RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

26.08.2019 Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...


Премьер-лига беренселегенең алтынсы үҙәк осрашыуында “Спартак” менән ЦСКА футболсылары уйнаны.
Тәүгеһе 2017 йылдан алып әрмеләрҙе алдырғаны булмай. Шуға ла “Спартак” командаһы был юлы ЦСКА-ны 2:1 иҫәбенә еңгәс, чемпионатты отҡандай булып шатланды. Улар 11 мәрәй менән турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысына үрләне. Беренселек лидеры – “Зенит” футболсылары дебютант-аутсайдер – “Сочи” уйынсылары менән 0:0 иҫәбенә таралышып, аҫтағы дәғүәселәрен үҙенә яҡынайтты. Хәҙер “Локомотив” менән “Краснодар” клубтары унан бер генә мәрәйгә ҡалыша. Шулай ҙа Питер командаһы әлегә еңелеү белмәгән берҙән-бер клуб булып ҡалды. Сөнки “Ростов” футболсылары Өфөлә урындағы командаға 2:0 иҫәбенә еңелде. “Өфө”ләрҙең Нигерия легионеры Игбун дубль яһап, беҙҙекеләргә кәрәкле өс мәрәйҙе килтерҙе. Евсеевтың тәрбиәләнеү­селәре ете мәрәй яулап, 10-сы урынға күтәрелде.
Иртәгә өфөләр “Зенит”ҡа ҡаршы һынау тота.
Игбун тигәндән, “Өфө” футбол командаһында иң күп эш хаҡын Нигерия легионеры Игбун Слай ала икән. Уның айлыҡ килеме 2,5 миллион һумға тиң. Евроға әйләндергәндә, яҡынса 405 мең. Дзюба, мәҫәлән, “Зенит”та йылына 3,6 миллион евро һуға. Айырма иҫ киткес. Ә кимәлдәре бер сама кеүек. Ғөмүмән, Башҡортостан клубында уртаса эш хаҡы 800 меңдән 1 миллион һумға барып етә. Айына 50 мең һум алыусылар ҙа бар. Әйтәйек, элек беҙҙә уйнап киткән ҡапҡасы Андрей Лунев башта 100 мең һум ғына алып эшләгән булған. Һуңынан 350 – 400 меңгә барып еткән. Әлеге ваҡытта ул “Зенит”та уйнай. Улар составында Рәсәй беренселеге чемпионы ла булып өлгөрә. Тимәк, кеҫәһе лә ҡалынайған...




Автор: Н. ТИМЕРОВ.
Фото: sportbox.ru






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...