RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бил бирмәҫ батыр

27.04.2018 Бил бирмәҫ батыр

Бил бирмәҫ батыр
Салауат районының Тирмән ауылы егете Вилдан Хажиморатов милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды. Күптән түгел Ҡазанда үткән ил беренселегендә ул үҙ ауырлыҡ категорияһында шундай юғары спорт ҡаҙанышына иреште.
Вилдан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының икенсе курсында белем ала – буласаҡ газсы. Милли көрәш менән мәктәп йәшенән шөғөлләнә. Баш ҡалаға, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына килгәс, уҡытыусы-тренеры Йәлил Йосопов етәкселегендә был спорт төрөн ныҡлап үҙләштерә, ярыштарға йөрөй. Ул йыл һайын Башҡортостан беренселегендә ҡатнашып, дүрт тапҡыр республика чемпионы була. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә былтыр Илеш районында үткән республика турнирында ла еңде. Пермдә уҙған “Урал Кубогы” Бөтә Рәсәй ярышында икенсе урын алһа, ил беренселегендә лә һәр йыл һайын уңышлы сығыш яһай.
Вилдан Хажиморатов кеүек Башҡортостан данын яҡлаған, бил бирмәҫ батырҙар – бөтәбеҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ.

Айҙар НОҒАМАНОВ.
Салауат районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...