RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Панарин 100 миллион долларҙан баш тартты…

09.07.2019 Панарин 100 миллион долларҙан баш тартты…

НХЛ-дың «Коламбус» клубында өс миҙгел уйнап, унда килешеүе тамамланғас, команда етәкселеге Рәсәй һөжүмсеһе Артем Панаринды үҙендә ҡалдырыу өсөн уға йылына 14,5 миллион доллар вәғәҙә итә.

Улар хоккейсы менән һигеҙ йылға килешеү төҙөп, башта 96 миллион, һуңынан хатта 100 миллион долларлыҡ контракт­ҡа ҡул ҡуйырға әҙер була. Тик 27 йәшлек һөжүмсе баш тартып, «Рейнджерс» командаһы менән ете миҙгелгә килешеү төҙөй. Ошо осорҙа ул 81,5 миллион долларға байып, үрҙәге килемдән әҙерәк аласаҡ. Уның йыллыҡ эш хаҡы 11,642 миллион доллар буласаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Артем НХЛ-да уйнаған Рәсәй уйынсыларынан иң байы буласаҡ. Сөнки быға тиклем билдәле Александр Овечкин ғына океан аръяғында уйнаған Рәсәй хоккейсылары тарихында ҡалын кеҫәле булып һаналды. Ул «Вашингтон» клубында йылына 9,538 миллион доллар «һуға» ине. Әлеге ваҡытта НХЛ-да, Панариндан тыш, «Эдмонтон»да сығыш яһаусы Коннор Макдэвид ҡына күберәк эш хаҡы ала. Уның йыллыҡ килеме 2,5 миллион долларға тиң.
Шулай итеп, Панариндан тыш, «Рейнджерс» командаһында Рәсәй хоккейсыларынан ҡапҡасы Александр Георгиев, һөжүмселәр Виталий Кравцов, Павел Бучневич һәм Владислав Наместников сығыш яһаясаҡ.

Панарин НХЛ-ға киткәнсе «Витязь», «Аҡ барс» һәм СКА командаларында уйнай. Һуңғыһы составында Гагарин кубогын яулай. Рәсәй йыйылма командаһы менән донъя чемпионатында көмөш һәм ике тапҡыр бронза миҙал призеры ла була.

P.S. Килем тигәндән, хоккейсыларға ҡарағанда, бейсболсылар, баскетболсылар һәм Америка футболында уйнағандар кеҫәләрен нығыраҡ ҡалынайта. Уларҙың йыллыҡ килеме 30 миллион долларҙан да ашып китә. Әйтәйек, Америка футболында сығыш яһаған Эндрю Лак бер осрашыуҙа ҡатнашҡаны өсөн генә 1,4 миллион доллар ала. Сөнки чемпионатта һәр команда бер миҙгелдә 16 ғына уйын уҙғара.




Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...