RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дәрестәрен көтөп алабыҙ

15.02.2011 Дәрестәрен көтөп алабыҙ

Дәрестәрен көтөп алабыҙРәсәйҙә Уҡытыусы йылы тип иғлан ителгән 2010 йыл үтеп китте. Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, изге йөрәкле ярат­ҡан уҡытыусыларыбыҙға хөрмәт күрһәтеү йәһәтенән бик әһәмиәтле йыл булды ул. Әммә уҡытыусыларға хөрмәт бының менән генә сикләнеп ҡалмай, һәр кемдең йөрәгендә уларға ҡарата оло ихтирам йәшәй. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының физика уҡытыусыһы, синыф етәксебеҙ Венера Булат ҡыҙы Кәримова бик күп гимназистарҙың яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыһы. Үҙ эшенә бөтә күңелен һалған уҡытыусының дәресенә уҡыусылар ҙа ҙур теләк менән йөрөй. Ул дәресте һәр балаға аңлайышлы итеп аңлата белә.
Венера Кәримова 1983 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай һәм Күгәрсен районының Тәүәкән ауылына эшкә ебәрелә. Ауыл мәктәбендә уны дуҫ, татыу уҡытыусылар коллективы ҡаршы ала. Уларҙан йәш уҡытыусы һайлаған һөнәренең нескәлектәренә, профессиональ оҫталыҡҡа өйрәнә. 2005 йылдан Венера Булат ҡыҙы Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында физика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Бөтә республикаға үҙенең уҡыусылары менән танылған данлыҡлы уҡыу йортонда эшләүе тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Әммә 25 йылдан ашыу педагогик стажы булған уҡытыусы һынатмай. Йыл һайын Венера Булат ҡыҙының уҡыусылары физиканан берҙәм дәүләт имтиханы буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Һуңынан иһә ҡаршылыҡһыҙ ғына Башҡортостандың һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының абруйлы уҡыу йорттарына уҡырға инәләр. Уның уҡыусылары араһында район, ҡала һәм республика олимпиадалары призерҙары бар. Венера Булат ҡыҙы етәкселегендә ҡыҙҙар һәм егеттәр ғилми-тикшеренеү эше лә алып бара, конференцияларҙа сығыш яһай.
Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләй, туҡтауһыҙ эҙләнә, методик семинар­ҙарҙа ҡатнаша, республика уҡытыусылары өсөн асыҡ дәрестәр күрһәтә, хеҙмәттәштәре менән үҙенең эш алымдары, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Беҙҙең уҡытыусыбыҙ – спорт ориентиры буйынса спорт мастерына ла кандидат, бик күп ҡала ярыштары призер­ҙарын әҙерләгән.
Венера Булат ҡыҙы һайлаған һөнәренән дә, тормошонан да уңған. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, әле иһә ейәндәре Нурисламды ҡарашалар.

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының 10 Б синыфы уҡыу­сылары һәм ата-әсәләре.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре