RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бил бирмәҫ батырҙар

03.04.2012 Бил бирмәҫ батырҙар

Бил бирмәҫ батырҙар
Совет власы йылдарында милли көрәш йылына бер тапҡыр үткәрелгән һабантуйҙарҙа милли спорт төрө тип түгел, ә халыҡ уйыны тип кенә ҡарала башлағайны инде. Ошо хатаны төҙәтеү, милли көрәшкә иғтибарҙы арттырыу, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә нығыраҡ ылыҡтырыу маҡсатында үткән быуаттың 90-сы йылдарында «Табын» район гәзитенең тәүге мөхәррире Ниязбай Сәлимов инициативаһы менән районда тәүге турнир ойошторола. Бынан теүәл 20 йыл элек, 1992 йылдың март айында, Сәйетбаба ауылында «Табын» гәзите призына тәүге милли көрәш бәйгеһе үткәрелде. Унда Сәйетбаба, ҡауарҙы, Юлыҡ, Уҫман ауылдары көрәшселәре ҡатнашҡайны. Шул ваҡиғанан башлап «Табын»дың мөхәррире булып кем генә эшләмәһен, турнир дауам иттерелде. Улай ғына ла түгел, йылдан-йыл көрәш кимәле күтәрелә, камиллаша, унда ҡатнашыусылар һаны арта, географияһы киңәйә барҙы. Быйылғы, «Табын» гәзите призына 21-се тапҡыр ойошторолған милли көрәш бәйгеһе үткән йылдар­ҙағыһынан ныҡлы айырылып торҙо – бәйгене ойоштороуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән республикабыҙҙың төп баҫмаһы – «Башҡортостан» гәзите лә ҡушылды.
Бил бирмәҫ батырҙар

