RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Ғәйеп онотолһа ла, һабағы онотолмаҫ

04.09.2010 Ғәйеп онотолһа ла, һабағы онотолмаҫ

1945 йылдың 2 сентябрендә бар донъя матбуғаты бер үк хәбәрҙе баҫып сығарҙы: «Йәкшәмбе көн Американың Токио ҡултығына килгән «Миссури» линкоры бортында Японияның һис һүҙһеҙ баш һалыуы тураһында Актҡа ҡул ҡуйылды». Көнбайыш Украинала Украина милләтселәре ойошмаһы (ОУН), Украина ихтилалсылары армияһы (УПА) менән ҡан ҡойғос көрәш дауам итһә лә (ә ул ғәмәлдә 1956 йылға тиклем барған), көньяҡ-көнсығыш Азия джунглиҙарында фанатик самурайҙар ҡорал һалырға ниәтләмәһә лә, Балтик диңгеҙе буйы республикаларында «Урмандағы туғандар» («Лесные братья») хәрәкәте совет власына ҡаршылығын туҡтатмаһа ла, Икенсе донъя һуғышы ғәмәлдә тамамланды. Европала – Германия, Италия, Румыния, Венгрия, Испания һәм бүтән илдәр, көнсығышта Япония берләшеп, һуғыш хәрәкәттәре алып барған көстәрҙе Советтар Союзы, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия армиялары теҙ сүктерҙе. Был ғәйәт ҙур, дауамлы одиссея тураһында беҙ тарихсыларҙың тикшеренеүҙәре, мемуар һәм матур әҙәбиәт, документтар, яугирҙар хәтирәләре, кинофильмдар аша яҡшы беләбеҙ. Икенсе донъя һуғышының ҡоласлы һуңғы алыштары туҡтауға алтмыш биш йыл тулһа ла, улар хәтерҙә тоноҡланмай, сөнки үҙ дауылы эсенә тиҫтәләрсә дәүләтте тартып индергән ғәрәсәт Ер йөҙөн, уның сәйәси картаһын тамырынан үҙгәртеүгә килтерҙе.
Теүәл алты йылға һуҙылған ҡанлы тарихтың нөктәһе, шулай итеп, сентябрь башында ҡу­йылған. Әммә Советтар Союзының Японияға ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрен башлауы ябай ғына хәл ителмәгән, уға тиклем байтаҡ кәртә аша үтергә тура килгән. Союздаш дәүләттәр башлыҡтарының Тәһранда, Ялтала һәм Потсдамда үткән осрашыуҙарында сиктәрҙе ҡабаттан делимитациялау, гитлеризмдан һәм милитаризмдан азат ителгән илдәрҙәге буласаҡ дәүләт ҡоролошо, репарация һәм башҡа мәсьәләләр ҡырҡыу бәхәстәр тыуҙырған. Ошо киҫкен бәрелештәрҙә Советтар Союзының мәнфәғәттәрен яҡлау һәм һуғыштан аҙаҡҡы донъяны үҙебеҙгә отошло итеп ҡороу өсөн И. Сталинға ла, тотош совет дипломатияһына ла ныҡышмалылыҡ та, уҫаллыҡ та, дипломатик һығылмалылыҡ та, хатта рустарға хас ҡунаҡсыллыҡ та күрһәтергә тура килә. Дипломатияла һәр алым да ярап ҡуя.
Ләкин СССР-ҙың милитаристик Японияға ҡаршы һуғышҡа ҡушылыу-ҡушылмауына АҠШ Президенты Франклин Рузвельттың килешеүҙәргә юл таба алыу оҫталығы һиҙелерлек йоғонто яһай. Билдәле булыуынса, 1905 йылда Япония менән һуғышта еңелеүгә осрағас, Рәсәй Сахалин утрауының яртыһынан һәм Курил утрауҙарынан ҡолаҡ ҡаға. Ул саҡта, Япония менән Рәсәй делегациялары солох тураһында һөйләшеү алып барғанда, АҠШ әлеге ерҙәрҙе Рәсәйҙән тартып алыуҙа Японияға булышлыҡ итә. Һәм, ниһайәт, Ялталағы конференция ваҡытында Рузвельт Сталинға, хәрби хәрәкәттәр тынғас, СССР-ға оккупацияланған утрауҙарҙы ҡайтарыу яғында булыуын хат менән хәбәр итә. Хәйер, мәсьәләне Америка лидеры Тәһрандағы осрашыу ваҡытында ла күтәрә, ләкин ул рәсми килешеү дәрәжәһенә барып етмәй. Утрауҙарҙы ҡайтарыуҙың хаҡы – Советтар Союзының Америкаға япондарҙы тар-мар итеүҙәге ярҙамы.
Бер яҡлы уйлағанда, Германия менән көрәшеп арыған илдең яртыһы харабаларҙа ятҡан СССР-ға Алыҫ Көнсығышта яңы һуғышҡа инеү иҡтисади йәһәттән дә, психологик яҡтан да еңел булмаған. Алманды еңдек, хәҙер тыуған илгә, һағынып көткән ғаиләләргә ҡайтабыҙ, йорт-ҡаралтыларҙы яңыртып төҙөйбөҙ, тип хыялланған һалдаттар, эшелондарға тейәлеп, Европаны, үҙ илебеҙҙе көнбайыштан көнсы­ғышҡа тиклем үтеп, йәнә фронтҡа эләккән. Һуғыштан тамам бүккән һалдат-офицерҙарҙың ошо мәлдә ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтереп булмай. «Сикте аша үтергә» һымағыраҡ нәфис фильмдар яугирҙарҙың психологик драмаһын һис кенә лә еткерә алмай.
Сәйәсәт – миһырбанһыҙ мөхит. Унан һуң, Япония ғәскәрҙәрен тиҙерәк ҡыйратыу һәм илдең көнсығышында тыныслыҡ урынлаштырыу СССР өсөн дә отошло. Үҙенең глобаль сәйәсәтендә Сталин йәнә бер маҡсатты күҙ уңында тота: Япония еңелгәс, Ҡытай, Корея ярымутрауы социалистик ҡоролош йоғонтоһона мотлаҡ эләгәсәк, Монголия тотошлай тиерлек Советтар Союзы сәйәсәтен ҡабатлаясаҡ һәм, аҙаҡ килеп, көньяҡ-көнсығыш Азиялағы милли-азатлыҡ хәрәкәте артабан халыҡ демократияһы ҡоролошон булдырыуға килтерәсәк. Һәм Икенсе донъя һуғышынан һуң байтаҡ ваҡыт әлеге глобаль сәйәсәт ғәмәли кәүҙәләнеш алғандай күренде. Алыҫ Көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш Азия, Һиндостан, Америка Ҡушма Штаттары менән Советтар Союзының мәнфәғәттәре сәкәләшкән, мәңге бәхәстәр уртаһында булған төбәктәр булып әүерелде.
Әлегә иһә 1945 йылдың яҙына, йәйенә һәм көҙөнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ялталағы килешеүгә тоғролоҡ һаҡлап, совет етәкселеге Германияны ҡыйратҡандан һуң бушай барған ғәскәрҙәрҙе ашығыс рәүештә көнсығышҡа май айында уҡ күсерә башлай. Һигеҙенсе авгусҡа Алыҫ Көнсығыштағы өс фронтта 1,6 миллион яугир туплана. Совет ғәскәрҙәренең һөжүме ысын мәғәнәһендә йәшен тиҙлеге менән үтә һәм 15 августа япон радиоһы император Хирохитоның Японияның һис һүҙһеҙ бирелергә әҙер булыуы тураһында эдиктын, йәғни законын, тапшыра. Шуға ҡарамаҫтан, һуғыш хәрәкәттәрен СССР-ға ҡаршы алып барған Квантун армияһы совет ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам итә. Август аҙағына беҙҙең ҡораллы көстәр, Тымыҡ океан флоты менән берлектә, япон ғәскәрҙәрен Манчжурияла һәм Кореяла, шулай уҡ Сахалинда һәм Курил утрауҙарында тар-мар итә. Квантун армияһы юҡҡа сыға.
Бына шунда, «Миссури» линкорында Японияның еңелеүен рәсми акт менән нығыт­ҡас, яугирҙарға, ниһайәт, тыуған илгә әйләнеп ҡайтыу форсаты тейә. Ләкин самурайлыҡ ҡанундары менән аңы томаланған, дини һәм милли фанатизм йоғонтоһона мөкиббән бирелгән япон һалдаттары менән һуңғы алыштар күп ҡорбан талап итә. Японияның армияһы Икенсе донъя һуғышы осоронда ҡеүәтлеләр иҫәбендә була. 1943 йыл аҙағына армия сафтарында 3,8 миллион яугир хеҙмәт итһә, 1945 йылдың авгусына ул ғәскәр 7,2 миллион кешегә етә. АҠШ-тың ул саҡтағы хәрби министры Г. Стимсон­дың фекеренсә, Японияны еңеү өсөн 5 миллиондан күберәк һалдат һәм офицер кәрәк буласаҡ. Хәрби операцияға һәм ихтимал булған юғалтыуҙарға ҡағылып, министр: «Иҫәпләүебеҙсә, төп алыштар 1946 йыл аҙағынаса тамамланмаҫ. ...Бындай операциялар американдар яғынан ғына бер миллиондан күберәк һалдатты юғалтыуға килтереүе ихтимал. Союздаштарыбыҙ ҙа ҙур ҡорбандар килтерергә мөмкин».
«Союздаштар» тип беҙгә төбәп әйтелһә, юғалтыуҙар, әлбиттә, йөрәкте әрнетерлек. Япон армияһы Манчжурияла, Төньяҡ Кореяла, Көньяҡ Сахалинда һәм Курил утрау­ҙарында 677 мең кешеһен юғалта, шул иҫәптән 84 мең хәрби хеҙмәткәр үлә, 593 меңе әсир төшә. Беҙҙең юғалтыуҙар хаҡында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр ҡул аҫтында юҡ, бары шул хәҡиҡәтте нарыҡларға ғына ҡала: хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һөжүм итеүсе яҡтың юғалтыуҙары оборона тотоусыларҙыҡынан күпкә юғарыраҡ була. Ә совет ғәскәрҙәре бер ай тиерлек һөжүмдә үткәргән.
Ялан ғына ерҙең, ай, ҡамышы
Моңло була тиҙәр тартыуға.
Ата ла ғына йорто – алтын бишек,
Насип ҡына булмай ҡайтыуға.
Яугир яҙмышы шулай инде. Илеңдең патриоты булараҡ, ҡораллы көстәребеҙҙең Германия, Япония кеүек ныҡ алға киткән дәүләттәрҙән өҫтөн сығыуына ғорурланаһың да, йәш ғүмер­ҙәрҙең глобаль сәйәсәт хаҡына ҡорбанға килтерелеүенә хәсрәтләнәһең. Әлбиттә, Японияның еңелеүе көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренә – азатлыҡ, СССР-ға Ҡытай, Корея, Вьетнам кеүек дәүләттәр менән арҡаҙаш булып йәшәү форсатын бирҙе. Сахалин, Курил утрауҙары ҡайтты. Илебеҙ Тымыҡ океанда ла үҙен иркен тоя ала.
Донъялар бер юлдан ғына бармай. Алыҫ Көнсығыш әле булһа тыныс яҡ түгел. Ҡытай менән хеҙмәттәшлек зарураттан ғына тормош­ҡа ашырыла. Корея ярым утрауы ҡап урталай бүленгән. Японияла – Америка ғәскәрҙәре. Япондар, 1945 йылдағы еңелеүен таныһа ла, оккупациялаған ерҙәрҙе Рәсәйгә ҡайтарыу ғәмәлен ысынға алмай. Япония менән беҙҙең арала солох тураһында договор һаман төҙөлмәгән.
Алтмыш биш йыл үтһә лә, һуғыш ҡуҙын көл тартмаған.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!