RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 Мөһим эштәр алда әле

Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы – республикабыҙҙа эшкәртеүсе сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләүсе махсус уҡыу йорттарының береһе.

Унда белем алырға республиканан ғына түгел, сит тарафтарҙан да киләләр. Сөнки бөгөнгө заман талаптарына ярашлы һөнәрҙәргә тап ошо белем усағында эйә булырға мөмкин. Етәкселек студенттарға һәм үҙ хеҙмәткәрҙәренә уңайлы шарттар тыуҙырыу, матди-техник базаны яҡшыртыу өсөн бик күп эш башҡара. Уҡыу йорто директоры Рита Сәмиғуллина етәкселек итеүҙең тәүге көндәренән үк яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн унда үҙгәрештәр индереүҙе, булған шарттарҙы камиллаштырыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуйҙы.

Ҡыҫҡа ғына ваҡытта колледжда байтаҡ эш башҡарылды. Төп корпуста һәм студенттар ятағында ҡыйыҡтар ябылды. Ашхана капиталь ремонттан һуң тулыһынса заман талаптарына яраҡлаштырылды. Коридор һәм уҡыу кабинеттары ла яңы төҫ алды: тәҙрәләр алмаштырылды, стена һәм иҙән яңыртылды. Студенттар йәшәгән дөйөм ятаҡ бүлмәләренә тулыһынса ремонт үткәрелде. Уҡыу йортонда хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында турникеттар урынлаштырылды, өҫтәмә күҙәтеү камералары барлыҡҡа килде.

Колледждың Көйөргәҙе районына ҡараған Маяҡ ҡасабаһында һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылында урынлашҡан филиалдарында ла ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҙур үҙгәрештәргә өлгәшелде. Ундағы уҡыу кор­пустарының һәм уҡыусылар йәшәгән ятаҡтарҙың ҡыйыҡтары, йыуыныу бүлмәләре ремонтланды.

Уҡыу йортоноң ярҙамсы ху­жалыҡтарында ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Иген һәм көнбағыш орлоҡтары юғары сортлыларға алмаштырылып, мул уңыш йыйып алынды, ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләнде.
– Киләсәккә пландар ҙа, башҡараһы эштәр ҙә етерлек әле. Иң мөһиме – белем усағы үҙ исемен аҡларға тейеш. Тыуған яҡтарынан, әсәй ҡанаты аҫтынан айырылып, беҙгә белем алырға килгән балаларға иғтибар ҙур, уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, – ти Рита Мәҙәрик ҡыҙы һәм, юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшер өсөн төрлө юл, ысул эҙләп таба. Кеше мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйған етәксенең киләсәктә лә ҙур уңыштарға ирешеп, яңынан-яңы үрҙәр яуларына ышаныс ҙур.



Автор: Л. ХӘЙРУЛЛИНА
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек

Иғтибарлы булайыҡ!

24.02.2019 - Мәғариф Иғтибарлы булайыҡ!


Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?

Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр

22.02.2019 - Мәғариф Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр


Баланы ирененән үпмә!

21.02.2019 - Мәғариф Баланы ирененән үпмә!


“Бәрәмәс”тән  бәлә күрмә!

Пар алмалай алһыу бите...

19.02.2019 - Мәғариф Пар алмалай алһыу бите...


«Битлек, мин һине таныным!»