RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

«Йәш ярымлыҡ балам илай йәки тыңламай башлаһа, «Маша һәм Айыу» әкиәтен ҡуям. Ул шунда уҡ тыныслана, ә мин рәхәтләнеп үҙ эшем менән булам. Көнө буйы телевизор алдында ултырырға әҙер, бер үк серияларҙы ҡат-ҡат ҡараһа ла туймай, бигерәк яҡшы төшөрөлгән йәнһүрәт бит был!» – тип һөйләй бер йәш әсә. Был баланың, тимәк, бер аҙҙан тәртипһеҙ ҡыланыуы, уҫалланыуы, башҡаларға ҡысҡырыуы һәм һуғыуы көтөлә.

Балаға йәнһүрәт ҡарарға рөхсәт итеп, персонаждарҙың насарлыҡҡа өйрәтеүе хаҡында уйланыусы ата-әсәләр, үкенескә күрә, һирәк. Рәсәй һәм сит ил мультиктары сағыу, көлкөлө сюжеттарға бай. Геройҙарҙың ҡыланыуын бала рәхәтләнеп көлөп ҡарай, тик бындай йәнһүрәттең файҙаһы бармы һуң? Иң популяр заманса әкиәттәрҙе барлай башлаһаң, бик күп етешһеҙлеккә юлығаһың. Ә ҡайһы бер айырым йәнһүрәттәр баланың холҡон кирегә үҙгәртеп кенә ҡалмай, алама ғәҙәттәргә өйрәтеп, психикаһына йоғонто яһай. Был хаҡта психологтар саң ҡаға – бәләкәйҙәргә күрһәтергә ярамаған йәнһүрәттәрҙең исемлеге бар хатта. Был модалы мультиктар яй хәрәкәт иткән бомба кеүек – әлегә хәүеф-хәтәр һиҙелмәй, ә һуңынан көслө «шартлау» яңғыраясаҡ.


«Маша һәм Айыу»
Иң хәүефле, һәм, ҡыҙғанысҡа күрә, иң популяр йәнһүрәттең төп геройы Маша урман ситендә яңғыҙы йәшәй. Ул көйәҙ, артыҡ ҡыҙыҡһыныусан, эгоист һәм ныҡ тәртипһеҙ бала. Ҡыҙ һәр серияла йыуаш Айыуҙы ҡаңғырта. Ғүмер баҡый күңелһеҙ хәлгә тарыусы һәм юлында осраған бөтә нәмәне ҡырыусы Машанан йәнлектәр ҡан ҡалтырап тора.
Белгестәр әйтеүенсә, был герой самаһыҙ иркә булырға, «барыһы ла рөхсәт ителә» тигәнде һеңдерергә һәм башҡалар абруйын юҡҡа сығарырға өйрәтә.

«Сусҡа Пеппа»
Ҙур башлы сусҡа ғаиләһе тәү ҡарашҡа көлкөлө тойола. Улар, кешеләр кеүек үк, өйҙә йәшәй, эшкә йөрөй, баҡса үҫтерә. Тик бәләкәй тамашасы кеше тормошо һәм сусҡаларҙың ғәҙәт-ҡылығы араһында бутала – Пеппа батҡаҡта ҡойонорға ярата, ҡустыһын йыш ҡына илата, уның яратҡан һүҙе лә «Фу!» Һәр серия аҙағында сусҡалар бөтөнләй ҡыҙыҡ булмаған хәлдән ергә аунағансы көлөргә тотона.

«Губка Боб – шаҡмаҡ ыштан»
Төп герой Боб үҙенең ерәнгес ҡиәфәтле дуҫтары менән сәйер тормош алып бара. Абсурд хәлдәргә ҡалып, танау һәм ҡолағына төрлө әйбер тығалар, бер-береһен кәмһетеүле һүҙҙәр менән атайҙар, ашарға ярамаған әйберҙе йоталар (мәҫәлән, фонарь), баштарына сүкеш, кувалда кеүек әйберҙәр менән һуғалар. Баланың йәнһүрәттәге тәжрибәләрҙе ҡабатлауы бар.

«Барбоскиндар»
Биш көсөк үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлай. Улар талаша, интригалар ҡора, маҡсатына ирешеү өсөн бер-береһен кәмһетергә, ошаҡлашырға, этлек ҡылырға күп һорамай.

«Том һәм Джерри»
Бесәй, сысҡанды тоторға маташып, серия һайын үҙе зыян күрә. Йәнһүрәт агрессияға ҡоролған, сюжеттарҙа тик көс ҡулланыу, бәғерһеҙлек, насар ғәҙәттәр күрһәтелә. Бесәй ҙә, сысҡан да үҙенең ҡылығы өсөн яуап бирмәй. Ә бына «Бесәй Леопольд» совет әкиәтендә йүнһеҙ сысҡандар ҡапҡандарына үҙҙәре эләгеп ҡуя ине.

«Трансформерҙар»
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған роботтар һуғышын даими ҡараған бала уҫалға һәм тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә. Роботтар һәләт, көс һәм аҡыл буйынса кешеләрҙән өҫтөн, бала еңелмәҫ машиналарға ҡарап ысын күңелдән һоҡлана. Ошо күренештәр уның үҙ баһаһын төшөрә, агрессив йән­һүрәттәргә өйрәнеп, тыныстарын ҡарау балаға күңелһеҙ була башлай.

«Тылсымсыла рмәктәбе»
Феялар мәктәбендә уҡыған алты ҡыҙ шәхси тормошон ҡороу өсөн ҡара көстәр менән көрәшә. Ҙур күҙле, оҙон аяҡлы, нәҙек билле, күҙгә ныҡ ташланған сағыу сексуаль кейемле тылсымсы ҡыҙҙар һүрәтен Дольче һәм Габбана дизайнерҙары төшөргән, баҡһаң. Тик ҡыҙ балаға ялған матурлыҡ стандарттары һеңдерелә, ул үҙенең көҙгөләге һыны менән ҡәнәғәт булмайынса, кәмселек комплексынан ыҙа сигәсәк.

«Лунтик һәм уның дуҫтары»
Бала Лунтиктың ниндәй йәнлек икәнен аңлай алмай, ә уның Айҙа йәшәгәнен белгәс, ни өсөн миләүшә төҫөндә икән, тип баш вата. Төп герой Лунтик һәр саҡ үҙен ҡорбан итә. Уға ҡарап, көйһөҙҙәргә ярарға, социум талаптарына яуап бирергә кәрәк, тип һығымта яһай бала.




Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек