RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфө боҙо тайғаҡ шул... йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

22.03.2019 Өфө боҙо тайғаҡ шул... йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

«Беҙҙең әле өмөт юғалмаған. Юғалтыуһыҙ өс мөмкинлегебеҙ бар. Өфөләргә ҡаршы һәр осрашыуҙа һуңғыһына сыҡҡан һымаҡ көрәшәсәкбеҙ. Беҙҙе алдан «оҙатмай» тороғоҙ әле...»

Шулай тип ҡайтып киттеләр, өсөнсө еңелеүҙән һуң, Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе – «Автомобилист» хоккейсылары. Эйе, быға тиклем «Салауат Юлаев» менән «Автомобилист» командалары араһында үҙ-ара булған өс уйында еңеүсене көскә асыҡлағас, дүртенсе бәйгене юлаевсылар дәррәү башланы. Башта һаҡсы Семенов иҫәпте асып та өлгөрмәй, бер минут үтеүгә Ғиматов уңышҡа өлгәшә. Улар икеһе лә плей-оффта тәүгә гол индерә. Һуңғыһы миҙгел буйына составҡа ла йүнләп эләкмәй, һуңғы тапҡыр уңышҡа бынан алты (!) йыл элек ҡаҙанған була. Ҡунаҡтар иҫәпте ҡыҫҡартып, көйәрмәндәрендә ышаныс уята, әммә тәүгә атай булған Дания легионеры Ларсен иҫәпте өскә еткерә. Уйын көндө Филиптың тормош иптәше уға ҡыҙ бүләк иткәйне.

Икенсе осорҙа ла майҙан хужалары бер гол индереп, өҫтөнлөктө нығыта төштө. Екатеринбург командаһы хатаһын Кемппайнен уңышлы тамамланы. Һуңғы 20 минутта ҡунаҡ­тар тулыһынса тиерлек юлаевсылар яғында бәхет эҙләне. Цулыгиндың тәрбиәләнеүселә­ре һаҡлана торғас, аптырап ҡул менән булһа ла үҙенең ҡапҡаһына гол индереп, тегеләргә «ярҙамға» килде.

Шулай итеп, «Салауат Юлаев» уйынсылары өсөнсө еңеү яулап, Екатеринбургка күтәренке кәйеф менән юлланды. Тик юғарыла әйтеүҙәренсә, беҙҙе бик ауыр уйын көтә. Әммә плей-оффта һәр осрашыу шул юҫыҡта үтеүе бер кемгә лә яңылыҡ түгел икәнен бөтәһе лә белә.

Көнсығыштың икенсе парында ла уйын бер яҡтың өҫтөнлөгө мәнән бара. Унда майҙанһыҙ «Авангард», уларҙың спорт майҙансығы төҙөкләндерелеп ята, «Барыҫ»- ты өс тапҡыр отоп, бер аяғы менән финалға баҫты.

Көнбайыш конференцияһында ла СКА менән ЦСКА үҙ дәғүәселәрен өсәр тапҡыр еңеп, финалда, моғайын, үҙ-ара сәкәләшер.




Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...