RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » ЦСКА «Гагарин»ға бер аҙым яһаны

19.04.2019 ЦСКА «Гагарин»ға бер аҙым яһаны

Хоккей буйынса Гагарин кубогының финалсылары өс осрашыу уҙғарҙы ла инде.

Икенсе миҙгел рәттән бәхетен финалда эҙләгән ЦСКА командаһы юлаевсыларҙы ярымфиналда төшөрөп ҡалдырған «Авангард» уйынсыларын өс тапҡыр, 5:2, 3:0 һәм 2:0 иҫәбенә еңеп, серияны уңышлы башланы. Шуға ҡарамаҫтан, Канада белгесе тәрбиәлә­неү­селәре төшөнкөлөккә бирелмәй, төп призға ышанысын юғалтмауын белдерҙе. Бөгөн улар Балашихала хәл иткес, бәлки, һуңғы бәйгелә көсөн һынаясаҡ.

Омск өлкәһе клубы бынан ете йыл элек финалға сығып, «Динамо» (Мәскәү) командаһы менән көрәшкәйне. Улар дөйөм 4:3 иҫәбенә отолоп, кубокһыҙ ҡалды. Шулай уҡ әрме клубы ла, уҙған миҙгелдән тыш, 2015/16 йылда ла төп приз өсөн Магнитогорскиҙың «Металлург»ына абынды. Унда ла иҫәп – 4:3, еңеүсе файҙаһына.

Шулай итеп, КХЛ-дың 11-се миҙгелендә кубоктың яңы хужаһы билдәле буласаҡ. Быға тиклем «Аҡ барс» – өс, «Динамо» (Мәскәү), «Металлург» (Магнитогорск), СКА – ике һәм «Салауат Юлаев» бер тапҡыр «Гагарин»ды баш өҫтөнә сөйгәйне. Унан тыш, «Аҡ барс» менән «Металлург» хоккейсылары тағы берәр тапҡыр финалға сығып, дәғүәселәренән еңелде. Шулай уҡ «Локомотив», «Трактор» МВД ХК, «Атлант» һәм «Лев» (Прага) клубтары төп приздың финалында көсөн һынаны.



Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...