RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бил бирмәне батырҙар

19.04.2013 Бил бирмәне батырҙар

Бил бирмәне батырҙарЙылайыр көрәшселәре етенсе тапҡыр Рафаэль Ҡолһарин кубогын яуланы
Республикабыҙҙа милли көрәште үҫтереүгә иғтибар бермә-бер арта. Спорттың был төрө үҫешенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ярҙамы ла булышлыҡ итә. Районыбыҙ йәштәренең күбеһе әленән-әле көрәш буйынса республика чемпиондары һәм призерҙары титулына эйә булып тора.
Юлдыбайҙа яугир-интернационалист яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә ун дүртенсе тапҡыр ойошторолған көрәш буйынса район-ара ярыш, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бағышланып, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, сәләмәт тормошто, спортты пропагандалау һәм улар араһында кире күренештәргә юл ҡуймау маҡсатында үтте. Көрәш майҙанына Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Белорет, Сибай һәм Күмертау ҡалаларынан йөҙҙән ашыу бил батыры сыҡты. Улар, ике төркөмгә бүленеп, 13 ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.
Спорт байрамы Юлдыбай мәҙәниәт йорто бейеүселәренең сығышы менән башланды.
Сараны тантаналы асыуҙа ҡатнашҡан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Йәмил Аҙнағолов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһының Урал аръяғы филиалы рәйесе Сәғит Мирзин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты белгесе Фаил Алсынов, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Хәлил Хәмитов, район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Самат Такалов, Юлдыбай ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғәлиә Әлибаева, көрәшселәрҙе тәбрикләп, уларға уңыштар теләне. Милли көрәште үҫтереүгә ҙур өлөш индергән тренерҙар һәм спорт ветерандары Миңлеғәле Ҡолһарин, Динар Аҡҡужин, Йәмил Аҙнағолов, Илшат Хә­митов, Венер Әхмәров, Рәйес Әбделғазин, Венер Таһиров, Әсҡәт Шәрипов, Зиннур Әминев Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары, ә Рафаэль Ҡолһариндың әсәһе Бәлхиә Илбаҡтинаға “Вечная память героям”, Фәрит Әбделмәнов менән Илшат Вәлитовҡа – “За патриотическое воспитание” миҙалдары тапшырылды. Герой-әсә Бәлхиә апай улы иҫтәлегенә бындай сараларҙы даими ойошторғаны өсөн район етәкселегенә рәхмәтен еткерҙе.
Ярыштың баш судьяһы Илгиз Ҡашҡаров бәйге шарттары, судьялар төркөмө менән таныштырғандан һуң бил батырҙары ярышына старт бирелде.
Үҫмерҙәр араһында – 9, йәштәр араһында 4 ауырлыҡ категорияһында көрәш майҙанына иң көслөләр сыҡты. Көн буйына барған сәмле алышта үҙ ауырлыҡтарында Әбйәлилдән Ғаяз Шөғөров, Илсур Хәлисов, Харис Яхин, Өлфәт Шөғөров, Баймаҡтан Илгиз Тулыбаев, Даян Ғүмәров, Йылайырҙан Ғәзинур Әлибаев, Илмир Солтанов, Сибайҙан Ғәзиз Бикҡолов, Илшат Ғәзин, Белореттан иң ауыр көрәшсе (150 кг) Айҙар Мәхийәнов, Ейәнсуранан Илназ Йәғәфәров, Хәйбулланан Динар Саниев, еңеү яулап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кубогына лайыҡ булды.
Баймаҡтан Денис Әлибаев, Рушан Солтанов, Рәсүл Рәсүлев, Ғәҙел Ғәлин, Йылайырҙан Иҙел Килдеғолов, Иштуған Хәсәнов, Әбйәлилдән Илмир Мөхәмәтдинов, Ейәнсуранан Вилдан Әминев, Иҙел Әбдрәхимов, Хәйбулланан Ирек Күсәков, Белореттан Булат Фәттәхов, Күмертауҙан Өлфәт Кәримов, Сибайҙан Илфат Ямғурсин көмөш миҙал яуланы, ә Йылайырҙан Буранбай Хөсәйенов, Нәргиз Сараев, Радмир Рәмов, Илнур Иҫәнбаев, Динар Аҡҡужин, Хәйбулланан Динис, Тимур Күскилдиндар, Күмертауҙан Илнар Әминев, Роберт Ғәниев, Баймаҡтан Айгиз Суфиянов, Ейәнсуранан Сыңғыҙ Ишмөхәмәтов, Сибайҙан Рифат Аллаяров, Белореттан Егор Рукин өсөнсө урын алды.
Командалар араһында яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолһарин исемендәге кубокты етенсе тапҡыр майҙан хужалары – йылайырҙар яуланы, икенсе-өсөнсө урындарҙы Баймаҡ менән Әбйәлил батырҙары командалары бүлеште. Призер командаларға һәм көрәшселәргә миҙалдар, грамоталар һәм приздар тапшырылды.

Фәрит РӘМОВ.
Василий Климов фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына