RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

13.07.2012 Ҙур спорт тирәләй

Яйлап «Өфө»гә лә сират етте
Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең беренсе лигаһында дебют яһаған «Өфө» командаһы тәүге осрашыуын ситтә, күпте күргән «Спартак-Нальчик» футболсылары менән уҙғарҙы. Шуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар, һыр бирмәй, хужаларға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеп, 1:0 минималь иҫәпкә генә отолдо. Уныһын да майҙан хужалары икенсе осорҙа пенальти ярҙамында индерҙе. Ул ғына ла түгел – баш судья йәнә «Өфө» ҡапҡаһына пенальти урынын күрһәтә. Тик был юлы Нальчик уйынсыһы тупты яҙа тибә.
Шулай итеп, өфөләр беренсе турҙа уҡ көслө дәғүәсегә эләгеп, имтихан тотто. Был юлы улар Мәскәүҙең «Торпедо»һын ҡабул итәсәк. Моғайын, беҙҙекеләр бирешмәҫ, сөнки «Өфө» составында Бразилия легионеры, һаҡсы Артур Вильям де Оливейраның дебюты көтөлә. Ул быға тиклем Рәсәй беренселегедә «Амкар» (Пермь), «Шинник» (Ярославль) һәм Брянскиҙың «Динамо» клубтары составында һынау тотоп өлгөргән.

Башҡортостан еңел
атлеттары Лондонға
юлланасаҡ

Оҙаҡламай Лондон­да башланасаҡ Йәйге Олимпия уйындарына Башҡортостандан дүрт еңел атлет путевка яуланы – Стәрлетамаҡ ҡалаһының билдәле спортсыһы, оҙонлоҡҡа һикереү буйынса Олимпия уйындары чемпионы һәм призеры Татьяна Лебедева, Белорет ҡыҙы, оҙон араға йүгереүсе Лилиә Шобухова, Мишкә районы атлеты, марафонсы Григорий Андреев һәм Стәрлетамаҡ йүгереүсеһе Егор Николаев. Улар Рәсәй йыйылма командаһы составында илебеҙ намыҫын яҡлаясаҡ.
Ғөмүмән, Рәсәй өсөн бөтәһе 436 спортсы, шуларҙың 208-е ир-ат һәм 228 ҡатын-ҡыҙ ярышҡа сығасаҡ. Улар футболда, үләндәге туплы хоккей һәм велоспорттың ҡайһы бер төрөндә генә бәйгегә сыҡмаясаҡ.

Уйнау урынына шашып
һикерәләр…

Патриоттар, имеш. Ил намыҫын яҡлайҙар… Башта уйнарға өйрәнһендәр, һуңынан йәне теләгәнсә аҡса һораһындар.
Футбол буйынса Европа беренселеге алдынан Рәсәй уйынсылары талап ҡуйған. Йәнәһе, улар һәр еңеү өсөн 800 мең евро, тигеҙ иҫәп өсөн 400 мең евро аҡса һораған. Әгәр талапты үтәмәһәләр, улар уйнауҙан баш тартҡандар. Һығымта: Греция менән осрашыу алдынан Рәсәй футбол союзы талаптарын үтәүҙән баш тартҡан, күрәһең…
Дә-ә… был хәтлем аҡсаға бер һәйбәт үҫмерҙәр спорт мәктәбен йыл буйына тоторға була. Бер билдәле футбол белгесе әйтеүенсә, Рәсәй футболсылары, һимереп, артыҡ шашты.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына