RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » СКА «Сочи»ға абынды...

19.10.2017 СКА «Сочи»ға абынды...

СКА «Сочи»ға абынды...
КХЛ беренселеге башланыуға ай ярым самаһы үтеүгә, уның биш клубы баш тренерҙарын отставкаға ебәрҙе лә инде.

Яңыраҡ «Адмирал» командаһы етәкселеге Александр Андриевскийҙан баш тартты. Си­рат­та кем?.. Әлбиттә, бөтәһе лә «Салауат Юлаев»­та үҙгәрештәр көттө. Сөнки, нисек кенә тимә, өфөләр һуңғы арала тотороҡло уйын күрһәтә алмай йонсой. Состав бар, ә һөҙөмтә юҡ. Клуб етәкселеге составтан башланы. Улар тәжрибәле һаҡсы, юлаевсылар капитаны Денис Куляштан ҡотолорға булды. Йәнәһе, уйнай алмай. Шулай уҡ Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Степан Хрипуновты ла, уның агенты һорауынса, икенсе уйынсыға алмаштырырға ниәтләне. Улар әлеге лә баяғы юлаевсыларҙың дублерына әйләнеп барған күрше «Автомобилист»ы тулыландырҙы. Унда инде өфөләрҙең ярты составы уңышлы ғына сығыш яһай.
Әлеге киткән хоккейсылар урынына ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаған тәжрибәле Михаил Юньковты һәм «Спартак»тан өмөтлө һөжүмсе Владимир Бобылевты алдылар.
Әлеге ваҡытта «Салауат Юлаев» командаһы дүрт уйындан торған сәфәргә юлланды. Беренсе осрашыуын улар Минскиҙа урындағы «Динамо» хоккейсылары менән уйнап, уларҙы 4:2 иҫәбенә еңде. Тәүге бәйгелә үк өфөләр өсөн дебют яһаған Юньков гол индереп, үҙ иҫәбенә тәүге мәрәй яҙҙы. Бөгөн улар Питерҙа юлаевсыларҙы беренсе әйләнештә рәнйеткән СКА уйынсылары менән сәкәләшәсәк. СКА тигәндән, улар 20 осрашыу рәттән еңеү яулап, 21-ндә «Сочи»ға абынып, уларға өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә отолдо. Киләһе уйында «Салауат Юлаев» командаһының дәғүәсеһе Фин­ляндияның «Йокерит» клубы буласаҡ. Улар ҙа ярайһы ғына тиҙлек алып, ун ике уйын рәттән юғалтыуһыҙ килә.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Логинов ике «бронза»лы булды

Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ

«Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы

«Салауат Юлаев» – алтынсы

Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...


«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...

«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...

Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..