RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

15.05.2015 Ватандың тоғро һаҡсылары

Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ,.. малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙакәрлек күрһәтмәгән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел.
Р. Фәхретдинов.


Тимер ярсыҡ – яра төбөндә.
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә,
Әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе
Әйләнгеләп тә ҡуя ҡәберҙә.
Шуға күрә әрней ул яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа...
Мостай Кәрим.

Рәсәй телевидениеһының күп кенә программаһында кешеләрҙе үлтереүҙе, талауҙы, фәхишәлекте һәм башҡа боҙоҡлоҡтарҙы сағыл­дыр­ған фильмдар өҙлөкһөҙ күрһәтелеү менән бер рәттән, “Йондоҙ”, “Өйҙәге”, айырыуса “Мәҙәниәт” программаларында халыҡты инсанлыҡҡа саҡырған, нескә психологизм менән һуғарылған, тәрән уйҙарға һалған, иҫ киткес фәһемле һәм тетрәндергес фильмдар ҙа күрһәтелә. Бынан бер нисә ай элек “Ҡарағолаҡ аҡ Бим” тигән фильмды ҡарарға тура килгәйне. 1977 йылда уҡ төшөрөлгән әҫәрҙе бығаса бер нисә тапҡыр ҡараған булһам да, йәнә иҫкә төшөрә-төшөрә тамаша ҡылмай булдыра алманым. Бындай ижад емештәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һирәгерәк донъя күрә шул.
Бында күптәргә таныш һәм яҡын фильмдың идея-эстетик тәбиғәте һәм ҙур әһәмиәте хаҡында һүҙ алып барырға йыйынмайым. Бары бер эпизодты телгә алып китмәксемен. Унда һүҙ яу яланында ҡаты яралан­ған төп геройҙың йөрәгенән саҡ ҡына өҫтәрәк тиҫтәләгән йылдар буйына пуля йөрөүе, үҙен һәр саҡ һиҙҙертеп тороуы һәм бер көн килеп уны бөтөнләй аяҡтан йығыуы, иң тоғро дуҫы булған этенән айырылып торорға мәжбүр итеүе тураһында бара. Иван Ивановичты Мәскәүҙәге тәжрибәле табиптар үлем ҡосағынан йолоп ала, ә бына уның аҡыллы, тоғро дуҫы ҡарағолаҡ Бим, ҡайһы бер кешеләрҙең мәрхәмәтһеҙлеге арҡаһында, төрлө михнәт-ғазапҡа дусар булып, ваҡыт­һыҙ үлә.
Бына ошо эпизод яугир-әҙип, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән элегик шиғырындағы үрҙә телгә алынған поэтик юлдарҙы, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып аҙағынаса ут эсендә булған атайыма бәйле хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө, уйға һалды һәм ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте. Өҫтәүенә, өлкән быуын ауылдаштарымдың һәм райондаштарымдың уның хаҡындағы йылы хәтирәләре лә быға этәргес биргәндәй булды. Бына ҡулымда оҙаҡ йылдар Ғафури районында етәксе вазифаларҙа эшләгән дәүләт хеҙмәте ветераны, аҡһаҡал Әхмәт Яҡуповтың (ул бөгөн арабыҙҙа юҡ инде) “Район тормошонда халыҡ яҙмышы” (2003) тигән ҙур булмаған иҫтәлектәр китабы. Унда райондың уҙған быуаттың 40 – 80-се йылдарындағы тормошона ҡыҫҡаса ғына булһа ла байҡау яһала. Телгә алынған йөҙәрләгән кеше араһында ғүмере буйы ябай колхозсы булған атайым Сафиулла Ғарифулла улына ла урын табылған. “Һуғыштан яраланып ҡайтҡан ағай­ҙар колхоз эшенә егелде, беҙҙе эшкә өйрәтте, – тип яҙа автор, үҙенең 12 – 14 йәшлек үҫмер саҡтарын иҫкә төшөрөп. – Миңә һуғыш инвалиды Ҡунафин Сафиулла ағай менән бәрәңге һуҡалауҙа ике йыл эшләргә тура килде. Ул һуҡаны тота, ә мин ат башында йөрөйөм. Сафиулла ағай бик эшсән, әҙәпле, кешелекле булды”.
