RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быков йәштәргә өмөт итмәксе

27.11.2010 Быков йәштәргә өмөт итмәксе

«Салауат Юлаев» командаһы үҙ боҙондағы уңышлы ғына уйындарынан һуң, даими беренселектәге осрашыуҙарҙы Новокузнецкиҙа дауам итте.
Урындағы «Металлург» менән быға тиклем юлаевсылар бер тапҡыр сәкәләшеп өлгөргәйне инде. Өфөләге уйында ҡунаҡтар, ныҡышмаллығын күрһәтеп, хужаларҙы буллит серияһында еңде. Унан һуң күп һыу аҡты инде. Новокузнецк уйынсылары, йылдағыса, уңышһыҙ һөҙөмтә күрһәтеп, плей-офф зонаһына инә алмай, даими беренселек менән генә күңелен йыуата. Был юлы ла, шул уҡ сценарийҙы дауам итеп, турнир таблицаһының төбөндә тапана. Юлаевсыларға тиклем ике тур алдынан клуб етәкселеге баш тренерын отставкаға ебәреп, беҙҙең яҡташ Анатолий Емелинға мөрәжәғәт итә. Уның етәкселегендә «Металлург» клубы «Динамо» /Мәскәү/ командаһына ҡаршы бер ни ҡыла алмағас, аутсайдер «Витязь» хоккейсыларын 3:1 иҫәбенә отоп, көйәрмәндәрен шатландырҙы. Әлеге уйынға ла дәртләнеп, кемдең кемлегенә ҡарамай, ҡунаҡтарға үҙен күрһәтмәксе булып сыҡҡайны. Тик был юлы «Салауат Юлаев» командаһы һаҡланыбыраҡ уйнап, кәрәкле һөҙөмтәгә иреште һәм хужаларҙы 4:1 иҫәбенә еңеп, өс мәрәй яуланы. Голдарҙы өфөләрҙән Радулов, Клепиш һәм ике тапҡыр Счастливый индерҙе.
Юлаевсылар составында үҙгәрештәр ҙә күренде. Әйтәйек, ҡапҡа һағында һуңғы өс осрашыуҙа Александр Еременко торғандан һуң, әлеге уйында был бурыс Эрик Эрсбергҡа йөкмәтелде. Әлбиттә, ул «ҡоро»ға тора алманы. Әммә беҙҙең команданың күптән бындай һөҙөмтәгә ирешкәне булмай. Сөнки уйын һайын үҙ ҡапҡабыҙға уртаса 3 – 4 шайба үткәртә торғайнылар. Тағы килеп был юлы составҡа Вячеслав Быков бер юлы өс яңы хоккейсыны йәлеп итте. Һаҡҡа «Торос»тан Григорьев менән Болдыревты ҡуйһа, һөжүм линияһын «Толпар»ҙың йәш хоккейсыһы Картаев менән нығытты. Нисауа, йәштәр һынатманы, буғай.
Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы, 27 уйындан һуң 49 мәрәй туплап, турнир таблицаһының 6-сы баҫҡысында урынлашты.

* * *
СКА клубында күптән сығыш яһаған яҡташыбыҙ, билдәле һаҡсы Андрей Зюзин, команда менән килешеүҙе өҙөп, карьераһын «Атлант»та дауам итәсәк. Быға уны төп составҡа йүнләп эләгә алмауы сәбәпсе.

* * *
Өфөнөң "Ағиҙел" хоккей командаһы ҡыҙҙары Рәсәй беренселегендәге дебют осрашыуҙарын был юлы Силәбелә урындағы "Факел" командаһы менән дауам итәсәк. Әлегә беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡыуандыр­ғаны юҡ. 12 уйындан һуң улар иҫәбендә 0 мәрәй. Шайба айырмаһы ла ҡот осҡос.. (7 – 184, дәғүәселәр файҙаһына). "Факел" иһә 16 мәрәй менән өсөнсө урында урынлашҡан.

* * *

Үҫмерҙәр беренселегендә сығыш яһаусы «Толпар» хоккейсылары Новокузнецкиҙа «Кузнецкие медведи» командаһы менән уйнап, уларға буллит серияһында отолдо. Осрашыу төп һәм өҫтәмә ваҡытта 2:2 иҫәбенә тамамланғас, мәргәнлек бәйгеһендә хужалар оҫтараҡ булып сыҡты. Әлегә «Толпар», 26 уйындан һуң 48 мәрәй яулап, үҙ дивизионында ныҡлы өсөнсө урында урынлашҡан.
Кисә кис улар «Сибирские снайперы» үҫмерҙәре менән сәкәләште. Шулай уҡ Нефтекаманың Рәсәй беренселегенең юғары лигаһында уңышлы уйнаған «Торос»ы Мәскәүҙә заманында билдәле булған «Крылья Советов» командаһы менән осрашты. «Торос» иһә, 25 уйындан 58 мәрәй туплап, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килә.


Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына