RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

28.03.2019 Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Йәнһүрәт төшөрөү технологияһы йылдан-йыл алға бара. Махсус эффекттар менән төшөрөлгән картиналарҙың ниндәйе генә юҡ. һуңғы йылдарҙа “балалар өсөн” тип тәҡдим ителгән әкиәттәр араһында ғаилә өсөн йәнһүрәттәр күбәйҙе. Мәҫәлән, “Өс батыр” мультипликациялар циклы. Бында өлкән кешеләр өсөн генә юмор, ил тарихын көлөп күрһәтеү, рухһыҙ, ҡурҡаҡ батша һәм башҡа етешһеҙлектәр етерлек.
Балаға күрһәтеү өсөн белгестәр тарафынан ниндәй әкиәттәр тәҡдим ителә икән, ошо хаҡта яҙһағыҙ ине.

Мәҙинә.
Благовар районы.


Балаларға ҡарау өсөн Мәскәү дәүләт университетының психология факультеты белгестәре тарафынан төҙөлгән исемлек түбәндәгесә: “101 далматин эте”, “Балто”, “Винни Пух” (1969), “Дамбо”, “Даша – сәйәхәтсе”, “Башватҡыс”, “Зверополис”, “Бесәй Леопольд”, “Гав исемле бесәй балаһы”, “Һылыуҡай һәм ғифрит”, “Леди һәм Берәҙәк”, “Лило һәм Ститч”, “Бала һәм Карлсон”, “Аркадий Паровозов”, “Малышариктар”, “Простоквашино”, “Скуби Ду”, “Фиксиктар”, “Һаҡсы Арыҫлан”.


Белгес кәңәштәре

1. Йәнһүрәтте баланың йәшенә, үҫешенә, тәбиғәтенә һәм хәленә ҡарап һайлағыҙ. Ике йәшкә тиклем балаларға бөтөнләй мультик ярамай. Өс йәштән һуң хәүефһеҙ йәнһүрәттәрҙе күрһәтергә була, тик сеанс ваҡыты көнөнә сәғәт ярымдан ашмаһын. Әгәр ҙә ул тиҙ ҡуҙғыусан, кеше тәьҫиренә тиҙ бирелә икән йәки ауырыуҙан һуң әкиәт ҡарауға тағы ла күберәк иғтибар бүлегеҙ.
2. Көнө-төнө мультик ҡарау тыйыла. Ғөмүмән, йәнһүрәт күрһәтеүҙе байрамға әйләндерегеҙ. Иң яҡшыһы – башта бала менән әкиәтте китаптан уҡып сығыу. Бергәләшеп анализ яһағыҙ, балала йәнһүрәт икеләтә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.
3. Таныш булмаған яңы йәнһүрәтте яңғыҙына йәки иптәштәре менән генә ҡарарға кәңәш ителмәй. Өлкәндәр менән бергә ҡарап, һуңынан әкиәт тураһында һөйләшеү, баланың фекерҙәрен һорашыу мөһим.
4. Тере аралашыу урынына телевизор ҡабыҙыу – оло хата. Баланы телевизор түгел, ә ата-әсә тәрбиәләргә тейеш.
5. Балаға ҡайһы бер тапшырыу, йәнһүрәтте ҡарарға рөхсәт итмәйһегеҙ икән, алмашҡа шөғөл тәҡдим итегеҙ. Уйынсыҡтар, китаптар, уйын, поход һәм башҡалар. Шул саҡта һеҙҙең сикләүҙе ул ғәҙелһеҙлек тип күрмәйәсәк.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек