RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йыл уҡытыусыларына – премия

25.06.2011 Йыл уҡытыусыларына – премия

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Йыл уҡытыусыһы – 2011» республика һәм төбәк-ара конкурсы лауреаттарына Баш­ҡортостан Президенты премияһын тапшырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Быйыл был мәртәбәле премияға 20 уҡытыу­сы лайыҡ булды. Улар – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» төбәк-ара конкурсының еңеүсеһе, Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбе уҡытыусыһы Эльза Толомбаева, финалсылар – баш ҡаланың 104-се урта мәктәбенән Нәйлә Буранғолова, Әбйәлил районы 1-се Асҡар урта мәктәбенән Зиниә Ғәлләмова, Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһы-интернаты уҡытыусыһы Юлай Мәүлетҡолов, Иҫке Балтас урта мәктәбенән Гөлсирә Мөҡимова.
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2011» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙан Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһының тарих уҡытыусыһы Евгений Ромадов, Кушнаренко гимназияһының музыка уҡытыу­сыһы Эльза Ғәлләмова, Нефтекама ҡалаһының Әмзә урта мәктәбенән Анна Лебедева, 2-се ҡариҙел урта мәктәбенән Камил Солтанов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 24-се мәктәбенән Галина Чекмарева.
Башҡортостан Президенты премияһына «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсы лауреаттары Инна Бодрова (Өфө ҡалаһы), Антонина Золотова (Ишембай ҡалаһы), Светлана Копытова (Белорет ҡалаһы), Оксана Рихтер (Салауат ҡалаһы), Елена Филипповалар ҙа (Бишбүләк районы) лайыҡ булды.
Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Заһиҙә Камалова (Дүртөйлө районы), Мөбәрәк Мостафин (Ағиҙел ҡалаһы), Гөлнара Сәләхова (Бүздәк районы), Гөлнара Хәбибрахманова (Бәләбәй ҡалаһы), Ирина Яруллиналар ҙа (Миәкә районы) Президент премияһын аласаҡ.

С. НИЯЗОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!