RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Абҙаҡтар ҙа хоккей ярата

10.03.2019 Абҙаҡтар ҙа хоккей ярата

“Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай” тигән девиз Абҙаҡ хоккей командаһы өсөн иң мөһим урында тора, тиһәң дә булалыр. Сөнки Абҙаҡта был мауыҡтырғыс уйынды балалар ҙа, йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә яратып уйнай.

Ошо көндәрҙә Башҡор­тостандың 100 йыллығына арналған осрашыу үтте. Күрше Әбйәлил районының Байым ауылы, Белорет районының Сермән һәм Абҙаҡ ауылдары хоккейсылары араһында уҙған ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Уйын Абҙаҡ хоккейсыларының – беренсе, Сермәндәрҙең – икенсе, Байым ауылы егеттәренең өсөнсө урынға лайыҡ булыуы менән тамамланды. Ҡоролтай депутаттары Зәки Арыҫлан улы Әлибаев һәм Айнур Илгиз улы Бейембәтов дипломдар, кубоктар, грамоталар менән ярҙам итте. Тренер Ғәбделмәжит Зариповтың, ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхә­мәҙиевтең, ауыл старостаһы Мазһар Йомағоловтың, мәҙәниәт йорто директоры Гүзәл Цепленкованың, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының, уйынсыларға дәрт-ҡеүәт биреп, бейеп тороусы ҡыҙҙарҙың, көйәрмәндәрҙең әүҙем булыуы ла уйынсыларыбыҙға еңеү яуларға ярҙам иткәндер.

Ярышты үткәрергә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Бөтә уйынсыларға һаулыҡ, бәхет, яңынан-яны еңеүҙәр, уңыштар юлдаш булһын. Абҙаҡ ауылы хоккей командаһының барлыҡҡа килеүенә быйыл 43 йыл була. Тау саңғыһы комплексы, аквапаркы булған, бөтә Рәсәйгә билдәле ҙур ауыл өсөн яңы пластик хоккей майҙансығы ла төҙөһәләр, бик яҡшы булыр ине.




Автор: Әнисә ҒӘЗИЗОВА.
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына