НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » 24 ярышта – 4 бронза миҙал

24 ярышта – 4 бронза миҙал


24 ярышта – 4 бронза миҙалГерманияла уҙған биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабы Рәсәй йыйылма командаһына, ниһайәт, ике бронза миҙал килтерҙе. Башта ир-ат дөйөм стартта көс һынашып, тәжрибәле Иван Черезов финишҡа өсөнсө булып килде. Һуңынан шул уҡ бәйгелә төп составта саҡ эләгеп торған билдәле Светлана Слепцова Рәсәй командаһын бронза миҙал менән ҡыуандырҙы. Шулай итеп, Рәсәй биатлонсылары уҙған дүрт этап һөҙөмтәләре буйынса бары дүрт тапҡыр ғына подиумға күтәрелде. Дүртеһе лә – бронза. Был этапта яҡташыбыҙ Максим Чудов үҙенең ныҡышмалылығы менән тренерҙары күңелендә өмөт ҡабыҙҙы. Уның да яҙмышы ҡыл өҫтөндә ине. Сөнки ҡайһы бер белгестәр Чудовтың карьераһына нөктә ҡуйырға ашыҡты. Ошо уҙған ярыштарҙа Максим ярайһы ғына һөҙөмтәгә өлгәште. Ул дөйөм стартта, сәпкә дүрт тапҡыр яҙа атһа ла, етеҙлеге арҡаһында финишҡа етенсе булып килде. Эстафетала Чудов үҙ этабында командаһын өсөнсө урынға сығарһа ла, Устюговтың иҫ киткес хаталаныуы арҡаһында Рәсәй егеттәре тарихта булмаған 14-се баҫҡыс­ҡа тәгәрәне. Ғөмүмән, элек-электән эстафетала төп фаворит булып һаналған беҙҙең спортсылар быйылғы миҙгелдә уңышһыҙ сығыштары менән аптырата. Ҡыҙҙарыбыҙ эстафетаны бишенсе булып тамамланы. Иртәгә бишенсе этап старт аласаҡ. Бәлки, беҙҙе Рупольдинг ере ҡыуандырыр...

Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 11-01-2011, 18:55 | Ҡаранылар: 1480
|
  • Италиянан – ике көмөш һәм бер бронза миҙал
  • Дүртенсе этап бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза килтерҙе
  • Максим Чудов «бронза» яуланы
  • Биатлонсылар аптырата...
  • Бер урын булһа ла бар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM