирға сыҡты. Унда һәр кем үҙенең ата-әсәһе, олаталары, ауылдаштары, яҡындары, таныштарының һуғыш менән бәйле яҙмышы тураһында бәйән итте, бөгөнгө заман быуынына фәһем-аҡыл бирерлек, тормош ҡиммәте, Еңеү хаҡы хаҡында уйландырырлыҡ хәлдәрҙе тасуирланы. Был проект “Юлдаш” радиоһына “Рәсәй патриоты” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү килтерҙе.
Шәлкемде яугирҙар һәм тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары, ябай тыңлаусыларыбыҙ ҙа дауам итеп, Еңеүҙең 70 йыллығында 70 хәтернамә эфирға сыҡты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Ғүмәровтың яҙмаһында шундай юлдар бар: “1926 йылда тыуған Бәҙретдин: “Әйҙәгеҙ, егеттәр, ошо ҙур ташҡа исемдәребеҙҙе яҙайыҡ та ҡушҡайын араһына күтәреп ҡуяйыҡ”, – тигән тәҡдим яһаны. Ташта Бәҙретдин, Ғилман, Ғиннәт, Зәбирйән, Зариф, Әхмәтғариф, Рәхимйән тигән исемдәр яҙылды. “Был беҙҙең иҫтәлекле вәғәҙә ташы булыр, кем һуғыштан иҫән-һау ҡайта, ошонда килеп дуҫтарын иҫенә алыр”, – тине Зариф...”
Таштан бигерәк, ил батырҙары хаҡында хәтер һәм мәңгелек һәйкәлдәр – беҙҙең күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә ул. Хәтирәләрҙә бәйән ителгән һәр кеше яҙмышы – илебеҙ тарихының айырылғыһыҙ өлөшө. Иҫтә­лектәрҙе туплап, Еңеүҙең 70 йыллығына “Хәтер – мәңгелек” йыйынтығы сығарылды. Ә 30 апрелдән 22 июнгәсә, 75 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланған көнгә тиклем, яҙмаларҙы көн һайын 10 сәғәт 10 минутта “Юлдаш” тулҡындарында яңғыратабыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары