RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

15.02.2011 Ҙур спорт тирәләй

Тихонов «Спартак»Ҡа ҡайтты...
Ҙур спорт тирәләй
Билдәле футболсы, 40 йәшлек ярымһаҡсы Андрей Тихонов 11 йылдан һуң яратҡан командаһына әйләнеп ҡайтты. «Спартак» клубында һигеҙ йыл уйнап, уның составында һигеҙ тапҡыр Рәсәй чемпионы булған спортсы оҙаҡ йылдар төрлө командаларҙа сығыш яһаны. 2000 йылда ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында «Спартак»тан китеп, Андрей башта Израилдең «Маккаби» клубында һигеҙ уйын уҙғарып, һамарҙың «Кр. Советов» клубына юллана. Унда дүрт миҙгел сығыш яһағандан һуң, ике йыл «Химки» командаһында көн күрә. Һуңынан хатта Ҡаҙағстанға барып сыға. 2010 йылда ҡабат «Химки»ға әйләнеп ҡайта. Һәм бына йәнә «Спартак», тик хәҙер уйынсы-тренер булараҡ сығыш яһаясаҡ.

Роберто Карлос «Анжи»ҙы яулай
Ҙур спорт тирәләй
Бразилия йыйылма командаһы составында 2002 йылда донъя чемпионы исемен яулаған билдәле футболсы Роберто Карлостың Рәсәйгә килеүе ихтимал. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, 37 йәшлек спортсы Махачкаланың «Анжи» клубы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып бара. Футбол донъяһында иң көслө уйынсы һаналған Роберто Карлос Дағстандың баш ҡалаһында йылына биш миллион доллар аҡса аласаҡ.

Иван Скобрев – чемпион!
Ҙур спорт тирәләй
Конькиҙа йүгереү буйынса донъя беренселегендә Олимпия уйындары призеры Иван Скобрев, классик күп алышта еңеүсе булып, донъя чемпионы исемен яуланы. Был уңыш Рәсәй тарихында тәүге булып тора, сөнки 1987 йылдан бирле беҙҙекеләрҙең ошо төрҙә юғарыға күтәрелгәне юҡ ине. СССР заманында Николай Гуляевҡа ошо дистанцияла алтын миҙал яуларға насип була.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ

«Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы

«Салауат Юлаев» – алтынсы

Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...


«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...

«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...

Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..

Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман