RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

27.06.2016 Исеме ташҡа уйып яҙылған

Исеме ташҡа уйып яҙылған
Исеме ташҡа уйып яҙылған
Ғәзиз олатайыбыҙ Әфтәх Исламғолов Мәскәү ҡалаһы өсөн барған ҡаты алышта һәләк булған

Бөйөк Еңеү... Был Еңеү өсөн бик күптәр үҙ ғүмерен ҡорбан иткән. Минең олатайым – 1898 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған Әфтәх Ҡасим улы Исламғолов та шулар исемлегендә. Йылдар үткән һайын беҙ уның ҡаһарманлығын нығыраҡ аңлайбыҙ, исемен хәтергә йышыраҡ төшөрәбеҙ һәм ғорурланабыҙ.
Илебеҙҙең йөрәге булған Мәскәү ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала ул. 1943 йылда өләсәйем Шәмсиҡәмәр Мырҙағәле ҡыҙы Исламғолова иренең “ҡара ҡағыҙ”ын ала, ләкин ышанмай. Кешене өмөт йәшәтә бит. 1981 йылға тиклем улар билдәһеҙлектә йәшәй. Өләсәйемдең өлкән кейәүе Йыһанур Әхмәтов үҙенең тырышлығы менән, хат артынан хат яҙып, ҡайныһының ҡайҙа ерләнгәнлеген юллап таба. Өләсәйемдең күңеле бер аҙ тыныслана... Әммә уға һөйгән кешеһенең ятҡан ерен барып күрергә насип булмай. һаулығының ныҡ ҡаҡшауы быға ҡамасаулай шул. 1982 йылда үҙе лә гүр эйәһе булып ҡуя...
Былтыр йәмле июль айында миңә һәм ирем Зөфәр Юнысовҡа олатайыбыҙ мәңгелек төйәк иткән ерҙе барып күрергә, тыуған еребеҙҙән алып барған изге тупраҡты туғандар ҡәберлегенә һалырға насип булды. Нисектер быға тиклем урын таба алмаған күңелебеҙ тынысланды шикелле. Бәлки, олатайыбыҙ ҙа тыуған яғынан сәләмдәр көтөп ятҡандыр... Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығы айҡанлы, беҙгә ошо бурысты үтәп ҡайтыу икеләтә шатлыҡлы булды. Бер ҙур теләгебеҙ тормошҡа ашты.
Ҡәҙерле кешебеҙ ятҡан урын Рәсәйҙең хозур тәбиғәтле, иҫ киткес матур төбәктәренең береһе һанала: Тверь өлкәһенең Зубцов ҡалаһында, Мәскәү тауында данлыҡлы Волга һәм Вазуза йылғалары ҡушылған ерҙә урын­лаш­ҡан Мемориаль комплекс ул (элек “Туғандар ҡәберлеге” тип аталған).
Атайымдың да (ул да гүр эйәһе инде) был ерҙәрҙе барып күреү теләге ҙур ине. Атаһын бик һағынып иҫкә ала ине ул. Уның һөйләүенсә, олатайыбыҙ бик ғәҙел, эшһөйәр, кешелекле кеше булған. Өләсәйем менән дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ирен һуғышҡа оҙатҡанда, дүртенсе балалары – кинйәләре йөрәк аҫтында яралған ғына була... Шулай итеп, өләсәйем яңғыҙы дүрт баланы кеше итә. Атайым Ғәйнетдин Исламғолов та бик иртә донъя мәшәҡәттәренә сума. Һуғыш ауырлыҡтары уның да матур бала саҡ хыялдарын селпәрәмә килтерә. Башҡа туғандарын үҫтерешеү, уҡытыу уның иңенә төшә. Атай бәхетенән мәхрүм үҫһәләр ҙә, башҡаларҙан кәм-хур булып йәшәмәй­ҙәр: ике ҡыҙ – Ғәфүрә менән Мәхмүзә – юғары педагогик белем алып, уҡытыусы һөнәрен үҙ итһә, ике ул – Ғәйнетдин менән Рәфҡәт – ауылда әсәләре янында үҙ урындарын таба. Һәр береһе матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Шулай итеп, олатайымдың нәҫеле дауам итә. Уның ейән-ейәнсәрҙәре араһында Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы ла, Башҡортостандың мәғариф отличниктары ла, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы ла, Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына лайыҡ булыусы уҡытыусылар ҙа бар. Бүлә-бүләсәрҙәре лә һынатмай: БДУ аспиранты, йәш уҡытыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы грантына үткәрелгән конкурс еңеүсеһе Нурзилә Нәҙерғолова, Башҡортостан Республикаһы халыҡ ҡоралдары милли оркестрының йәш ҡурайсыһы Илгиз Нәҙерғолов, думбырасы-сәсәниә, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актрисаһы Алтынай Юнысова-Хамматова, кунг-фу буйынса донъя чемпионы Иҙел Ураҙгилдин өлкән олаталары рухына тап төшөрмәй. Нәҫел ағасы ҡоромаған, дауам итә, уның исемен ҡәҙерләп һаҡлаусылар етерлек...
Уларҙан өлгө алғандары ла һынатмай. Силәбе Көньяҡ Урал дәүләт колледжы студенты Ильяс Исрафилов саңғыла уҙышыу һәм йөҙөү буйынса беренсе разрядлы спортсы булһа, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Динар Исламғолов – оҫта бейеүсе һәм ҡурайсы, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына һикһән йыл тулыуға арналған Республика ҡурайсылар конкурсының беренсе этабында беренсе урынға лайыҡ була. Һеңлеһе Азалия Исламғолова Сибайҙа “Эйфория” шоу-төркөмөндә бейеп йөрөй, шул уҡ ваҡытта ҡала буйынса уҡыусылар араһында үткәрелгән шашка ярышында ла беренсе урындарҙы яулап өлгөрә. Тағы ла бер бүләсәре Наҙгөл Ураҙгилдина Силәбе ҡалаһында үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын фортепианола башҡарыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Иң бәләкәй бейеүсе һәм көрәшсебеҙ Мансаф Исламғолов та ағай-апайҙары артынан ҡалмаҫҡа тырыша.
Олатайыбыҙ Әфтәх Ҡасим улы Исламғолов, миллионлаған ҡорбандың береһе булһа ла, юҡҡа аумаған, кемдәргәлер ғүмер биргән, кемдәрҙеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалған. Өҫтәп шуны әйткем килә: тыныс йоҡла, олатай! Беҙ һәр саҡ һинең рухыңа тоғробоҙ. Аҡтыҡ тамсы ҡаныңды ҡойоп, ғәзиз ғүмеркәйеңде биреп яулаған тыныслыҡты һаҡларға ла, яҡларға ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ. Мәңгелек йортоң шундай бөйөк, изге урында, бөхтә итеп ҡарала. Һеҙҙең янығыҙҙан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй, ҡайҙан ғына килмәйҙәр! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Һәр ваҡыт еребеҙҙә, илебеҙҙә, күгебеҙҙә тыныслыҡ булһын! Килер быуындарыбыҙҙың балалары бәхетле, ата-инәле, өләсәй-олатайлы булып үҫһен!

Зәлифә ИСЛАМҒОЛОВА-ЮНЫСОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары