RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ун мәргән

18.01.2019 Ун мәргән

йәки Һарыҡ бәрәсе Бөрйәнгә китте

Үәт, исмаһам, кешеләр дәрт-дарманлы! Шулай булмаһа, тиҫтәләрсә, йөҙәр саҡрымлап ара үтеп, Учалыға ярышҡа килерҙәр инеме?! Уғатарҙарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Кемдәрҙер байрам табынынан, «зәңгәр экран»дан саҡ айырыла ғына башлағанда, улар ике көн буйы традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса «Ун мәргән» тип аталған турнир уҙғарҙы. Тәүге көндә командалар ярышһа, икенсе көндә шәхси беренселектә үҙ-ара иң мәргән уҡсыларҙы асыҡланылар. «Һөжүм», «Тере һыу», «Тиҙ атыш», «Баҫҡыс», «Йәйләү атышы», «Үгеҙ» кеүек ҡыҙыҡ исемле этаптар­ҙан торған ярышҡа республикабыҙҙың ҡала-ауылдарынан да, күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар килеп, бәйгенең мәртәбәһен арттырҙы. Боронғо хәрби, һунар шөғөлөн, милли кейемде тергеҙеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен киң йәйелдереүгә йүнәлтелгән сараны урындағы мәҙәниәт бүлеге ярҙамы менән «Ирәмәл уҡсылары» клубы юғары кимәлдә ойоштороуын әйтеп тороу артыҡ кеүек. Сөнки арлы-бирле, күҙ буяр өсөн генә үткәр­һәләр, турнир хаҡында яҙып та тормаҫ инек. Учалы мәргәндәре бер нисә көн күнекмәләр, ярыштар уҙғарыу өсөн автомәктәптең подвалын йүнәтеп, рәтләне, ағинәйҙәр, ярышсыларҙы милли аш-һыу менән һыйлар­ға тип, буҙа ҡойҙо, ҡымыҙ беште, йыуаса бешерҙе. Тырышлыҡ-ашҡыныуҙары бушҡа китмәне – ҡунаҡ уҡсылар саранан ҡәнәғәт ҡалды.

Ғәҙәттә, бәйгеләр мәлендә һауала көсөргәнеш ептәре эленеп, тартылып тороусан, ә мәргәндәр ярышҡанда ихласлыҡ өҫкә ҡалҡа, бер-береһен сәмләндереү, алға әйҙәү, шаярыу «көйҙәре» генә яңғырай. Ошондай күңелле мөхиттә атыша-атыша, командалар араһында беренсе урынды – «Бөрйән – 1», икенсене – «Ирәмәл», өсөнсө урынды «Балдаҡ туғанлығы» яуланы. Ун ике команда араһында дүртенсе урынға «Өфө – 1» мәргәндәре сыҡты. Ә инде шәхси беренселектә беренсе урын Салауат Юлбирҙинда булһа, «көмөш» миҙалды Сынбулат Юлбирҙин алды. Уларҙың призлы урындарҙы үҙ-ара бүлешеп аласағы алдан билдәле ине. Тыйнаҡ ҡына йылмайып, аҙымдарын баҫалҡы ғына баҫҡан ағалы-ҡустылы Юлбирҙиндар шулай күҙ буяй ҙа, старт­ҡа сыҡһалар, дәһшәтле мәргәнгә әүерелә лә ҡуя – күҙ йомоп атһалар ҙа, уҡтары сәпкә барып тейә торған. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына лайыҡлы рәүештә Юлай Ғәлиуллин күтәрелде. Руслан Әхмәҙиев, Рөстәм Теләүбирҙин, Самат Ғатауллин, Рушан Хәсәнов, Рәис Низаметдинов, Артур Батыршин, Илдар Абыҙгилдин да «ун мәргән» иҫәбендә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында «алтын» Динә Вәлиевала! Лиана Ихсанова – икенсе, Устина Камнева өсөнсө урынды алды.

Махсус приздарға ярыш бигерәк ҡыҙыу барҙы. Иң тәүге призды ҡуйғас, Наурыҙҙан Нилә Исламова уғын сәпкә табан ҡыйышыраҡ ебәрҙе лә, ҡул ҡаушырып торған егеттәргә өндәште:

– Ҡымыҙ, буҙа эскегеҙ килмәйме ни? Нишләп атышмайһығыҙ?
– Юҡ, беҙ сираттағы призды ҡуйғандарын көтәбеҙ – шешлек ашағыбыҙ килә, – тип ауыҙ йырҙы улары.
– Ә мин, иҫәр, ҡымыҙға алданам. Әлдә эләкмәне! – тип һөйөндө турнирҙың иң көләкәс уғатары.


Бәйгенең судьяһы Ришат Динис­ламовтың тәнҡитле, әммә ғәҙел ҡарашы аҫтында ҡымыҙ, буҙа һәм беләҙекте Светлана Корюкина отто. Ир-егеттәр йөҙөгө менән шифалы эсемлектәрҙе иһә Рушан Хәсәнов эләктерҙе. Бер мең генә тираж менән баҫылған, «Рәсәйҙең милли атлылары» тип аталған хәтәр шәп альбомды Фидан Сәғитов яуланы. Азат Хәбибуллин тарафынан яһалған тирмә макетын мәргән уҡсы Сынбулат Юлбирҙин Бөрйәнгә
алып ҡайтып китте. Ә һәр яҡлап оҫта, нимәгә тотонһа ла булдырған Рәис Низа­метдиновтың уҡтары Эльвира Рәшитова менән Өфөгә юлланды.
– Ир-егеттәрҙе уҙыуың – үҙе егетлек! – тип тәбрикләне һылыуҙы Рәис Жәүҙәт улы.


Тау батырҙың, йәғни Фидан Сәғитовтың «Этномаркет» магазинына сертификат Самат Ғатауллиндың бәхетенә яҙҙы. Самат үҙе өс айлыҡ һарыҡ бәрәсен призға ҡуйғас, уҡтарҙан бигерәк, шаяртыуҙар яуҙы:
– Алһыу биш мәрәй йыйҙы!
– Башҡалар, атмағыҙ әле, Алһыу ул бәрәс­те алып ҡайтып, Ҡарас сәсән призына үткәрелгән ярышҡа һимертеп һуйыр ҙа, аш бешереп ашатыр.
– Алһыу, һалманы ла үҙем йәйәм, ти!
– Һарыҡ тигәнде ишеткәс, ҡолаҡтары тондо, бер ни ишетмәйҙәр, аталар ҙа аталар.
– Кемдең бесәне бар, шул ата инде.
– Денис та биш мәрәйлек атты. Һинең һарығың бар ҙа инде, нимәгә һиңә тағы бер һарыҡ?


Бәрәсте, шаяртыу-кө­лөүҙәрҙе тыңлап, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайған Салауат Юлбирҙин «бәр­ҙе».
– Их, үҙем генә барыһын да еңеп ҡайта инем, – тип көлдө Нилә Исламова, – күнегергә ваҡыт бармы һуң? Бер туҡтауһыҙ эшкә егәләр, һис бушатмай өйҙәгеләр! Ә шулай ҙа һин беҙҙең турала яҙ! Беҙҙе «Йәшлек»кә яҙалар, тип, йыл да гәзитте алдырабыҙ.
Ишембай уҡсыһы Зөһрә Кинйәбаева ла – «Йәшлек»тең тоғро дуҫы. Гәзитебеҙ менән оҙаҡ йылдар дуҫлашҡан, баш­ҡаларҙы ла, һәйбәт, уҡымлы баҫма, тип өгөтләп яҙҙырған уҡытыусы, ярышҡа килеүемә, еңеү­ҙе иң лайыҡлылар яулауына шатмын, тине:
– Башҡалар ыңғайына көс һынашып, күтәренке кәйефтә йөрөйөм. Ал­һыу ҡыҙым ҡыҙыҡтырған уҡ атыу менән беренсе генә йыл шөғөлләнһәм дә, үҙем эшләгән 2-се гимназияла ике төркөм асып, уҡыусылар­ға ла өйрәтәм. Балалар бик оҡшата!
– Беҙҙә лә балалар бик ҡыҙыҡһынып йөрөй башлағайны, әммә һуңынан ташланылар, – тиеште Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан ирле-ҡатынлы Гөлнара менән Айҙар Исламовтар. – Бәлки, аҙаҡ түңәрәккә йән өрөүселәр табылыр.








Әлбиттә, табыласаҡ! Сөнки йылдан-йыл мәргәндәрҙең сафтары ишәйә, бәйгеләр­ҙең һаны ла, уҡсыларҙың оҫталығы ла арта. Дәрт-дарман олоһонда ла, кесеһендә лә бар. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Зәйет Шакиров атышҡанда, башҡалар булдыра алмаймы ни?!



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Урыны билдәле, дәғүәсеһе генә кем булыр?..

Тренер бар, таланттар быуа быуырлыҡ, база ғына кәрәк…

Бабиковтың маҡсаты башҡа

Өс «алтын» беҙҙекеләргә көс өҫтәмәне…

Өфөлә Европа мотоуҙышсылары  йыйыласаҡ

Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!

Бер юлы – өс «алтын»!

19.01.2019 - Спорт Бер юлы – өс «алтын»!


Көрәш буйынса  Рәсәй чемпионы – Рушан ИЛЬЯСОВ

Шипулин биатлон  менән хушлашты

Башҡортостан  Рәсәй намыҫын  яҡланы

Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай уйындарында рәсәйҙәр 41 миҙал яуланы

Логинов ике «бронза»лы булды