RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йылдар үткән һайын нығыраҡ һағына

31.08.2010 Йылдар үткән һайын нығыраҡ һағына

Яңы уҡыу йылын уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа көтөп ала. Йәйге ял мәлендә уҡыусылар ҙа, мәктәп тә, дәрестәр ҙә, яратҡан эш тә, коллектив та һағындырып өлгөрә. Оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусыларҙа иһә был һағыш айырыу­са көслө. Һәр йыл һайын 1 сентябрь етһә, ғәҙәтенсә, мәктәпкә барыр, синыф бүлмәһен асып инер ҙә, «Һаумыһығыҙ, балалар!» тип дәресен башлар кеүек тойола уларға.
Олиә Ғайса ҡыҙы Батырова-Ғәлләмова ла үҙенең яратҡан эшен, уҡыусыларын онота алмай. Баш ҡаланың 51-се мәктәбендә бик күп йылдар биология фәненән уҡыта ул. Ғәҙел, яуаплы, талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр уҡыусыһын үҙ балаһындай күреп ярата белгән, үҙ фәненә мөкиббән ғашиҡ уҡытыусыны уҡыусылары ла ихтирам итә, ата-әсәләр араһында ла абруйы ҙур була. Һәр дәресен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә белгән уҡытыусының дәрестәрен уҡыусылар һәр ваҡыт көтөп ала. Олиә Ғайса ҡыҙы етәкләгән экология-биология түңәрәгенә лә ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур теләк менән йөрөй. Бергәләп төрлө күҙәтеүҙәр алып баралар, гүзәл тәбиғәтебеҙҙе, йәнлек-ҡоштарҙы яҡлауға һәм һаҡлауға арналған төрлө саралар ойошторалар. Олиә Ғайса ҡыҙының уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Уҡытыусының тырыш хеҙмәте лә лайыҡлы баһаһын ала, «Башҡортостан Респуб­ликаһының мәғариф алдынғыһы» һәм «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була ул.
Олиә Ғайса ҡыҙының уҡытыусылыҡ һәләте нәҫелдән килә. Нәҫел­дә­рендә уға тиклем дә уҡытыусы-биологтар булған. Был хаҡта ул «Ваҡыт күҙлеге аша» тигән китабында яҙа. Әйткәндәй, хаҡлы ялға сыҡҡас та күңел­һеҙләнеп ултырмай, үҙенә яңы шөғөл таба. Үҙҙәренең шәжәрәһен өйрәнеп, китап итеп сығара. Олиә Ғайса ҡыҙының тамырҙары Туймазы яҡтарына барып тоташа. «Һәр кем үҙенең тарихын үҙе яҙа. Айырым кешенең, уның ғаиләһенең, нәҫеленең тарихы, бәләкәй генә шишмәләр кеүек, ил тарихына, Ватанының тарихына барып тоташа», – тип яҙа ул. Шуның кеүек китабында Евбатыровтарҙың нәҫел тармағын күрһәтеп кенә ҡалмай, ә уларға бәйләп шул осорҙоң ваҡиғаларын һүрәтләй, тотош тарихын һөйләп бирә. Китапта Туймазы ҡалаһына нигеҙ һалыныуы, райондың һәм ҡаланың үҫеше тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға була. Тап шул яғы менән китап уҡымлы һәм әһәмиәтле. Олиә Ғайса ҡыҙы киләсәктә китапты тулыландырып, яңынан сығарырға ниәтләй. Күрәһең, ҡанына һеңгән тынғыһыҙ уҡытыу­сы хеҙмәте уны хаҡлы ялда ла яңынан-яңы эҙләнеүҙәргә этәрә.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



“Бәрәмәс”тән  бәлә күрмә!

Пар алмалай алһыу бите...

19.02.2019 - Мәғариф Пар алмалай алһыу бите...


«Битлек, мин һине таныным!»

Капиталды кем  нисек файҙалана?

Радий Хәбиров биш көнлөк уҡыу программаһына күсергә тәҡдим итте

Беҙҙекеләр иң яҡшы вуздарға инһен!

Һәр уҡытыусы һөнәренән бәхет тапһын!

Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсының абсолют еңеүсеһе билдәле булды

Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?