Атаҡлы ғалим-яҙыусыбыҙ Жәлил Кейекбаев тыуып үҫкән Ҡаранйылға ауылы (ул 2003 йылдың 29 сентябрендә республикабыҙҙың ул саҡтағы Президенты указы менән Баш­ҡор­тостандың башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тип иғлан ителгән Сәйетбаба ауылынан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан) аҡһаҡалы, атайымдың әсәһе Гөлстан өләсәйемдең ҡан ҡәрҙәштәренең береһе Мөхәмәтдин Ғир­фан улы Ғәзизов төҙөгән шәжәрәлә лә атайым тураһындағы йылы һүҙ­ҙәргә тап булам: “Ҡунафин Сафиул­ла ағай 1941–1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында батыр­ҙарса һуғыша. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Һуғыштан ҡайт­ҡас, һаулығы ныҡ булмауға ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып колхоз эшенә тотона. Күп ваҡыт төҙөлөш эштәрендә эшләй. Бик егәрле, аҙ һүҙле, баҫалҡы Сафиулла ағай халыҡ араһында абруйлы булды. Маҡтаныуҙың ни икәнен дә белмәне, ундайҙарҙы өнәмәне”. Бында юлайҡан шуны ла әйтеп үтәйем: ғүмер юлдары, яҙмыштары Сәйетбаба ауылы менән бәйле булған Ҡунафин­дарҙың әсәй-өләсәйҙәренән юлланған бер ебе үрҙә телгә алынған Ҡаранйылға ауылы кешеләренә барып тоташҡан булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта Ж. Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романы геройҙарының прототиптары булып киткән.
Йәнә лә бер сығанаҡҡа күҙ һалайыҡ. Ул – хаҡлы ялға киткәнсе оҙаҡ йылдар Сәйетбаба ауыл советы, сельпо рәйесе, колхоздың партия ойошмаһы секретары вазифаларында эшләгән, әүҙем хәбәрсе булған Ҡаһарманов Әхмәт Мөхәмәтйән улының (был һуғыш һәм хеҙмәт ветераны мәрхүм инде) 1978 йылда Ғафури районының “Йондоҙ” гәзитендә баҫтырған мәҡәләһенең күсермәһе. Уны автор почетлы колхозсы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны С. Ҡунафинға 70 йәш тулыу уңайы менән яҙған. Унда ул атайымдың Киев, Харьков, Курск, Орел, Сталинград ҡалаларын, Польша, Германия ерҙәрен фашист ҡоллоғонан азат итеүҙә артиллерист сифатында батырҙарса һуғышыуы, алған хәрби наградалары хаҡында бәйән иткәндән һуң, тыныс тормоштағы тырыш хеҙмәте өсөн колхоз, район һәм республика кимәлендәге Почет грамоталарына, төрлө бүләктәргә лайыҡ булыуы, әсәйем Факиһа Ноғман ҡыҙы менән илле йылға яҡын тормош көтөп, ете бала тәрбиәләп, уларға юғары һәм махсус урта белем биреп, киң тормош юлына сығарыуы, һуғыш яралары бик борсой башлағас, 69 йәшендә генә, төҙөүселәр бригадаһындағы ауыр, әммә яратҡан эшен ҡалдырып, хаҡлы ялға китеүе тураһында яҙа.
Эйе, атайым да, әсәйем дә ғаиләһенә, тыуған ауылының көндәлек хәстәрлектәренә башкөллө бирелгән ябай ғына тырыш колхозсылар булдылар. Бер йәшендә саҡта атаһы мәрхүм булған, ете йәшендә, байға ялланып, көтөүсе булып эшләй башлаған атайыма, ике йәшендә атай­һыҙ, һигеҙ йәшендә әсәйһеҙ дөм етем ҡалған һәм өлкән ағаһы менән еңгәһе ғаиләһендә көн күргән әсәйемә белем алырға яҙмай шул. Әсеһен-сөсөһөн күп татыған, үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә өйрәнгән бөтмөр, тырыш кешеләр булып формалаша улар. Быны, мәҫәлән, әсәйемдең аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргән ауыр һуғыш йылдарында көнө-төнө эшләп, ул ваҡыт өсөн бик һирәк булғанса, “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, ике-өс тапҡыр балаларына һәм үҙенә күлдәк-ыштанлыҡ материал менән бүләкләнеүе, аслыҡ ҡырғынынан һәр ғаиләлә тиерлек балалар баҡыйлыҡҡа китеп торған ваҡытта өс балаһын үлемдән һаҡлап ҡала, имен-аман үҫтерә алыуы асыҡ һөйләй. Тейешле белем алыу түгел, хатта уҡый-яҙа белмәһәләр ҙә, бөтә күҙәнәктәренә тиклем халыҡ аҡылын, халыҡ педагогикаһын һеңдергән, оло фекер эйәһе, ғалим-әҙип Р. Фәхретдинов һүҙҙәре менән әйткәндә, һауаһын һулаған, һыуын эскән, әпәкәйен ашаған Ватанын бөйөк итеү өсөн көстәрен дә, йәндәрен дә аямай көрәшкән, баш баҫып эшләгән, баҫалҡы ғына йәшәгән, шуның менән ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған заттар ине улар. Һис тә шаштырыу түгел: уларҙы тыуған ауылдан ғына түгел, күрше ауылдарҙан да, хатта әллә ҡайҙа ятҡандарынан да, йөҙәрләгән кеше килеп, һуңғы юлға оҙатыуҙары, төрлө вазифа биләгәндәренең дә, ябай хеҙмәттәштәренең дә, яу юлын үткән уҙамандарҙың да: “Сафиулла ағай бик баҫалҡы кеше булды, кәпәренмәй генә йәшәне һәм эшләне, хатта беҙ, ауылдаштары, уның рядовой яугир өсөн иң юғары иҫәпләнгән наградаларҙың береһе – Дан ордены менән бүләкләнгән булыуын да белмәнек”, “Сафиулла ағай, ҡорҙаштарыңа ла, йәштәргә лә сағыу үрнәк булып, эшһөйәр, илһөйәр аҡһаҡал сифатында йәшәй белдең”, “Факиһа апай, һин үҙеңә бер тартыу көсөнә эйә, киң күңелле, ярҙамсыл, аҡыллы ил инәһе булдың”, – тип ысын күңелдән сығыш яһауы әле лә күҙ алдымда. Бындай фекер-мөнәсәбәттәр, моғайын, тикмәгә генә белдерелмәгәндер. Беҙҙең үҙебеҙгә лә, килгән бала-сағаға ла улар, бигерәк тә киң, йомарт күңелле әсәйем, өҫтәл тирәләй сәпсектәр кеүек теҙеп ултыртып, сәй эсерә-эсерә; “Эштән ҡасмағыҙ, эшегеҙ башҡалар өсөн булһа, өйрәнеүегеҙ – үҙегеҙ өсөн. Уҡыу – иң ҙур эш, иң ҙур байлыҡ. Беҙгә тәтемәне. Һеҙ, исмаһам, ошо байлыҡтан яҙмағыҙ. Хоҙай тәғәлә үҙегеҙгә эш бәхете бирһен”, – тип өгөт-нәсихәт уҡый торғайны. Бала саҡта был вәғәздәргә әллә ни иғтибар итмәһәк тә, бөгөн уларҙың ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булғанлығы бик яҡшы аңлашыла. Эшле булыу, эшләй белеп, аң-белем алып, кеше ҡорона инеү тормоштағы иң ҙур бәхет икән шул.
Яңыраҡ ҡына заманында партияның Өлкә комитетында яуаплы эштәрҙә эшләгән, һуңғараҡ Башҡорт дәүләт университетында проректор, доцент вазифаларын башҡарған М. Минеевтың 2005 йылда рус телендә донъя күргән “Һуғыш тураһында хәҡиҡәт” тигән ҙур булмаған китабы менән таны­шыр­ға тура килде. Тарихсы-педагог Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығы уңайы менән талиптарҙан иншалар һәм рефераттар яҙҙырып ҡараған һәм уларҙы системаға һалып, күҙәтеү яһаған икән. Унда физика факультеты студенты Василий Тебякиндың “Мин илай белмәйем инде” тигән иншаһы ла ыңғай яҡтан телгә алына. Был рус егете Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында утты, һыуҙы кисеп, ҡоростай сыныҡҡан, Ватандың ныҡлы бер таянысы булған, ҙур юғалтыуҙарға дусар ителгәндән һуң, 1941 йылдың декабрендә Ауырғазы һәм Ғафури райондары биләмәләрендә башлыса Башҡортостан ир-егеттәре һәм госпиталдәрҙән һауығып сыҡҡан фронтовиктар иҫәбенә яңынан формалаштырылған, штабы Красноусол ҡасабаһында урынлаштырылған Ҡыҙыл байраҡлы 219-сы Идрицк дивизияһының Ғафуриҙан сыҡҡан уҙамандары тураһында һүҙ алып бара. Улар рәтендә ул, 1988 йылда Одессала донъя күргән “Ҡыҙыл байраҡлы 219-сы Идрицк дивизияһы ветеранының иҫтәлек дәфтәре”нән күренеүенсә, 673-сө артиллерия полкына тәғәйенләнгән атайымды ла телгә ала, сағыу буяуҙар менән һүрәтләп үтә. Һауаһын һулап, һыуын эсеп, икмәген ашап үҫкән Ватаның, халҡың алдында күрһәткән эскерһеҙ хеҙмәт ана шулай онотолмай, төрлө-төрлө быуын кешеләренең күңел донъяһында үҙе бер эстафета булып урын ала бара икән.
Юлайҡан шуны ла әйтеп үтәйем әле. Һуғыштың уйын булмауын, унда һалдат ғүмеренең ҡыл өҫтөндә тороуын яҡшы аңлаған әсәйем, әхирәттәренең тыйып өгөтләүҙәренә ҡарамаҫтан, сая аҙымға бара: атаһы ҡулына алып йүнләп иркәләргә лә өлгөрмәгән ай ярымлыҡ ҡына улын, Маратын, күтәреп, арҡаһына күстәнәскә тигән аҙыҡ-түлекле ҙур тоҡто биштәрләп, ҡышҡы һыуыҡта йәйәү ире һуғышҡа әҙерлек үтеп ятҡан Ауырғазы районына сығып китә. Уның: “Юлдағы ауылдарҙа ике кис ҡунып, өсөнсө көнөнә барып еттем мин атайығыҙ янына. Уның һәм хеҙмәттәштәренең хайран ҡалыуҙарын күрһәгеҙ. Уның ҡарауы, бәләкәсен танһығы ҡанғансы күреп, һөйөп-яратып китте ул фронтҡа. Шул ҡыуаныс-шатлыҡ та уға әҙ булһа ла көс өҫтәгәндер, һуғыштан имен-аман ҡайтыуына булышлыҡ иткәндер, моғайын”, – тип уйсан ғына һөйләгәне әле лә иҫтә. Ут эсенә ингән миллионлаған ир-егеткә үҙҙәренең артында ошондай көслө характерлы, ышаныслы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм әсәләрҙең тороуын тойоу ҙа ҙур таяныс булғандыр ул.
Әйткәндәй, бында атайым яу юлы үткән дивизияға 1942 йылдың мартында үҙ теләге менән Әбйәлил райо­нының Таһир ауылынан сыҡҡан, өс китап баҫтырып өлгөргән баш­ҡорт шағиры Хөсәйен Ҡунаҡбаевтың килеүе һәм рота политругы итеп тәғәйенләнеүе хаҡында әйтеп үтеү ҙә урынлы булыр. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, 1943 йылдың 15 февралендә Курск өлкәһе Яңы Оскол районының Ольховатка ауылы өсөн барған ҡаты һуғышта шағирҙың киләсәктә яҙылыр һәм йырланыр шиғырҙары мәңгелеккә өҙөлөп ҡала.
Ҡырыҫыраҡ холоҡло, аҙ һүҙле, баҫалҡы атайымдың, орден-миҙалдарын тағып, ниндәйҙер тантана­лар­ға йөрөп барғанын хәтерләмәйем. Баштан-аяҡ эшкә сумып, колхозды, ғаиләне, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу хәстәрлеге менән булып, ул уларҙың барлығын да онотҡайны шикелле. Хәйер, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡара тир түккән осорҙа, был яу наградаларына иғтибар әллә ни булманы ла. Атай-олатайҙарының орден-миҙалдарын тәтәй урынына уйнатып йөрөүҙәрен, яһалыштарын “тикшереп”, төҫлө эмалдәрен, башҡа урындарын соҡоғолап, эштән сығарыуҙарын, отошло аҡса уйындарында бәргес (дәмбеүес) итеп йөрөтөүҙәрен, әрәм-шәрәм итеүҙәрен ул саҡтағы бала-сағаның күптәре әле лә хәтерләйҙер. Әйтеүе һәм яҙыуы ауыр булһа ла, былар булған хәл, күп нәмәгә иғтибар етеп бөтмәгән ауыр замананың бер аяныслы һәм үкенесле күренеше. Яңы­лышмаһам, бары Л. Брежнев КПСС Үҙәк Комитетының беренсе, аҙаҡ Генераль секретары булған һәм үҙенә Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемдең бер-бер артлы дүрт Алтын йондоҙон күкрәгенә таҡтырт­ҡан, һуғыш һәм унан һуңғы осорҙар­ҙы яҡтыртҡан “Бәләкәй ер”, “Яңы­рыу” тигән мемуарҙарын донъяға сығарған йылдарҙа ғына миллионлаған яугирҙың ил, халыҡ алдындағы бөйөк хеҙмәтен баһалау, иҫтәлекле билдәләр, стендтар, һәйкәл-обелисктар яһау, һуғыш ветерандары менән төрлө кимәлдәге осрашыуҙар, тантаналар ойошто­роу­ҙар системалы төҫ алды, тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын телгә алыу ҙа йышая төштө.
Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына әҙерләнгән ваҡытта Сәйетбаба ауыл советы, “Йондоҙ” колхозы, Сәйет­баба урта мәктәбе етәкселәре лә стендтар, альбомдар яһау өсөн һуғыш ветерандарын фотоға төшөрөүҙе ойоштора. Шунда атайым беренсе тапҡыр, наградаларының һаҡланған тиклемдәрен тағып, фо­тоға төшә. Район гәзитенән килгән фотограф бер юлы уны күп бала тәрбиәләп үҫтергән өсөн I, II һәм III дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған әсәйем менән йәнәш ултыртып та төшөрә. Һүрәттән күренеүенсә, наградалар араһында бер нисәүһе юҡ. Атайым мәрхүмдән беҙгә, балаларына, бер иҫтәлек булып уларҙың танытма-книжкалары ғына тороп ҡалған. Ә бит Ғафури районы һәм Башҡортостан хәрби комиссариаттарында һаҡланған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үрҙә телгә алынған дивизияла 1941 йылдың ноябренән минометтарҙан һәм 45 миллиметрлы пушкаларҙан торған еңел, ә һуғыштың һуңғы йылдарында ауыр артиллерия полктарында орудие расчетының тәүҙә 2-се, артабан 1-се һанлы атыусыһы булып хеҙмәт иткән, Украина, Белоруссия, Латвия, Польша, Германия, Румыния ерҙәрендә һуғыш­ҡан, Воронеж, Сталинград, Орел, Курск, Минск, Киев, Варшава, Берлин кампанияларында ҡатнаш­ҡан атайым, батырлыҡтары өсөн, 3 ордендан тыш, 5 миҙал менән бүләкләнгән, бынан тыш, баш коммандующий И. Сталиндан – биш, мәшһүр полководец Г. Жуковтан бер рәхмәт ҡағыҙы алған булған.

Ғиниәт ҠУНАФИН,
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»