RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

02.08.2013 ҙур спорт тирәләй

Руслан Нуретдинов «Себер»гә юлланды
ҙур спорт тирәләй
«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, заманында СКА, «Метал­лург» (Мг.), «Неф­те­химик», «Аҡ барс», «Амур», «Север­сталь» һәм өфөләр өсөн сығыш яһап, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булған һөжүмсе Руслан Нурет­динов «Себер» менән килешеү төҙөнө.
33 йәшлек хоккейсы уҙған миҙгелдә «Северсталь» клубы өсөн уйын башлап, беренселек барышында «Нефтехимик»ҡа күскәйне. Улар составында 29 осрашыуҙа 9 (3+6) мәрәй йыйған.

Максим Сушинский бушлай уйнарға ла әҙер

Билдәле хоккейсы, Рәсәй йыйылма командаһы һө­жүм­сеһе Максим Сушинский эш эҙләү өҫтөндә баш вата.
Уҙған миҙгелдә 38 йәшлек ветеран бәхетен Швейцарияның «Фрибург» клубында эҙләп маташты. Хәҙер, аптырап, бушлай уйнарға ла әҙер. Үҙе әйтмешләй, башҡа командалар өсөн түгел, ә тик СКА өсөн.

Эльбрус Ниғмәтуллин ете трамвайҙы һөйрәгән

Билдәле башҡорт бәһлеүәне, донъяның иң көслө кешеһе статусын йөрөткән спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин йәнә донъя рекорды ҡуйҙы.
Ул Силәбелә ете трамвайҙан торған составты урынынан ҡуҙғатып, ете метрға һөйрәгән. 136 килограмм ауырлыҡта булған яҡташыбыҙ һөҙөмтәлә 115 тоннаға торошло составты ҡуҙғатҡан. Киләсәктә тағы бер рекорд ҡуйырға әҙерләнә. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә электропоезды буксирға алырға ниәтләй.

«Өфө»ләр «Салют»тың традицияһын боҙҙо…

«Өфө» футбол командаһы Рәсәй чемпионатының дүртенсе осрашыуын үҙ майҙанында Белгород ҡалаһының «Салют» футболсылары менән үткәрҙе.
Быға тиклем ҡунаҡтар дүрт уйында тигеҙ иҫәпкә уйнап, уртаса күрһәткескә өлгәшкәйне. Был юлы ла бәйге тигеҙ үтте, тик «Салют»тың хаталаныуы 82-се минутта голға килтерҙе. Хужалар пенальтиҙы оҫта файҙаланып, еңеүгә ирешә һәм туғыҙ мәрәйе менән лидерҙар төркөмөнә һыйына. Бөгөн «Өфө»ләр Волгоградта урындағы «Ротор» менән уйнаясаҡ.

Александр Кержаков уянды…

Санкт-Петербургтың «Зенит» командаһы Данияла Чем­пиондар лигаһының квалификацион раундында «Норд­шелланнон» клубы менән тәүге осрашыуын үткәрҙе.
Ҡунаҡтар ҡайһы бер осраҡта өҫтөнлөк итһә лә, тырышлығын һөҙөмтәгә ашыра алмай ыҙаланды. Тик икенсе таймда ғына инде һигеҙ ай буйы уңышҡа ирешә алмаған билдәле һөжүмсе Александр Кержаков иҫәпте асыуға өлгәшә. Бәйгегә Рәсәйгә киренән әйләнеп ҡайтҡан билдәле футболсы Андрей Аршавин да сыға. Ул да бер аҙ үҙен әҙерәк иҫкә төшөрөп, дәғүәсенең ҡапҡаһы алдында ҡурҡыныс мәл тыуҙыра.
Шулай итеп, «Зенит», минималь иҫәпкә булһа ла еңеү яулап, киләһе осрашыуға өҫтөнлөк менән сығасаҡ.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына