НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡартатаһы һәм ҡаһарман ауылдаштары рухына арнала

Ҡартатаһы һәм ҡаһарман ауылдаштары рухына арнала


Ҡартатаһы һәм ҡаһарман  ауылдаштары рухына арналаБөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында бик үҙенсәлекле акция үткәрелгән. Ауылға ингән ерҙәге боролошта артиллерия орудиеһы урынлаштырылды.
Һәйкәлде ҡороу, уны урынлаштырыу менән Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән Фаил Әбүбәкиров етәкселек итә. Уға ауылдаштары – иретеп йәбештереүсе Фирғәт Әминев, Нәзир Мәхийәнов һәм Наил Рафиҡов ярҙам итә.
Фаил Илгиз улы әйтеүенсә, проект Бөйөк Ватан hуғышында һәләк булған ауылдаштарына һәм ҡартатаһы – 112-се Башҡорт атлы дивизияһының танкка ҡаршы 45 миллиметрлы орудие расчеты командиры Әхмәт Мәхмүт улы Әбүбә­кировтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Яугирҙың һуңғы төйәге Украинала – ул Дебальцево янындағы Петровское ауылында һәләк булған.
Һәйкәл ошо арала эшләнеп бөтәсәк. Орудиены постаментҡа ҡыш­ҡыһын кран ярҙамында күтәргәндәр. Уның ике яғындағы блоктарға байраҡтар ҡуйыласаҡ, Йәнйегет ҡаһармандарының исемдәре яҙылған таҡтаташ та урын аласаҡ.
Әйтергә кәрәк, орудие заманында был төбәктә төҙөлөргә тейеш тимер күпер таяуының тимер-бетон плитаһына ҡуйылған. Хәйбулла районындағы карьер-рудниктарҙан табылған мәғдән поезда Сибай тау-байыҡтырыу комбинатына оҙатылырға тейеш булған. Ләкин Советтар Союзы юҡҡа сыҡҡас, ниәт тормошҡа ашырылмаған. Тимер-бетон ҡулса, блок-плиталарҙы Йән­йегет, Татлыбай ауылдары янында һаман да осратырға мөмкин.

Сығыу ваҡыты 28-03-2015, 10:40 | Ҡаранылар: 640
|
  • Йәнйегет погрансылары үҙ-үҙҙәрен данланы
  • Йәнйегет ауылында мәсет
  • Һуғыш һәм тыл ҡаһармандарына арнала
  • Еңеү паркында тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәл буласаҡ
  • Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл буласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM