RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 Журналистар картуф ултыртты

Журналистар картуф ултыртты
Журналистар картуф ултырттыЙыл һайын 9 май алдынан "Юлдаш" радиоһы тимурсылар хәрәкәтенә ҡушыла. Яугирҙар һәм тыл хеҙмәткәр­ҙәре менән осрашыуҙар ойоштороу, уларға йорт, баҡса эштәрендә ярҙам күрһәтеү, бергәләп иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү кеүек изге эштәр коллектив өсөн мөҡәддәс бурыстарҙың береһе һанала.

Ошо көндәрҙә генә бер төркөм “юлдаш”тар Шишмә районының Илкәш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшиҙә апай Юлдашеваға картуф ултыртышып ҡайтты. Ер йөҙөндәге ҡара көс – немец фашистарын тар-мар итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың да өлөшө ҙур була. Ирҙәр менән бер рәттән, ҡанлы яуҙа меңләгән ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Улар һауа оборонаһы, медицина һәм элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ана шундай үҙенсәлекле һалдаттарҙың бе­реһе – дәһшәтле яу юлы үткән Рәшиҙә инәй Юл­дашева. Ул ҡәһәрле һуғыш осорон әле булһа әсенеп хәтерләй. Үҙе теләп һуғышҡа китә, фронтта снайпер була. Һуғыш юлын ире менән бер сафта үтә. 1945 йылдың авгусында тыуған иленә әйләнеп ҡайта. Иле, халҡы, балалары өсөн янып, дәртләнеп йәшәй. Ауыл биләмәһе депутаты булһынмы, колхозда эшләһенме – һәр эште йөрәк йылыһын һалып башҡара. “Ул беҙҙең өсөн дә сәпкә тейеп барған снайпер булды. Әйткәнен һәр саҡ үтәнек, ғәҙеллекте яратты, эшенә яуаплы ҡараны”, – ти уның хаҡында ауылдаштары. 92 йәшен тултырған Рәшиҙә инәй бөгөн үҙен бәхетле тоя, ҡыҙы һәм кейәүе янында матур тормошта йәшәй. “Иң мөһиме, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын”, – ти хөрмәтле ветеран.
Ветерандың баҡсаһына картуф ултыртып бөткәс, “юлдаш”тар инәй­ҙең йорт алдына йыйылған Илкәш халҡына концерт күрһәтте. “Юлдаш” йыры” конкурсанттары Резеда Бүләкова, Филүс Вәлиев, шулай уҡ Фәрүәз Урманшин, Филүс Ҡасимов башҡарыуындағы күңелле йырҙар байрам кәйефе генә өҫтәне.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары