НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ, ЕҢЕҮ МЕНӘН!

ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ, ЕҢЕҮ МЕНӘН!


ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ,  ЕҢЕҮ МЕНӘН!ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ,  ЕҢЕҮ МЕНӘН!Халҡыбыҙҙың данлы улы генерал Миңлеғәле Шаймора­тов­тың һыбайлылары Ҡырмыҫҡалы ауылына көн үҙәгендә килеп инде. Ай, анау ғәскәр алдынан килгән мөһабәт кәүҙәле ир арыҫланы Миңлеғәле үҙе түгелме ни? Шул бит, шул! Башҡорт кавалерияһы дивизияһы һу­ғыш­ҡа китер алдынан да Шайморатов туғандары, яҡын кешеләре менән хушлашырға, уларҙың фатихаһын алырға бер генә төнгә үҙенең тыуған ауылы Биштәкәгә ҡайтып киткәйне, ә бөгөн, ана, ҡайһылай ғорур ултырып килә ул арғымағының эйәрендә.
Ауыл осондағы быуа буйына йыйылған халыҡ, атлы ғәскәрҙе күреү менән, шулай уйланы.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт атлыларының немец фашистары менән бәрелешен сағылдырыусы тамашаға халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Хәйер, ошондай ваҡиғанан нисек ситтә ҡалмаҡ кәрәк? Бындай сара йыл да булып тормай бит.
Беҙҙең пехота ғәскәрҙәрен һәм һыбайлыларҙы фашистар көслө ут менән ҡаршы алды. Хатта бер мәлдә улар, аҡтыҡ көстәрен бергә туплап, һөжүмгә лә ташланды. Дошмандың бындай тәүәккәллеген көтмәгән атлылар сигенергә мәжбүр булды. Ләкин был сигенеү ҡурҡаҡлыҡ түгел ине шикелле, ә Миңлеғәле Шайморатовтың дошманды ҡулсаға алыу өсөн эшләнгән тактик алымы булды.
Күп тә үтмәй, тамашасылар бының тап шулай икәненә үҙҙәре лә инанды. Бер мәл башҡорт һыбайлылары утлы өйөрмә булып дошман өҫтөнә ташланды. Их, ҡарап тороу­ҙары! Ә алдан, ана, ул үҙе – генерал Шайморатов елә! Һай-һай, һайт! Арғымаҡтар өҫтөндәге егеттәр­ҙең ярһыуы малҡайҙарға ла күскән. Улар ҙа, танау тишектәренән сыҡ­ҡан ап-аҡ боҫҡа сәсәп, дошманға ырғый. Аттар ҙа дуҫты дошмандан, аҡты ҡаранан айыра, күрәһең.
Кавалерия артынан, һөрән һа­лып, пехота саба! Дәррәү «Ура!» тауыштары барлыҡ быуа буйына тарала. Совет һалдаттарының яр­һыуы тамашасыларға ла күсә. Улар ҙа быуа буйына таралған тауыштар­ға ҡеүәт өҫтәй.
– Ур-ра!
– Беҙҙекеләр еңә!
– Ҡарағыҙ, дошмандар, аҫтарына шыр ебәреп, ҡаса...
Шулай тамамланды Ҡырмыҫҡа­лы районы үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылында шәмбе көнө үткән тамаша. Халыҡ үҙ батырҙарына дан йырланы, уларҙы күккә сөйҙө.
Реконструкцияны һынландырған тамаша йәш быуынды батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһөндә тәрбиләүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнаясаҡ. Ана бит, сараға килгән малай­ҙарҙың күҙҙәрендә осҡондар уй­най. Улар ҙа, оло ағалары һымаҡ, дошман өҫтөнә ташланырға әҙер – йоҙроҡтары төйнәлгән, йөрәктәре дарҫлап тибә. Ә оло быуын вәкилдәренең күҙҙәренән йәш тамсылары тәгәрәй. Улар, күптәре һуғышты үҙ күҙҙәре менән күрмәһә лә, шанлы йылдарҙың бөтә ауырлыҡтарын, михнәттәрен йөрәктәре аша үткәргән.
Ҡырмыҫҡалылағы тамашаны ҡарарға райондан ғына түгел, ситтән килеүселәр ҙә бихисап булып сыҡты.
– Һуғышты иҫкә төшөрөп, тарих төпкөлөнә күҙ һалдым. Олатайҙа­рым күҙ алдына баҫты. Уларҙың береһе Тыуған илебеҙ өсөн барған ҡаты алыштарҙа 1944 йылда яраланып, госпиталдән 1950 йылда ғына сыға. Ә өләсәйемде ун дүрт йәшлек кенә сағында мәжбүри эшкә алып китәләр. Икенсе олататайым да һуғышта ҡатнаша, ул яраһыҙ ҡайта. Ауырлыҡтарға ҡарамай, илебеҙҙең еңеүе өсөн ғорурланам, – ти Силәбе ҡалаһынан килгән Алексей Новиков.
Уның һүҙҙәренә Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусыһы Арсений Ромашкин ҡушыла:
– Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптарҙан уҡып, кинофильмдар ҡарап ҡына белә инем. Ә бөгөн “һуғыш”ты үҙ күҙҙәрем менән күрергә тура килде. Тамаша мине бик тулҡынландырҙы. Айырыуса Шайморатов генерал өсөн хафаланып бер булдым.
Сараға Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, РФ Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтул­лина, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева, БР Президенты Хакимиәтенең иж­тимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Данил Азаматов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латипова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. Тантана һуңында улар реконструкцияла ҡатнашыусы егеттәргә һәм ҡыҙҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Дим СЕРБАЕВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 12-12-2014, 14:47 | Ҡаранылар: 815
|
  • "Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."
  • ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ
  • «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»
  • Тауһеңер янындағы яу
  • Һуғыш ветерандары – ололары, йәштәре…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM