RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 Яҡшы кәйеф һеҙгә!

Яҡшы кәйеф һеҙгә!
«Көҙгө депрессия» йәки «Көҙгө күңел төшөнкөлөгө» тигән төшөнсәне хәҙер ололар ғына түгел, балалар ҙа йыш ҡабатлай. Ысынлап та, йылыға һаран, ямғырлы, елле көндәр кәйефһеҙләнеүгә килтерә. Балалар өсөн мәктәптә мәшәҡәттәр артыуы ла өҫтәлә. Уларҙың бер ни менән дә шөғөлләнгеһе килмәй, энергия, көс юҡлыҡҡа зарлана, тиҙ генә ҡыҙып китә, йыш илай башлай. Ә ата-әсә, ғәҙәттә, баланы ялҡаулыҡта ғәйепләй, уҡырға теләмәгәнлектән, тип уйлай. Психологтар әйтеүенсә, был мәлдә бала өлкәндәрҙең ярҙамына мохтаж. Иң тәүҙә йоҡоһон контролдә тотоғоҙ. Ул етерлек йоҡларға тейеш. Үҙеңде насар тойоу сәбәбе – тап йоҡо туймауҙа.

1. Ғәҙәттә, ғаилә ағзаларының яҡшы кәйефе балаға ла күсә. Әгәр ҙә ата-әсәнең кәйефе көн дә ҡырылған булһа, бала уны ауыр кисерә. Яҡшы кәйеф булдырыу үҙебеҙҙән тора.
2. Көҙ көнө организм саф һауаға мохтаж, сөнки ҡояш йылыһы етмәй. Был миҙгелдәге һанаулы ғына матур көндәрҙе өйҙә ултырып әрәм итмәгеҙ, ә тышта йөрөгөҙ. Бала мотлаҡ саф һауала йөрөргә тейеш.
3. Баланың күңелен күтәреү өсөн үҙе теләгән әйберҙе һатып алып бирә алаһығыҙ. Ә ҡыҙҙар өсөн шопинг файҙалы буласаҡ. Ваҡытты бергә уҙҙырып, кәрәкле, матур әйбер һатып алыуҙан кәйеф күтәрелеп китәсәк.
4. Бәләкәйерәк йәштәге бала менән ата-әсәнең көн дә, исмаһам, биш минут бергә уйнауы мөһим. Ғаилә менән бергә йыйылып, ҡыҙыҡлы уйын уйнарға ваҡыт табығыҙ. Баланың ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, мауыҡтырғыс шөғөл тәҡдим итеү кәрәкле эш.
5. Туҡланыу тураһында онотмағыҙ. Төрлө инфекция, ғәҙәттә, көҙгө осорҙа әүҙемләшә. Шуға күрә иммунитетты нығытыуға иғтибар итегеҙ. Бигерәк тә С витамины булған аҙыҡ-түлек ашарға кәрәк. Бала рационында баш мейеһен яҡшы эшләтә торған В витамины, цинк, магний, тимер микроэлементтарына бай аҙыҡ – сәтләүектәр, ярма, йоморт­ҡа, ит, балыҡ, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш булырға тейеш.
6. Балаға ғына түгел, һәр кемгә күңел төшөнкөлөгө мәлендә яҡын кешеләрҙең йылыһын, һө­йөүен тойоу бик мөһим. Шуға күрә уны яратығыҙ, ҡосаҡлағыҙ, матур, яғымлы һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре

Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!