Был көндө Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләп торҙо. Иртән иртүк көрәш келәмдәре тейәгән, оҙон прицеп таҡҡан «КамАЗ» йөк машинаһы килеп туҡтаны. Уның артынса автобустар, еңел автомашиналар менән көрәшселәр килеп тулды. Эйе, был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты «Һау-сәләмәт тормош өсөн» проекты сиктәрендә республика райондары мәктәптәренә милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн бүләк итеп келәмдәр алып килгәйне. Быға тиклем «Табын» гәзите призына үткәрелгән бәйгеләрҙе ҡалдырмай (1997 йылдан башлап төбәк-ара ярышҡа әүерелгәйне) ҡатнашып килгән Ауырғазы, Архангел райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы көрәшселәренә быйыл тәү башлап Ишембай, Шишмә райондары спортсылары ла ҡушылды. Дәүләкән, ҡырмыҫҡалы райондары көрәшселәре «Табын» турнирында ҡатнашҡандары булһа ла, бер-ике йыл килмәгәйнеләр. Келәм алырға булғас, быйыл улар ҙа килеп еткән. Шулай итеп, майҙан хужалары – ғафуриҙар менән бергә ете район һәм бер ҡала спортсылары йыйылды был ҙур спорт байрамына. Был, ысынлап та, ҙур спорт байрамы ине. Бер-береһен күптән күрмәгән дуҫтар, таныштар ҡосаҡлашып күрешә, быға тиклемге көрәш майҙандарында осрашҡан дәғүәселәр ихлас күңелдән ҡул ҡыҫыша, бер-береһенә еңеүҙәр теләй, донъя хәлдәрен һораша.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур ҡолһарина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосоповтың ҡайнар сәләмен күндерҙе.
Бил бирмәҫ батырҙар
− Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты милли көрәште үҫтереүгә тос өлөш индерә. Марсель Харис улы атаһы, данлыҡлы көрәшсе, легендаға әүерелгән шәхес, СССР-ҙың спорт мастеры, күп тапҡыр РСФСР, СССР чемпионы исемен яулаған Харис Йосоповтың эшен дауам итә. Былтырҙан башлап ҡына республикала милли көрәш буйынса 30-ҙан ашыу асыҡ турнир ойошторҙоҡ. Республикабыҙҙың 120-нән ашыу мәктәбенә милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр бүләк иттек. ҡоролтайҙың милли көрәшкә күрһәткән бындай иғтибары спортсыларыбыҙҙың халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә еңеүенә алып килер, тип ышанам, − тине «Һау-сәләмәт йәшәү өсөн» проекты етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы һәм милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр алыуға сертификаттар тапшырҙы. Дәүләкән районының башҡорт лицей-интернаты, Шишмә районының Дмитриевка мәктәбе, Әлшәй районы мәктәптәре, Архангел райо­нының Абҙан, Убалар, Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ, Маҡар, ҡолғона, Ғафури районының Сәйетбаба, Юлыҡ, ҡауарҙы мәктәптәренә келәм алыуға сертификат алыу бәхете тейҙе. Һуңғараҡ сертификат алған һәр мәктәп үҙҙәренә тәғәйен келәмде йөк машиналарына тейәп алып та ҡайтты.
Көрәш бер юлы ике келәмдә барҙы. Красноусол башҡорт гимназияһынан Нәзир Ғәзизов 45 килограмға тиклемге ауырлыҡта, финалда гимназиянан һабаҡташы Айҙар Абдуллинды еңеп, беренсе урынды алыуға өлгәште.
55 килограмға тиклемге ауырлыҡта ла Красноусол башҡорт гимназияһы көрәшселәре һынатманы. Төбәк-ара, республика бәйгеләрендә көрәшеп бил нығытҡан Ғәзинур Абдрахмановҡа тиңләшеүсе булманы.
Ауырлыҡ категорияһы арта барған һайын, көрәш тә мауыҡтырғысыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ була барҙы. 65 килограм­ға тиклемге ауырлыҡта алыш Красноусол башҡорт гимназияһынан Артур Книзян менән Имәндәш мәктәбенән Флорис Шәрипов араһында барҙы. Артур көслөрәк һәм таһыллыраҡ булып сыҡты.
Уҡыусылар араһында иң юғары ауырлыҡ үлсәме – 65 килограмдан ашыу ауырлыҡта көрәш көсөргәнешле барҙы. Красноусол башҡорт гимназияһынан Флорид Ғибаҙуллин баштан уҡ башҡалар­ҙан айырылып торҙо. Финалда иһә Ауыр­ғазы районынан Илшат Хәбибуллин менән байтаҡ айҡашҡандан һуң, бер аҙ ғына өҫтөнлөк менән еңеү уға бирелде.
Бил бирмәҫ батырҙар
Ир-егеттәр араһында ла сәмле барҙы ярыш. 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге көрәшселәр араһында һабантуй батырҙары, төбәк-ара, республика ярыштарында еңеүселәр бар ине. Был ауырлыҡ үлсәмендә тыуған яҡ һауаһы, ауылдаштарының һеү-һеүләп ҡеүәтләүе ярҙам иттеме – Сәйетбаба егете Рәйес Юлбарисов беренсе урынды алды. Баймаҡтан Винер Нәбиевҡа икенсе урын менән генә сикләнергә тура килде.
75 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге алыш был спорт байрамының бер йәме, биҙәге булғандыр. Улар араһында күп тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Рәсәй чемпионаты призеры, Ауырғазы егете Рушан Ильясовтың булыуы был алышҡа мәртәбә генә өҫтәне. Был ауырлыҡ үлсәмендә лә бәхет уға йылмайып, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһынан килгән ҡауарҙы егете Кинйә Вәлитовты еңеп, беренсе урынды яуланы.
Иң ауырҙар – бәһлеүәндәр араһындағы финал алышында Стәрлебаш егете Илдар Моратов иһә Сәйетбаба егете Миңнулла Фәттәховты алып ташланы.
Уҡыусылар араһында абсолют беренселеккә Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары Артур Книзян менән Флорид Ғибаҙуллин сығып, Артур бер ни тиклем өҫтөнлөк менән абсолют еңеүсе булды һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты алып килгән бүләккә − музыкаль үҙәккә лайыҡ булды.
Өлкәндәр араһында «Табын» гәзитенең төп призы – тәкә өсөн көрәштә Стәрлебаш егете Илдар Моратов менән Ауырғазынан Рушан Ильясов араһында алыш бик оҙаҡ барҙы. Икеһе лә спорт мастерлығына кандидат, икеһе лә бил бирмәҫ батырҙар булып танылған. Был алышта бәхет Рушанға йылмайҙы һәм ул төп бүләкте эләктерҙе. Тамашасылар еңеүселәрҙе алҡыштарға күмде.
«Йәшлек» гәзитенең махсус призы менән оҫталығы, таһыллығы һәм киләсәктә көслө көрәшсе булыуына өмөт уятҡаны өсөн Сәйетбаба ауылынан Эмиль Юлбарисов бүләкләнде. Шулай итеп, «Табын» гәзите призына ойошторолған, 21-се тапҡыр үткәрелгән милли көрәш бәйгеһе тамамланды. Еңеүсе­ләрҙең барыһына ла Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифат Баймөхәмәтовтың: «Сәйетбаба – башҡорттар йәшәгән иң ҙур ауыл. Унда башҡорттарҙың тарихи-мәҙәни үҙәге лә урынлаш­ҡан. Шуға күрә беҙҙә тыуған был турнир киләһе йылдарҙа ла беҙҙә үтһә, дөрөҫ булыр ул», – тигән фекерен барыһы ла хуплап ҡаршы алды.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.

Владимир КАРАБАНОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына