RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина донъя кубогының тәүге алтынын яуланы

20.12.2011 Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина донъя кубогының тәүге алтынын яуланы

Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина донъя кубогының тәүге алтынын яуланы
Донъя кубогының өсөнсө этабы Рәсәй биатлонсылары өсөн бик уңышлы булды. Улар бөтәһе өс алтын һәм бер бронза миҙал яулап, командалар араһында алтынсы урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Бәйге башта өсөнсө урындан башланды. Команданың дебютанты Тимофей Лапшин спринт ярышында финишҡа өсөнсө килеп, дөйөм ҡумтаны бронза миҙал менән байытһа, һуңынан шул уҡ ярышта тәжрибәле Ольга Зайцева Рәсәй өсөн тәүге алтынға юл аса. Ветераныбыҙ бының менән генә туҡтап ҡалмай, эҙәрлекләү ярышында ла дәғүәселәренә еңеүгә өмөт ҡалдырмай, йәнә юғары подиумға күтәрелә. Ә бит уҙған миҙгелдәге уңышһыҙлыҡтан һуң Зай­цева ҙур спорттан китергә булғайны. Тимәк, көйһөҙләнеүе ни­геҙһеҙ булған. Өсөнсө этаптың һуңғы көнөндә биатлонсылар ҡатнаш эстафетала көс һынашты. Бында ла Рәсәй командаһына етеүсе булманы. Унда яҡташыбыҙ, Межгорье ҡалаһы ҡыҙы Ольга Ви­лухина команда составында үҙ карьераһында донъя кубогының тәүге еңеүен татыны. Ул беренсе булып эстафетаны башлай. Тәүге атыу рубежын уңышлы үтеп, икенсеһендә өс тапҡыр хаталана, әммә лидерҙан күпкә ҡалышмай, эстафетаны Зайцеваға һигеҙенсе булып тапшыра. Ольга иһә, өсөнсө алтынға ымһынып, команданы беренсе урынға сығара. Ә инде һуңынан Алексей Волков лидерлыҡты нығыта биреп, һуңғы этапҡа Антон Шипулинды ебәрә. Уныһы беренсе урынды юғалтмай. Шулай итеп, команда, биатлон һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, киләсәккә ҙур өмөт уятты. Ә инде Ольга Зайцева, өс ярышта өс еңеү яулап, командалаш иптәштәренә өлгө күрһәтте. Әлеге уңыш киләсәккә уға этәргес кенә буласаҡ. Афарин!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына