«Йәшлек» гәзите » Спорт » 24 ярышта – 4 бронза миҙал



11.01.2011 24 ярышта – 4 бронза миҙал

24 ярышта – 4 бронза миҙалГерманияла уҙған биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабы Рәсәй йыйылма командаһына, ниһайәт, ике бронза миҙал килтерҙе. Башта ир-ат дөйөм стартта көс һынашып, тәжрибәле Иван Черезов финишҡа өсөнсө булып килде. Һуңынан шул уҡ бәйгелә төп составта саҡ эләгеп торған билдәле Светлана Слепцова Рәсәй командаһын бронза миҙал менән ҡыуандырҙы. Шулай итеп, Рәсәй биатлонсылары уҙған дүрт этап һөҙөмтәләре буйынса бары дүрт тапҡыр ғына подиумға күтәрелде. Дүртеһе лә – бронза. Был этапта яҡташыбыҙ Максим Чудов үҙенең ныҡышмалылығы менән тренерҙары күңелендә өмөт ҡабыҙҙы. Уның да яҙмышы ҡыл өҫтөндә ине. Сөнки ҡайһы бер белгестәр Чудовтың карьераһына нөктә ҡуйырға ашыҡты. Ошо уҙған ярыштарҙа Максим ярайһы ғына һөҙөмтәгә өлгәште. Ул дөйөм стартта, сәпкә дүрт тапҡыр яҙа атһа ла, етеҙлеге арҡаһында финишҡа етенсе булып килде. Эстафетала Чудов үҙ этабында командаһын өсөнсө урынға сығарһа ла, Устюговтың иҫ киткес хаталаныуы арҡаһында Рәсәй егеттәре тарихта булмаған 14-се баҫҡыс­ҡа тәгәрәне. Ғөмүмән, элек-электән эстафетала төп фаворит булып һаналған беҙҙең спортсылар быйылғы миҙгелдә уңышһыҙ сығыштары менән аптырата. ҡыҙҙарыбыҙ эстафетаны бишенсе булып тамамланы. Иртәгә бишенсе этап старт аласаҡ. Бәлки, беҙҙе Рупольдинг ере ҡыуандырыр...

Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға