RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!

05.10.2018 Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!

Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!
Сибай ҡалаһындағы «Ирәндек лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Рафаэль ҡыҙы Әйүпова – уҡыусыларҙа телгә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләүгә күп көс түккән педагог

– Ҡайҙа барһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ, башҡортмон, тип танышығыҙ, тип өйрәтәм уҡыусыларға. Исемегеҙҙе хәтерләп ҡалмаһалар ҙа, милләтегеҙҙе иҫтә тоторҙар. Был тәртипле, аҡыллы кеше башҡорт булды бит, тип һоҡланып һөйләрлек, халҡыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек булһын, тим, – Гөлнара Рафаэль ҡыҙы белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә матур ғәҙәт орлоҡтарын сәсеүсе тәрбиәсе.
Эйе, баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур.Тик ысын уҡытыусы ғына баланың һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала. Минеңсә, Гөлнара Әйүпова – шундайҙарҙан. Йыл һайын республика һәм төбәк-ара конкурстары, олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары әҙерләүсе педагог булараҡ, уның уҡыусылары, уңыштары тураһында бик күп яҙырға мөмкин. Быны дәлилләүсе ҡосаҡ-ҡосаҡ Маҡтау ҡағыҙы, Диплом, Рәхмәт хаты – Гөлнара Рафаэль ҡыҙы ике тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт тәжрибәһендә бала күңеленә асҡыс табырға, уны белем тауына әйҙәргә күптән өйрәнгән. Ҡатмарлы һәм яуаплы һөнәргә бар булмышын арнағанға күрә остаз лайыҡлы рәүештә «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» исемен йөрөтә.
– «Тормош һабаҡтары» дәрестәрен туҡтатҡанға тиклем уны балаларға өйрәтә инем. Шул осорҙо бигерәк һағынып иҫкә алам, уҡыусыларҙың яратып ҡабул иткән дәрестәренең береһе булды ул. Тормош һабаҡтары буйынса элекке дәреслектәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә әле лә ҡулланыуҙы дауам итәм. Сөнки телде өйрәнеүҙә был дәреслектәрҙең файҙаһы ҙур. Бынан тыш, өлкән класс уҡыу­сылары менән театрҙарға йыш йөрөйбөҙ, дәрестә башҡортса фильмдар ҡарайбыҙ. Быйыл уҡыусыларым Булат Йосоповтың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмы өсөн кастинг үтте. Береһе лә һайлап алынмаһа ла, бала өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға, тәжрибә ҡалды. Яңыраҡ өлкән кластар уҡыусылары менән «Бабич» фильмын ҡараныҡ. Үҫмерҙәр йәп-йәш көйө, халҡым, тип янған шағирҙың яҙмышын белеп тетрәнде, шәхесте нығыраҡ аңланы. Ни тиһәң дә, мәҙәниәтебеҙ рух тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә, – Гөлнара Рафаэль ҡыҙы фекеренсә, телде өйрәнгәндә көн дә башҡорт телендә телмәр тыңларға кәрәк. – Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һәр береһе тырышып, ижади эшләй, барыһы ла алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар. Лицейҙың көслө рухлы педагогы Гөлнәзирә Игелекова менән ҡулға-ҡул тотоношоп, рус кластарында, ҡала шарттарында туған телдәрҙе уҡытыуға бирелгәнбеҙ. Эйе, милли мәғариф иғтибарҙан ситтә ҡала, тип төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, ә аҡтыҡ көсөбөҙгә тиклем тырышырға кәрәк. Тыуҙырылған шарттарға яраҡлашып, халҡымдың артабан да милләт булараҡ йәшәргә хоҡуғы бар, тип эшләү – беҙҙең маҡсат.
Уҡытыусы талапсан һәм ҡәтғи, шул уҡ ваҡытта кешелекле, ярҙамсыл да булырға тейеш. Г. Әйүпова, 25 – 30 балаға һөйләгәндә, бер-икеһенә генә барып етһә лә, оло уңыш, ти. Иң мөһиме, уҡыусы күңеленә һеңдереп ултырһа, ул белемдең берәй ваҡыт кәрәге тейәсәк. Дәрестә баланы һәр саҡ тыйырға ярамай, уға иркенлек тә биреү зарур, иң тәүҙә уның фекерен тыңларға өйрәнеү шарт.
Бөгөн башҡорт телен яңы быуын стандарттары нигеҙендә өйрәнеү һәр уҡытыусы өсөн ҙур мәсьәлә булып тора. Ә инде Гөлнара Рафаэль ҡыҙы кеүек башҡорт теленең башҡа фәндәр араһында бәҫен күтәрә белгән, үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыу­сы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытҡан уҡытыусылар оло хөрмәткә лайыҡ.
Лилиә ХӘЛИТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!